Йөҙ йыллыҡ һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
өҫтәмә мәғлүмәт
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
42 юл:
== Беренсе этап ==
Һуғыштың беренсе осоро Эдуард III өсөн уңышлы була, ул [[Нидерландтар|Түбәнге илдәр]] етәкселәре һәм Фландрия бюргерҙары менән килешеү төҙөргә ирешә, әммә 1340 йылда бер нисә һөҙөмтәһеҙ кампанияларҙан һуң был союз тарҡалыуға дусар була. Тәүге осорҙа Франция флоты диңгеҙҙә өҫтөнлөк тотҡан. Ләкин 1340 йылда Слейс янындағы диңгеҙ алышында француз флоты тулыһынса тиерлек ҡыйратыла һәм Йөҙ йыллыҡ һуғыш тамамланғанына тиклем диңгеҙҙә өҫтөнлөк Англия флотына күсә.
[[Файл:Edward III counting the dead on the battlefield of Crécy.jpg|мини|350п|Креси янындағы алышта король Эдуард III]]
 
1341 йылда ''Бретань герцоглығы'' мираҫы өсөн һуғыш башлана. Бында Жан де Монфорҙы инглиз короле яҡлап сыҡһа, Карл де Блуаға француз монархы ярҙам итә. Артабанғы йылдар дауамында Бретаньдә дауам итә, Ванн ҡалаһы бер нисә тапҡыр бер ҡулдан икенсе ҡулға күсә. 1346 йылда Эдуард III, Ла-Манш аша үтеп, Францияға баҫып инә һәм Нормандия өлкәһенең Кан ҡалаһын ҡулға ала. 1346 йылдың 26 авгусында Креси янындағы алышта француз ғәскәрҙәре тар-мар ителә, һәм бытл бында Францияның союздашы булған [[Чехия|Богемия]] короле ''Иоганн Люксембургский'' һәләк була. 1347 йылда инглиздәр төньяҡ Францияла урынлашҡан Кале портын оҙайлы ҡамалыштан һуң яулап алалар. Шул уҡ йылда Невиллс-Кросс янындағы алышта [[Шотландия]] короллеге ғәскәрҙәрен еңеп, уның короле Давид II ҡулға алығандан һуң, Англияның хәле тағы ла яҡшыра.
 
73 юл:
 
Англия короленең уңыштары Францияға алты меңлек Шотландия ғәскәре килеүе менән тамамлана. 1421 йылда граф ''Джон Стюарт'' етәкселегендәге шотланд ғәскәре Боже янындағы алышта һан яғынан күп булған инглиз армияһын ҡыйрата. Был һуғышта Англия армияһының командующийы һәм кенә юғары дәрәжәле инглиз ғәскәре башлыҡтары һәләк була. 1422 йылда ''Мо'' ҡалаһында король Генрих V мәрхүм була. Уның берҙән бер 1 йәшлек малайы шунда уҡ Англия һәм Франция короле тип иғлан ителгән, әммә Арманьяктар дофин Карл яғында ҡалғандар һәм һуғыш дауам иткән.
[[Файл:Siege orleans.jpg|мини|350п|Орлеанды ҡамау]]
 
1423 йылдағы Краван янындағы алышта француз-шотланд ғәскәрҙәре бик ҙур юғалтыуҙар кисерәләр. Франция армияһы еңелгәндән һуң уның территорияһы һаманда урталай бүленгән килеш ҡала: Пикардия һәм Көньяҡ Франция менән бәйләнеш өҙөлә. Ике өлөштәрҙә инглиздәр менән айырым-айырым көрөшергә мәжбүр була. Краван янындағы алышта еңелгәндән һуң Карл VII ғәскәрҙәре тағы ла бер нисә уңышһыҙлыҡтарға тарый.
 
92 юл:
Һуғыш тамамланыуы тураһындағы Англия һәм Франция араһындағы тыныслыҡ килешеүе 1453 йылда ла, унан һуңғы йылдарҙа ла төҙөлмәй. Әммә оҙаҡҡа һуҙылған Англия эсендә барған [[Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы]] инглиз королдәрен Францияға һөжүмдәр ойошторға мөмкинлек бирмәйҙәр. 1475 йылда инглиз короле ''Эдуард IV'' Францияға баҫып инә, һөҙөмтәлә француз короле ''Людовик XI'' менән Пикиньи килешеүен төҙөй. Был килешеүһе йыш ҡына Йөҙ йыллыҡ һуғыштың тамалауын һыҙыҡ аҫтына алыусы килешеү тип иҫәпләйҙәр.
 
Англия королдәре тағы ла оҙаҡ йылдар буйы француз тәхете өсөн дәғүә иткәндәрrefиткәндәр<ref>''Калмыкова Е.'' Незаконченная война: притязания английских королей на французскую корону после 1453 г. // Диалог со временем. — 2009. — № 29. — С. 132—146.</ref>, ә «Франция короле» титулы һаманда Англия королдәре титулатураһында һаҡланып килгән. Франция Республикаһы менән һуғыштарҙан һуң, Англия килешеүгә ҡул ҡуя. Уға ярашлы инглиз королдәре үҙенең француз тажына булған дәғүәләренән һәм 1801 йылдың 1 ғинуарында сыҡҡан прокламацияға ярашлы «Франция короле» титулынан баш тартҡандар<ref>[http://www.heraldica.org/topics/britain/britstyles.htm#1801 «Proclamation as to the Royal Style and Titles and as to the Ensigns Armorial, Standard, and Union Jack»]</ref>.
 
== Һуғыштың эҙемтәләре ==