Урман: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
35 юл:
Урман — һавала газ алмашыу кеүек мөһим процесста актив ҡатнашыусы гигант фильтр ул. Урман үҫемлектәре һаванан кеше һәм хайуандар бүлеп сығарған углекислый газды йотоп бара һәм уны кислород менән байыта. Иҫәпләүҙәр күрһәткәнсә, мәҫәлән, дүрт ҙур ағас бер кешене тәүлек буйына етәрлек кислород менән тәэъмин итә.
 
Ағасларҙың сәләмәтләндереү әһәмиәте тағы шунда, улар һауаны туҙандан һәм завод-фабрикалар бүлеп сығарған зарарлы газдарҙан таҙарталар. Урманда туҙан булмай. Ҡарама, йүкә, сирень ағастары туҙанды башҡаларға ҡарағанда күберәк йота — 1 йылға 35 килограмм тирәһе. Урман һауаны төрлө зарарлы ҡатнашмаларҙан таҙарта, уны кислород менән туйындыра. Ғалимдәр бер кешегә 100-150 квадрат метр йәшел зона тура килергә тейешлеген иҫәпләп сығарған.<ref>[http://www. name="biektaw.ru/ru/the-news/item/751-agachlarda-keshe-yazmyishyi.html?tmpl=component&amp;print=1 Ағасларҙа кеше яҙмышы]</ref><ref">[http://www.biektaw.ru/ru/the-news/item/751-agachlarda-keshe-yazmyishyi.html?tmpl=component&amp;print=1 Ағасларҙа кеше яҙмышы]</ref>
 
Фитонцидтар — күҙгә күренмәй торған урман «санитарҙары». Был матдәләр ауыырыу тыуҙырыусы микробтарҙың, бактерияләрҙың, бәшмәктәрҙең үҫеш процесстарын бер туҡтауһыҙ кәметеп тора һәм уларҙы аяуһыҙ рәүештә юҡ итә.
43 юл:
[[Ҡарағай]] һәм [[кедр]] ағаслыҡтарындағы фитонцидтар айырыуса көслө була. Улар көндөҙ ҙә, төндә дә һауа ҡатлауын ғажәйеп ҙур теүәллек менән айҡап сығалар, нәтижәлә һауа таҙара.
 
Фитонцидтар ауырыу тыуҙырыусы микробтарга ғына һәләк иткес тәэҫир яһап ҡалмай. [[Муйыл]] фитонциды, мәҫәлән, инфекция таратыусы талпандарҙы һәм кимереүселәрҙе лә ағыулай. Фитонцидтарҙың был үҙенсәлегенән медицинада, аҙыҡ сәнәғатендә һәм ауыл хужалыгында файҙаланалар. Медицинала фитонцидлы препараттар киң ҡулланылыш тапты.<ref>[http://www.biektaw.ru/ru/the-news/item/751-agachlarda-keshe-yazmyishyi.html?tmpl name=component&amp;print=1 Ағасларҙа кеше язмышы] {{ref-tt}}</ref><ref>[http://www."biektaw.ru/ru/the-news/item/751-agachlarda-keshe-yazmyishyi.html?tmpl=component&amp;print=1 Ағасларҙа кеше язмышы]" {{ref-tt}}</ref>
 
== Урман һәм кеше әүҙемлеге ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Урман» битенән алынған