Аманат (журнал): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Талгат Шагманов Аманат битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Аманат (журнал)
к
7 юл:
|адресы = 450001, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2.|веб-сайт = http://amanatrb.ru/}}
 
'''Аманат'''  — [[Башҡортостан Республикаһы]]ның мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә ай һайын сыға торған нәфис-публицистик журналы.
Журналдың исемендәге "«аманат"» һүҙе  "«васыят"» тигән мәғәнәлә. Журнал [[Башҡортостан]] халҡы, балалар тормошо, [[фән]] һәм [[техника]], [[әҙәбиәт]] һәм [[сәнғәт]], [[спорт]] өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра. Журналда мәктәп тормошо, тәбиғәтте һаҡлау, буш ваҡытты ойоштороуға арналған бүлектәр бар.
 
== Тарихы ==
* [[1929]] йылдың мартынан Башҡортостан пионерҙар ойошмаһының һәм РКСМ өлкә комитетының органы булараҡ «Керпе» исеме менән нәшер ителә. Журналды ойоштороусыһы һем беренсе мөхәррире М. Хәй була.
* [[1931]] йылдаң ғинуарынан журнал «Пионер» исеме менән баҫтырыла.
* [[Бөйөк Ватан һуғышы]] йылдарында журналды сығарыу эше туҡтатыла һәм [[1952]] йылдың сентябренән журнал тағы ла сыға башлай.
* [[1991]] йылдың апреленән журнал «Аманат» тип атала.
 
[[Рәшит Ниғмәти|Р. Ниғмәти]], [[Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы|З. Биишева]], [[Мостай Кәрим|М. Кәрим]], [[Абдулхаҡ Игебаев|А. Игебаев]], [[Фәүзиә Рәхимғолова|Ф. Р. Рәхимғолова]] кеүек күренекле әҙиптәр тәүге әҫәрҙәрен «Пионер» журналында баҫтырған.
Журналды [[Ырымбур өлкәһе|Ырымбур]], [[Һамар өлкәһе|Һамар]], [[Һарытау өлкәһе|Һарытау]], [[Ҡорған өлкәһе|Ҡорған]], [[Силәбе өлкәһе|Силәбе]] өлкәләрендә, [[Татарстан]] һәм [[Ҡаҙағстан]]да алдырып уҡыйҙар.
 
== Һылтанмалар ==
* [http://amanatrb.ru// «Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы]
* [http://amanat.pressarb.ru/ Пресса РБ сайты]
 
[[Категория:Башҡорт телендәге журналдар]]
[[Категория:Башҡортостан]] [[Категория:Матбуғат]] [[Категория:Әҙәбиәт]] [[Категория:Мәғариф]]
[[Категория:Аманат (журнал)]]