Йөҙ йыллыҡ һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
 
== Сәбәбтәре ==
[[Файл:Edward III counting the dead on the battlefield of Crécy.jpg|мини|350п|Креси янындағы алышта король Эдуард III]]
Һуғышты Англия короле ''Эдуард III'' башлап ебәрә, ул әсәһе яғынан Капетингтар нәҫеленең француз короле ''Филипп IV Сибәр''ҙең ейәнсәре булған. 1328 йылда Капетингтар нәҫеленең туранан-тура һуңғы вәкиле Франция короле ''Карл IV'' үлгәндән һуң һәм Сали ҡанунына ярашлы ''Валуа нәҫеле''нең вәкилен ''Филипп VI'' тәхеткә ултырғандан һуң, Англия короле Эдуард III был тәхеткә дәғүә белдерә. Бынан башҡа монархтар иҡтисади мөнәсәбәтенән бик мөһим булған ''Гасконь'' өлкәһе өсөн бәхәсләшкәндәр. Был өлкә инглиз короленең биләмәһе булып торһа ла, ғәмәлдә уны Франция контролдә тотҡан. Тағы ла Эдуард III атаһы ''Эдуард II'' юғалтҡан территорияларҙы ла ҡайтарырға теләгән. Филипп IV инглиз короленән үҙен дәүләт башлығы булыуын таныуҙы талап иткән. 1329 йылғы компромисслы килешеүҙә ике яҡтарҙыла ҡәнәғәтләндермәгән. Әммә эске сәбәптәр арҡаһында Эдуард III француз тәхетенә дәғүә итмәүен белдерә һәм Филипп VI француз короле булыуын таный, һәм алмашҡа Гасконь өлкәһенә хоҡуҡтарын һаҡлап ҡала.
 
Юл 42 ⟶ 43:
== Беренсе этап ==
Һуғыштың беренсе осоро Эдуард III өсөн уңышлы була, ул [[Нидерландтар|Түбәнге илдәр]] етәкселәре һәм Фландрия бюргерҙары менән килешеү төҙөргә ирешә, әммә 1340 йылда бер нисә һөҙөмтәһеҙ кампанияларҙан һуң был союз тарҡалыуға дусар була. Тәүге осорҙа Франция флоты диңгеҙҙә өҫтөнлөк тотҡан. Ләкин 1340 йылда Слейс янындағы диңгеҙ алышында француз флоты тулыһынса тиерлек ҡыйратыла һәм Йөҙ йыллыҡ һуғыш тамамланғанына тиклем диңгеҙҙә өҫтөнлөк Англия флотына күсә.
[[Файл:EdwardFile:Prise IIIcaen counting the dead on the battlefield of Crécy1346.jpg|мини|350п|Креси янындағы1346 алыштайылда корольинглиздәрҙең ЭдуардКалены IIIяулауы]]
1341 йылда ''Бретань герцоглығы'' мираҫы өсөн һуғыш башлана. Бында Жан де Монфорҙы инглиз короле яҡлап сыҡһа, Карл де Блуаға француз монархы ярҙам итә. Артабанғы йылдар дауамында Бретаньдә дауам итә, Ванн ҡалаһы бер нисә тапҡыр бер ҡулдан икенсе ҡулға күсә. 1346 йылда Эдуард III, Ла-Манш аша үтеп, Францияға баҫып инә һәм Нормандия өлкәһенең Кан ҡалаһын ҡулға ала. 1346 йылдың 26 авгусында Креси янындағы алышта француз ғәскәрҙәре тар-мар ителә, һәм бытл бында Францияның союздашы булған [[Чехия|Богемия]] короле ''Иоганн Люксембургский'' һәләк була. 1347 йылда инглиздәр төньяҡ Францияла урынлашҡан Кале портын оҙайлы ҡамалыштан һуң яулап алалар. Шул уҡ йылда Невиллс-Кросс янындағы алышта [[Шотландия]] короллеге ғәскәрҙәрен еңеп, уның короле Давид II ҡулға алығандан һуң, Англияның хәле тағы ла яҡшыра.