Стәрлетамаҡ өйәҙе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
12 юл:
}}
 
'''Стәрлетамаҡ өйәҙе'''  — 1781 йылда [[Өфө наместниклығы]] составында ойошторола. Өйәҙгә [[Өфө провинцияһы]]ның көньяҡ өлөшө инә. 1782—1922 йй. [[Ырымбур губернаһы]] һәм [[Өфө губернаһы]] составында ойошторола.
 
Административ уҙәге  — [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһы.
 
== Тарих ==
[[1781]] йылда [[Өфө наместниклығы]] составында ойошторола. Өйәҙгә [[Өфө провинцияһы]]ның үҙәк өлөшө инә. [[1796]] йылда алып  — Ырымбур губернаһы, [[1865]] йылдаң  — [[Өфө губернаһы]] составында. [[1919]] йылда 5 улус [[Табын кантоны]], 20 улус  — [[Юрматы кантоны]], [[1920]] йылда 16 улус һәм Стәрлетамаҡ  — [[Башҡортостан автономияһы|АСБР]], 5 улус [[Өфө губернаһы]] составына инә. Өйәҙ [[1921]] йылда бөтөрөлә, территорияһы Стәрлетамаҡ кантонына бирелә.
 
== География ==
[[1796]] йылдаң алып [[Ырымбур губернаһы]], [[1865]] йылда  — [[Өфө губернаһы]] составында. XVIII быуат аҙағында төньяҡта  — [[Өфө өйәҙе]], көнсығышта  — [[Верхнеурал өйәҙе]], көньяҡта  — [[Ырымбур өйәҙе]], көнбайышта [[Бәләбәй өйәҙе]] менән сиктәш була. Административ үҙәге  — [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһы.
 
Майҙаны  — 21 271 км² (1897).
 
== Халҡы ==
XVIII быуат аҙағында  — 58277 кеше (шул иҫәптән [[башҡорттар]] —25 262), [[1897]] йылда  — 327 382 ([[башҡорттар]]  — 115 796, [[латыштар]]  — 1955, [[мишәрҙәр]]  — 12 295, [[мордвалар]]  — 15 963, [[татарҙар]]  — 20 193, [[типтәрҙәр]]  — 3 800, [[украиндар]]  — 1 585, [[урыҫтар]]  — 130 883 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 294 720 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар  — 29 191, дворяндар  — 1498 һәм башҡа; [[мосолмандар]]  — 152586, православие динендәгеләр  — 172 796 (шул иҫәптән 7488 старообрядсы), протестанттар  — 1679 һәм башҡа. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙҙә 8‑се башҡорт һәм 3‑сө мишәр кантоны ойошторола. [[1865]] йылда өйәҙ  — 4, [[1896]] йылда 5 станға бүленә. [[1873]] йылда  — 33 (Аҙнай, Архангел, Арыҫлан, Бишҡайын, Богоявленск, Бошман-Ҡыпсаҡ, Васильевка, Верхотор, Воскресенск, Гәрә-Ҡыпсаҡ, Дурас, Дыуан-Табын, Дәүләтҡол, Ергән, Илсек-Тимер, Ишбарс, Кесе Табын, Кәлсер-Табын, Ҡалҡаш, Ҡарағош, Ҡармыш, Ҡуғанаҡ, Левашев, Маҡар, Меркет, Мәләүез, Өршәк-Мең, Петровск, Сытырман, Татьяновка, Үрге Уҫылы, Фёдоровка, Шмит), [[1917]] йылда 35 улус була. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 1069 торама пункт иҫәпләнә. Халыҡтың төп өлөшө игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.
 
== Иҡтисад ==
[[1904]] йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинәләрҙә) 276,9 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге  — 77,4, бойҙай  — 53,4, һоло  — 48,9, тары  — 48,2, борай  — 18,1, ҡарабойҙай  — 17,4, борсаҡ  — 5,8, картуф  — 4,1; һыйыр малы  — 32 522, йылҡы  — 29 000, һарыҡ  — 47 081, кәзә  — 5 211, сусҡа  — 4 187 баш. XX быуатта башында Архангел суйыниретеү заводы, Богоявленск заводы, Верхотор заводы, Воскресенка заводы, 3 шарапҡыуыу заводы, 1 һыра ҡайнатыу, 120 кирбес һуғыу, 20 тире иләү заводы һәм башҡа предприятиелар эшләй. Стәрлетамаҡта, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Түбәнге Ҡарамалы аа. ҙур йәрминкәләр үткәрелгән. 212 мәсет, 23 сиркәү һәм 9 часовня (1877); 273 уҡыу йорто (1912) иҫәпләнгән.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{примечания}}
 
== Һылтанмалар ==