Филиппов Александр Павлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Александр Филиппов бала сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлаған һәм бишенсе синыфта уҡығанда уларҙың бер нисәһен ул ваҡытта бөтә [[Советтар Союзын]]ың балалар баҫмаһы булараҡ [[Мәскәү]]ҙә нәшер ителгән [[«Пионерская правда»]] гәзитенә ебәргән. Улар унда баҫылып сыҡҡан. Үҙәк матбуғат материалдарына ул осорҙа ниндәй талаптар ҡуйылғанан иҫкә төшөрөү ҙә шиғырҙарҙың ниндәй кимәлдә булыуы тураһында асыҡ һөйләй. 19 йәшендә педагогия инстиутына уҡырға килгәндә Александр Филиппов ижад емештәрен «Ленинец» республика йәштәр гәзитендә лә баҫтырып өлгөргән йәш шағир була. Шуға ла фекерҙәштәре уны бер тауыштан факультетта эшләп килгән әҙәби түңәрәктең старостаһы итеп һайлап ҡуя. Вуз тамамлап ауылға уҡытыусы итеп ебәрелһә лә, ижад ҡомары өҫтөнлөк алғас, йәш белгес журналистика юлынан китә. Республика радиоһының үҙ хәбәрсеһе, аҙаҡтан [[Өфө]]лә радиотапшырыуҙар редакцияһында мөхәррир булыу Александр Филиппов оло тәжрибә бирә. Ҡәләмен ҡулынын төшөрмәгән әҙип тиҫтә йыл әсендә тос ҡына йыйынтыҡҡа етерлек шиғри әҫәрҙәр туплап өлгөрә һәм уның тәүге ижад ҡарлуғасы «Зарницы» исемле беренсе китабы 1961 йылда донъя күрә. Аҙаҡтан 3 — 4 йыл арауыҡ менән уның йыйынтыҡтары бер-бер артлы нәшриәттән сығып ҡына тора. 1972 йылда [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә баҫылған «Пора тополиных вьюг» тигән шиғырҙар һәм поэма тупланған китабы өсөн шағир 1973 йылда республика комсомолының [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы]]на лайыҡ була.
 
Дөйөм ижадындағы кеүек үҙенең сценарийҙарында ла Александр Филиппов тыуған республикаһы темаһына даими мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, уның «Башҡорт балы», «Башҡортостан нефтселәре», «Республиканың бер көнө», «Башҡортостан умартасылыҡтарында» тип исемләнгән киносценарийҙары бының асыҡ дәлиле булып тора. Улар тамашасының һәм тәнҡитселәрҙең юғары баһаһын алды, ә «Башҡорт балы» документаль кинофильмы үҙ ваҡытында [[Бухарест]]а үткән халыҡ-ара конкурста беренсе премияға лайыҡ булды.
 
== Китаптары ==
* ЗаринцыЗарницы: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 80 с. {{ref-ru}}
* Журавлиный полет: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1965. — 80 с. {{ref-ru}}
* Горсть земли: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — 80 с. {{ref-ru}}