Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
| imdb_id =
}}
'''Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы''' (28 декабрь 1915 — 13 октябрь 1997) — күренекле башҡорт совет актрисаһы, шағир, драматург һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1949) һәм халыҡ (1954), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955) артисы, 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
21 юл:
 
== Театр эшмәкәрлеге ==
Күренекле башҡорт драматургы Сәғит Мифтахов пьесаһы буйынса ҡуйылған Һаҡмар спектаклендә Айһылыу роленән башлап, үҙенсәлекле драма актрисаһы үҙенең дүрт тиҫтәгә яҡын ижади ғүмере барышында йөҙләгән һоҡланғыс образ тыуҙырҙы. Һәр артист өсөн мәжбүри булған ыңғай сифаттарҙы - тышҡы һылыулыҡ, юғары хистәргә бай күңел һәм матур ғына түгел, моңло ла тауышты – үҙендә туплауы, сәхнәлә ихласлығы һәм ябайлығы менән Рәғиҙә Янбулатова бер нисә быуын театр һөйөүселәренең ихлас күңелдән яратҡан артистарының береһенә әйләнде. Ул ғына түгел: һәр образды бары тик үҙенсә генә һынландырыу, уны тамашасы күңеленә барып етерлек итеп асып биреүгә бар тырышлыҡты һалыу шиғри хисле артисты бар ижад эшмәкәлеге барышында оҙатып килде. Нәтижәлә ысын мәғәнәәһендә тамашасы һөйөүен яулаған Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы 1949 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы исеменә, тағы ла биш йылдан республиканың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. 1955 йылда илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткәреләгүткәрелгән Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте декадаһынан һуң уға РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡорт сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм ижади ҡаҙаныштары өсөн Рәғиҙә Янбулатова СССР миҙалдары менән дә бүләкләнде, күп тапҡырҙар төрлө кимәл етәкселәр ҡул ҡуйған Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Актрисаның түбәндәге рольдәре Башҡорт академия драма театры тарихында ныҡлы урын алған:
== Рольдәре ==
 
== Әҙәби эшмәкәрлеге ==
Рәғиҙә Янбулатова тынғыһыҙ сәхнә эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәшлек йылдарынан уҡ әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. 1957 йылда Елбәҙәк ҡарҙар тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығы донъя күргәндән һуң СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгән нескә күңелле шағир артабан тағы ла бер нисә китабын нәшер итте, улар араһынан берәүһенә балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр тупланған. Үҙен сәхнәгә арнаған ижадсының шиғырҙары ла тәрән тойғоло, бай моң-аһәңле һәм нескә хисле булыуҙары менән йыр һүҙҙәренә тартымдар. Шуға ла уларға билдәле башҡорт композиторҙары Рәүеф Мортазин, Хөсәйен Әхмәтов, Таһир Кәримов һәм Бәхти Ғайсин бик күп көй яҙҙы, был йырҙар шунда уҡ тиерлек башҡарыусылар араһында ла, төрлө быуын тыңлаусылар ҙа ла ҙур популярлыҡ яуланы.
Композитор Рәүеф Мортазин менән берлектә Һәҙиә Дәүләтшинаның Ырғыҙ романы буйынса Дауыл тигән операға либретто яҙып бер ни тиклем тәжрибә туплаған Рәғиҙә Янбулатова артабан үҙ ҡәләмен драматургия өлкәһендә лә емешле генә һынап ҡараны. Уның башҡорт халыҡ ижадының бай һәм ҡабатланмаҫ өлгөләренә нигеҙләнеп яҙылған Байрамбикә пьесаһы Арыҫлан Мөбәрәкову исемендәге Сибай башҡорт драма театры сәхнәһендә, Ғашиҡтар төнө комедияһы Өфөнөң Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре тарафынан ҡуйылды. Үҙешмәкәр композитор Тәлғәт Шәриповтың был комедия нигеҙендә яҙылған опереттаһын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы бик теләп сәхнәләштерҙе.
Киң ҡырлы талант эйәһе төрлө телдәрҙә ижад ителгән драма әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүгә лә һиҙелерлек хеҙмәт һалды. Сит ил авторҙары Рамбиндрант Тагор, Абдулла Каххар һәм П.Калдерон, күп милләтле элекке СССР әҙиптәре Сыңғыҙ Айтматов, Любимова, В,Гусев һәм Тоҡаев һәм башҡаларҙың пьесаларын башҡортсаға ауҙарҙы. Быларҙан тыш шағир бик күп урыҫ йырҙары текстарын да туған телебеҙгә тәржемәләне.
 
== Китаптары ==
Юл 37 ⟶ 40:
* Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1954)
* РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955)
 
== Өҫтәлмә мәғлүмәттәр ==
Рәғиҙә Янбулатованың тормош юлдашы – башҡорт сәнғәтенең мәшһүр вәкиле, театр һәм кино артисы, аҙаҡтан режиссер һәм драматург булып танылған һәм 1955 йылда башҡортттар араһынан тәүгеләрҙән булып СССР-ҙың халыҡ артисы тигән юғары һәм хөрмәтле исемгә лайыҡ булған атаҡлы ир-уҙаман Арыҫлан Мөбәрәков (1908—1977). Улар Өфөнөң Коммунистик урамындағы 34/1 һанлы йортта йәшәне. Бөгөн унда мемориаль тактаташ ҡуйылған.
 
Ике сәхнә әһеленең ҡыҙы, образлы итеп әйткәндә, сәхнәлә тыуып-үҫкән Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ла республикабыҙҙың ғына түгел, бөтөн ил сәнғәтенең яҡты йондоҙона әүерелде: башҡарған сағыу рольдәре өсөн ул 1990 йылда атаһы кеүек СССР-ҙың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем менән бик тә нигеҙле баһаланды. Бында бер ҡыҙыҡлы фактҡа туҡталып китеү урынлы булыр: Арыҫлан Мөбәрәков республикала һәм башҡорттар араһында беренсе СССР-ҙың халыҡ артисы булһа, уның ҡыҙы – республикала был бейеклеккә күтәреүселәрһең һуңғыһы, ил буйынса уларҙың береһе булды. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы был шөһрәтле исемде алып ике йыл да үтмәне, СССР тигән бөйөк ил тарҡалып, юҡҡа сыҡты. Унан алда ғына халыҡ артисы исемен киң билдәле бер нисә сәнғәт вәкиленә биреп өлгөрҙөләр. СССР-ҙың һуңғы халыҡ артистары араһында йырсы Алла Пугачева һәм актер Олег Янковский бар.
== Сығанаҡтар ==
* Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное из-дательство, 1977. — 416 стр. {{ref-ru}}
Юл 44 ⟶ 52:
 
== Һылтанмалар ==
* [http://artists-cccp.ru/?p=199#more-199 Список Народных артистов 1990 года]
* [http://www.pravda.ru/news/culture/22-12-2011/1102843-artists-0/ Ровно 20 лет назад были названы последние народные артисты СССР]
 
[[Категория:Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар]]