Урман: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
46 юл:
 
== Урман һәм кеше әүҙемлеге ==
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, һуңғы 10 мең йылда ул осорҙағы урмандарзың өстән ике өлөшө генә ҡалған, 500 миллион гектар ер ваҡ-төйәк ҡыуаҡтарҙан башҡа бер нәмә лә үҫмәй торған ҡыҫыр сүлгә әүерелгән. Англияла урман ерҙәренең 95 проценты ҡырылһа, [[Италия]], [[Франция]], Испания кеүек илдәрҙә был тәбиғәт байлығының 10-15 проценты ғына ҡалған.<ref>[http://ktrb.ru/print/inin-673.html Урмандарыбыҙ — Гиннесстың рекордтар китабында] {{ref-tt}}</ref> Кешелек йәшәйше өсөн мөһим булған тропик урмандар минутына 26 гектар тиҙлек менән юҡҡа сыға бара. 25 йылдан һуң уларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар, ти белгестәр. Урмандар әҙәйгән һайын, һауа сафлығын юғалтып ғына ҡалмай, йылғалар һайыға, күлдәр кибә, ер аҫты һыуҙары төпкә китә бара һәм ер йөҙөнә ҡоролоҡ янай. Ер шарындағы урмандарҙың 22 проценты Рәсәйгә тура килә. 722 миллион гектар урманда, 75 миллиард кубометр ағас запасы бар. Рәсәй урмандарының 42,7 проценты техник яҡтан өлгөргән урманға керә. Ләкин һуңғы йылдарҙағы ҙур янғындар нәтижәһендә миллион гектар урман юҡҡа сыҡты.<ref>[http://drogganoye.tatarstan.ru/tat/index.htm/news/154621.htm Һайрар ҡоштарың менән матур һин, урман!] {{ref-tt}}</ref><ref>[http://drogganoye.tatarstan.ru/tat/index.htm/news/154621.htm Һайрар ҡоштарың менән матур һин, урман!] {{ref-tt}}</ref>
 
Урмандың иң яуыз дошманы — янғын. Ҡоролоҡло йылдарҙа илдең теге йәки был төбәгендә урман янғындары ҡабына. Урман янғындары сығыуға йыш ҡына кеше сәбәпсе була, сөнки урман янғындарының 95% ы тораҡ пункттарынан 20 километрға тиклем булған арала ҡабына. Урман янғындары, нигеҙҙә, урманда булған кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға.<ref>[http://www.biektaw.ru/ru/the-news/item/751-agachlarda-keshe-yazmyishyi.html?tmpl=component&amp;print=1 Ағасларҙа кеше яҙмышы]</ref><ref>[http://www.biektaw.ru/ru/the-news/item/751-agachlarda-keshe-yazmyishyi.html?tmpl=component&amp;print=1 Ағасларҙа кеше яҙмышы]</ref><ref>[http://www.biektaw.ru/ru/the-news/item/751-agachlarda-keshe-yazmyishyi.html?tmpl=component&amp;print=1 Ағасларҙа кеше яҙмышы]</ref>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Урман» битенән алынған