Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
17 юл:
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова 1915 йылдың 28 декабрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Баҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҫмер сағы хәҙерге Ҡариҙел районынң Бәҙрәш ауылында үтә – ҡыҙ бер нисә йыл бында йәшәгән ағаһында тәрбиәләнә. Тәбиғәттән күп һәләттәргә эйә булған Рәғиҙә бик йәшләй үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаша, һәм нәҡ ошо әүәҫлек уның артабанғы тормош юлына туранан-тура йоғонто яһай ҙа инде. 1932 йылда ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ Өфө ҡалаһындағы ул ваҡытта эшләп килгән Башҡорт сәнғәт техникумына уҡырға инә һәм уның актер бүлеген легендар Хажи Бухарский класы буйынса 1935 йылда уңышлы тамамлап сыға. Ошо йылдан Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙының артабанғы бар тормошо һәм булмышы Башҡорт академия драма театры (хәҙер М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры) менән оҙаҡ йылдарға нвҡлы бәйләнде.
Рәғиҙә Янбулатова 1997 йылдың 13 октябрендә Өфөлә вафат булды.
 
== Театр эшмәкәрлеге ==
Күренекле башҡорт драматургы Сәғит Мифтахов пьесаһы буйынса ҡуйылған Һаҡмар спектаклендә Айһылыу роленән башлап, үҙенсәлекле драма актрисаһы үҙенең дүрт тиҫтәгә яҡын ижади ғүмере барышында йөҙләгән һоҡланғыс образ тыуҙырҙы. Һәр артист өсөн мәжбүри булған ыңғай сифаттарҙы - тышҡы һылыулыҡ, юғары хистәргә бай күңел һәм матур ғына түгел, моңло ла тауышты – үҙендә туплауы, сәхнәлә ихласлығы һәм ябайлығы менән Рәғиҙә Янбулатова бер нисә быуын театр һөйөүселәренең ихлас күңелдән яратҡан артистарының береһенә әйләнде. Ул ғына түгел: һәр образды бары тик үҙенсә генә һынландырыу, уны тамашасы күңеленә барып етерлек итеп асып биреүгә бар тырышлыҡты һалыу шиғри хисле артисты бар ижад эшмәкәлеге барышында оҙатып килде. Нәтижәлә ысын мәғәнәәһендә тамашасы һөйөүен яулаған Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы 1949 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы исеменә, тағы ла биш йылдан республиканың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. 1955 йылда илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткәреләг Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте декадаһынан һуң уға РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡорт сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм ижади ҡаҙаныштары өсөн Рәғиҙә Янбулатова СССР миҙалдары менән дә бүләкләнде, күп тапҡырҙар төрлө кимәл етәкселәр ҡул ҡуйған Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Актрисаның түбәндәге рольдәре Башҡорт академия драма театры тарихында ныҡлы урын алған:
 
== Рольдәре ==