Йөҙ йыллыҡ һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
43 юл:
== Беренсе этап ==
Һуғыштың беренсе осоро Эдуард III өсөн уңышлы була, ул [[Нидерландтар|Түбәнге илдәр]] етәкселәре һәм Фландрия бюргерҙары менән килешеү төҙөргә ирешә, әммә 1340 йылда бер нисә һөҙөмтәһеҙ кампанияларҙан һуң был союз тарҡалыуға дусар була. Тәүге осорҙа Франция флоты диңгеҙҙә өҫтөнлөк тотҡан. Ләкин 1340 йылда Слейс янындағы диңгеҙ алышында француз флоты тулыһынса тиерлек ҡыйратыла һәм Йөҙ йыллыҡ һуғыш тамамланғанына тиклем диңгеҙҙә өҫтөнлөк Англия флотына күсә.
[[Файл:File:Prise caen 1346.jpg|мини|350п450пкс|1346 йылда инглиздәрҙең Калены яулауы]]
1341 йылда ''Бретань герцоглығы'' мираҫы өсөн һуғыш башлана. Бында Жан де Монфорҙы инглиз короле яҡлап сыҡһа, Карл де Блуаға француз монархы ярҙам итә. Артабанғы йылдар дауамында Бретаньдә дауам итә, Ванн ҡалаһы бер нисә тапҡыр бер ҡулдан икенсе ҡулға күсә. 1346 йылда Эдуард III, Ла-Манш аша үтеп, Францияға баҫып инә һәм Нормандия өлкәһенең Кан ҡалаһын ҡулға ала. 1346 йылдың 26 авгусында Креси янындағы алышта француз ғәскәрҙәре тар-мар ителә, һәм бытл бында Францияның союздашы булған [[Чехия|Богемия]] короле ''Иоганн Люксембургский'' һәләк була. 1347 йылда инглиздәр төньяҡ Францияла урынлашҡан Кале портын оҙайлы ҡамалыштан һуң яулап алалар. Шул уҡ йылда Невиллс-Кросс янындағы алышта [[Шотландия]] короллеге ғәскәрҙәрен еңеп, уның короле Давид II ҡулға алығандан һуң, Англияның хәле тағы ла яҡшыра.