Якушев Владимир Владимирович: өлгөләр араһындағы айырма

Рәсәй дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы-ғалим
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
"'''Якушев Владимир Владимирович''' (14 июнь 1968) - Рәсәйҙең билдәле дәүләт эшмәкә…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

10:53, 10 март 2015 өлгөһө

Якушев Владимир Владимирович (14 июнь 1968) - Рәсәйҙең билдәле дәүләт эшмәкәре, 2005 йылдың 24 ноябренән Төмән өлкәһе губернаторы, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Юғары советы ағзаһы, иҡтисад фәндәре кандидаты (2005), Почет (2008) һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

Владимир Владимирович Якушев 1968 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының Нефтекама ҡалаһында алыҫ араларға йөрөүсе шофер-водитель ғаиләһендә тыуған. Ете йәшендә ата-әсәһе менән Ямал-Ненец автономиялы округының Надым ҡалаһына күсенеп килә һәм шунда урта мәктәпте тамамлай. 1986 йылдың 26 июненән 1988 йылдың 6 июненә ҡәҙәр Совет Армияһы сафтында хәрби хеҙмәттә була һәм запасҡа ҡайтарылғандан һуң Төмән дәүләт университетына уҡырға инә. 1993 йылда был уҡыу йортоноң юридик факультетын «хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса, 1997 йылда — ситтән тороп иҡтисад факультетын «финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса, иҡтисадсы квалификацияһы алып, уңышлы тамамлап сыға.

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Көнбайыш Себер комерция банкының Ямал-Ненец филиалында юристконсультатн булып 1993 йылда башлай. Артабан 1994 йылдың 25 июленән 1995 йылдың 24 ғинуарынаса банк филиалы директоры вазифаһын башҡарыусы, шунан уның директоры булып эшләй.



Сығанаҡтар