Хангыль: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
 
{{Письменность
|имя = Хангыль (чосонгыль, корёгыль)
Юл 25 ⟶ 24:
|юникод = U+AC00…U+D7A3 (ижектәр), U+1100…U+11FF (хәрефтәр)
}}
[[Файл:Hangeul.png|200px|мини|справа|Han'gŭlHan’gŭl]]
'''Хангы́ль''' ({{lang-ko|한글}})  — корей теленең фонематик яҙыуы. Хангыльдың тәүге атамаһы  — '''Хунмин чоным'''. Хангыльдың айырмалы үҙенсәлеге булып хәрефтәрҙең төркөмдәргә берләшеүе булып тора, улар яҡынса ижектәргә тап киләләр. Яҙыуҙың был төрө XV быуат урталарында төҙөлә һәм [[Корея Республикаһы]]нда төп һәм [[Корея Халыҡ Демократик Республикаһы]]нда берҙән-бер булып тора.
 
== Атамалары ==
 
=== Рәсми атамалар ===
* Хәҙерге ''хангыль'' ({{lang-ko2|한글}}) атамаһы ''Чу Сигён'' менән 1912 йылда индерелә. Ул боронғо корей телендә «бөйөк яҙыу» тип аңлатылһа, хәҙерге корей телендә «корея яҙыуы» тип аңлатыла. Ханчала был атаманы яҙып булмай, әммә «"корея»"ны аңлатыусы тәүге ''хан'' ({{lang-ko2|한}}) ижеген {{lang-ko2|韓}} тип яҙырға мөмкин. {{lang-ko2|契}} иероглифынан {{lang-ko2|글}} ижеге барлыҡҡа килгән, ләкин хәҙерге ваҡытта былай итеп яҙыла алмай, сөнки ул корей телендә натурализацияланған.
 
* [[Корея Халыҡ Демократик Республикаһы|Төньяҡ Кореяла]] илдең башҡа исеменә ярашлы булған ''Чосон мунча'' ({{lang-ko|조선 문자}}) атамаһы таралған.
 
* Ғалимдар фекере буйынса, башта алфавит ''Хунмин Чоным'' ({{lang-ko3|훈민정음|訓民正音}} тип исемләнгән.
 
=== Башҡа атамалар ===
* Чосонгыль ({{lang-ko2|조선글}}), «чосон яҙыуы»  — Төньяҡ Кореяла ҡулланыла, был ҡабул ителгән илдең үҙ атамаһына  — «Чосон» ({{lang-ko2|조선}}) исеменә яраҡлашып атала.
* Уригыль ({{lang-ko2|우리글}}), «беҙҙең яҙыу»  — был атама Төньяҡ Кореяла ла, Көньяҡ Кореяла ла ҡулланыла.
* Куксо ({{lang-ko2|국서 / 國書}}) һәм кунмун ({{lang-ko2|국문 / 國文}}), «милли яҙыу»  — был атамалар менән ХХ быуат башында файҙаланғандар, хәҙер улар иҫкергән тип иҫәпләнә.
 
XX быуат башында хангыль ғәмәлдә әҙәбиәттә ҡулланылмаған, һәм бик ябай тип иҫәпләнгән. Уның урынына ҡытай иероглифтарында нигеҙләнгән ''ханча'' яҙыуы менән файҙаланғандар. Кореяның әҙәби элитаһы хангыльды мыҫҡыллап түбәндәгесә атағандар:
58 юл:
Хангыль, башҡа һинд яҙыуҙары төрҙәре кеүек, фонетик булып тора (йәғни һәр бер өндөң үҙенә ярашлы билдә булған). Ҡайһы бер хангылдың билдәләре ''деванагари'' яҙыуына оҡшаған. Телсе ''Гэри Ледьярд'' буйынса, хангылдың бер сығанағы булып ''Пагба-лама'' менән төҙөлгән ''монгол квадрат яҙыуы'' булып торған<ref>Ledyard, Gari K. The Korean Language Reform of 1446. Seoul: Shingu munhwasa, 1998.; Ledyard, Gari. «The International Linguistic Background of the Correct Sounds for the Instruction of the People.» In Young-Key Kim-Renaud, ed. The Korean Alphabet: Its History and Structure. Honolulu: University of Hawai’i Press, 1997.</ref>.
 
Хангыль проектын эшләү 1443 йыл аҙағында  — 1444 йыл башында тамамланған һәм 1446 йылда «Хунмин Чоным» («Дөрөҫ өндәр тураһында халыҡҡа нәсихәт») тип исемләнгән документта баҫылып сыҡҡан. Алфавит ошо документтың исеме менән аталған. «"Хунмин Чоным»"дың нәшер ителеү датаһы  — 9 октябрь ''Хангыль көнө'' булараҡ [[Корея Республикаһы|Көньяҡ Кореяла]] билдәләнә, уның аналогы [[Корея Халыҡ Демократик Республикаһы|Төньяҡ Кореяла]] 15 ғинуарҙа билдәләнә.
 
Таралған риүәйәт буйынса, балыҡсыларҙың буталған ауын күреп батша Седжон билдәләрҙең дөйөм һүрәтен уйлап таба. Әммә фольклор нигеҙе 1940 йылда «Хунмин Чоным Хэре» («„Хунмин""Хунмин Чоным“дыңЧоным"дың аңлатмалары һәм өлгөләре»") тип аталған һәм 1446 йылда нәшер ителгән документ табылғас ҡына дөрөҫләнә. Был документ тартынҡы өндәрҙе билдәләгән хәрефтәрҙең формаһын артикуляцион фонетика яҡтан аңлатһа, ә бына һуҙынҡы өндәрҙе билдәләгән хәрефтәрҙең формаһын ''«инь и ян»'' фәлсәфәһе һәм һуҙынҡылар гармонияһы менән аңлатыла.
 
Яңы яҙыу төҙөүҙе Седжон батша былай тип аңлатҡан: корея теле [[ҡытай теле]]нән айырыла, һәм ҡытай иероглифтарын өйрәнеүе ябай кеше өсөн бик ауырға тура килгән. Был осорҙа тик аҡһөйәктәр ҡатламына ҡараған ир-егеттәр генә белем ала алғандар, ә күп кенә кореялылар уҡый-яҙа белмәгәндәр.
 
Хангыль тик ханча яҙыуын танырға теләгән әҙәби элита яғынан ҙур ҡаршылыҡҡа осраған.
Бының типик өлгөһө  — ''Чхве Малли''ҙың һәм башҡа [[Конфуцианлыҡ|конфуциан]] философтарының 1444 йылғы протесты булып тора.
 
Һуңыраҡ дәүләт хөкүмәтенең хангылға мөнәсәбәте һыуый башлай. Чосон династияһының унынсы батшаһы ''Ёнсангун'' 1504 йылда хангылды өйрәнеүҙе һәм уны дәүләт эштәрендә ҡулланыуҙы тыя, ә батша ''Чунджон'' 1506 йылда Онмун (халыҡ яҙыуы) министырлығын бөтөрә. Аҙаҡтан хангыль менән күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар һәм әҙ белемле кешеләр файҙаланғандар.
71 юл:
XIX быуат аҙағында [[Япония]]ның йоғонтоһо Корея ярымутрауында көсәйеүе менән илдә милли хәрәкәт күтәрелә. Хангыль милли символға әүерелә. Кабо реформаһынан ({{lang-ko3|갑오 개혁|甲午改革}}) һуң 1894 йылда хангыль тәүгә рәсми документтарҙа күренә башлай.
 
1910 йылда Кореяны Япония аннекциялағандан һуң, мәҙәни ассимиляцияһы сәйәсәтен алып барған япон оккупацияһына ҡаршы хангылды мәктәптәрҙә өйрәтә башлайҙар. Аҙаҡтан хангыль, Япония колониаль идаралығы осоронда, матбуғатта стандарт тел булып китә. 1933 йылдың 29 октяберендә ''Хангылдың стандарт системаһы'' (한글 마춤법 통일안) ҡабул ителә. 1940 йылда хангылды икенсе телдәргә транскрипциялау системаһы баҫылып сыға. Был ваҡытта корея яҙыуы ханча һәм хангылдың ҡатнаш системаһынан торған  — лексик тамырҙар ханчала яҙылһа, грамматик формалар хангылда булғандар.
 
1945 йылда Япониянан бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан һуң, Кореяның рәсми яҙыуы тип хангыль ҡулланыла башлай һәм тиҙҙән ҡатнаш система юғала килә. Шулай ҙа, хәҙерге заманда ханча яҙыуын гәзиттәрҙең мәҡәлә исемдәрендә, лозунгтарҙа, ресторандар атмаларында осратырға мөмкин.
 
1950-се йылдар уртаһында профессор А.&nbsp; А.&nbsp; Холодович хангылдан [[Кирил әлифбаһы|кириллицаға]] күсеү транскрипция системаһын төҙөй. Тиҙҙән телсе Лев Концевич был системаны тағы ла яҡшырта. Был Концевич системаһы тип атала.
 
XXI быуат башында [[Сеул]] ҡалаһында хангыль музейы төҙөлә башлай<ref>[http://vestnik.kr/culture/4014.html В Сеуле построят музей корейского алфавита] ''Сеульский вестник'', 20 июля 2011.</ref>.
 
== Алфавит составы ==
Хангыль элементтары '''''чамо''''' ({{lang-ko3|자모|字母}} тип атала ([[ҡытай теле|ҡыт.]] ''zìmǔ''&nbsp; — ''цзыму'') йәки '''''нассори''''' ({{lang-ko2|낱소리}})). '''''Ча''''' ([[ҡытай теле|ҡыт.]] 字 ''цзы'') «хәреф» тип аңлатылһа, ә '''''мо''''' ([[ҡытай теле|ҡыт.]] 母 ''му'') «әсә» тип тәржемә ителә. Чамо&nbsp; — корей яҙыуы нигеҙләнгән төп блоктар.
 
Йәмғеһе 51 чамо бар, уларҙың 24 ғәҙәттәге алфавиттың хәрефтәренә тап килә. Ҡалған 27 чамо ике йәки өс хәрефтән торған комбинациялар (диграфтар һәм триграфтар) булып торалар. 24 ябай чамоның 14 тартынҡы (чаым, {{lang-ko3|자음|子音}} «бала өндәре»), ә ҡалаған унауһы һуҙынҡы (моым, {{lang-ko3|모음|母音}} «әсә өндәре») булып торалар. Ун алты диграфтарҙың биш көслө тартынҡылары ябай тартынҡыларҙы парлаштырыу юлы менән, ә ҡалған ун бере төрлө хәрефтәрҙән барлыҡҡа киләләр. Ун чамо һуҙынҡылары ун бер дифтонгыларға берләшәләр. Артабан алфавиттың тулы составы бирелә:
100 юл:
|bgcolor=#ffaaaa width=30 height=60|башланғыс||bgcolor=#aaffaa width=30|урталлы
|}
|
{|
|-align=center
148 юл:
|}
|}
 
== Хангыль һәм компьютерҙар ==
Юникодта хәреф төркөмдәрен бөтөнләй (''Hangul Syllables'' диапазоны, <code>U+AC00</code>…<code>U+D7A3</code>), йәки хәрефтәрҙе айырым-айырым кодлау (''Hangul Jamo'' диапазоны, <code>U+1100</code>…<code>U+11FF</code>)  — аҙаҡҡы осраҡта нәшер итеүсе ҡулланма үҙе хәрефтәрҙән төркөмдәр барлыҡҡа килетерергә тейеш.
 
''Hangul Syllables'' диапазоны ижектәре Көньяҡ Корея алфавиты тәртибендә урынлаштырыла. Улар 588 ижектәрҙән торған 19 төркөмгә бүленгән. Һәр бер төркөм бер үк тартынҡынан башланған ижектәрҙән тора. Мәҫәлән, <code>U+AC00</code>…<code>U+AE4B</code>  — киёктан башланған ижектәр, <code>U+AE4C</code>…<code>U+B097</code>  — ссангиёктан, һәм башҡалар. Һәр бер төркөм үҙ сиратында 28 ижектән (аҙаҡҡы тартынҡылар буйынса) торған 21 төркөмсәгә (үҙәк һуҙынҡылары буйынса) бүленә. Шулай итеп, Юникодтағы ижектең һанын түбәндәге формула буйынса иҫәпләп сығарырға мөмкин:
 
: 0xAC00 + (''башланғыс_тартынҡының_һаны минус бер'') × 588 + (''һуҙынҡының_һаны минус бер'') × 28 + (''һуңғы_тартынҡының_һаны'' йәки 0)
Юл 158 ⟶ 159:
 
== Транскрипция ==
 
=== Кириллизация ===
1950-се йылдар уртаһында профессор А.&nbsp; А.&nbsp; Холодович хангылдан [[Кирил әлифбаһы|кириллицаға]] күсеү транскрипция системаһын төҙөй. Тиҙҙән телсе Лев Концевич был системаны тағы ла яҡшырта. Концевич системаһы Холовичтыҡынан ㅈ хәрефенең өнөн билдәләр өсөн ''чж'' урынына ''дж'' ҡулланыуы менән айырыла. Концевич системаһы хәҙерге заманда ғәмәлдә корея теленән транскрипциялауҙың стандарты булып тора.
 
=== Романизация ===
Корея һүҙҙәренең [[Латин әлифбаһы|латиница]] менән күрһәтер өсөн бер нисә система бар:
# Яңы латин транскрипцияһы (яңы романизация)  — 2000 йылда ҡабул ителә.
# Маккьюн—Райшауэр системаһы  — 1937 йылда ҡабул ителә.
# Мартин системаһы (романизацияның Йель системаһы)  — [[Икенсе донъя һуғышы]] осоронда ҡабул ителә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хангыль» битенән алынған