Хангыль: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
" {{Письменность |имя = Хангыль (чосонгыль, корёгыль) |тип = ижекле |язы…" исемле яңы бит булдырылған
 
60 юл:
Хангыль проектын эшләү 1443 йыл аҙағында — 1444 йыл башында тамамланған һәм 1446 йылда «Хунмин Чоным» («Дөрөҫ өндәр тураһында халыҡҡа нәсихәт») тип исемләнгән документта баҫылып сыҡҡан. Алфавит ошо документтың исеме менән аталған. «Хунмин Чоным»дың нәшер ителеү датаһы — 9 октябрь ''Хангыль көнө'' булараҡ [[Корея Республикаһы|Көньяҡ Кореяла]] билдәләнә, уның аналогы [[Корея Халыҡ Демократик Республикаһы|Төньяҡ Кореяла]] 15 ғинуарҙа билдәләнә.
 
Таралған риүәйәт буйынса, балыҡсыларҙың буталған ауын күреп батша Седжон билдәләрҙең дөйөм һүрәтен уйлап таба. Әммә фольклор нигеҙе 1940 йылда «Хунмин Чоным Хэре» («Объяснения и примеры „Хунмин Чоным“дың аңлатмалары һәм өлгөләре») тип аталған һәм 1446 йылда нәшер ителгән документ табылғас ҡына дөрөҫләнә. Был документ тартынҡы өндәрҙе билдәләгән хәрефтәрҙең формаһын артикуляцион фонетика яҡтан аңлатһа, ә бына һуҙынҡы өндәрҙе билдәләгән хәрефтәрҙең формаһын ''«инь и ян»'' фәлсәфәһе һәм һуҙынҡылар гармонияһы менән аңлатыла.
 
Яңы яҙыу төҙөүҙе Седжон батша былай тип аңлатҡан: корея теле [[ҡытай теле]]нән айырыла, һәм ҡытай иероглифтарын өйрәнеүе ябай кеше өсөн бик ауырға тура килгән. Был осорҙа тик аҡһөйәктәр ҡатламына ҡараған ир-егеттәр генә белем ала алғандар, ә күп кенә кореялылар уҡый-яҙа белмәгәндәр.
 
ХангылғаХангыль тик ханча яҙыуын танырға теләгән әҙәби элита яғынан ҙур ҡаршылыҡҡа осраған.
Бының типик өлгөһө — ''Чхве Малли''ҙың һәм башҡа [[Конфуцианлыҡ|конфуциан]] философтарының 1444 йылғы протесты булып тора.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хангыль» битенән алынған