Йөҙ йыллыҡ һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
өҫтәмә мәғлүмәт
өҫтәмә мәғлүмәт
65 юл:
== Ваҡытлыса килешеү (1396—1415) ==
Был ваҡытта француз короле ''Карл VI'' аҡылдан яҙа, тиҙҙән уның менән туғаны Бургундия герцогы ''Жан Тәүәкәлле'' һәм ҡустыһы ''Людовик Орлеанлы'' менән хәрби низағ тыуа. Жан Тәүәкәллегә ҡаршы булған ''арманьяк''тар фирҡәһе Людовикты үлтереп, Францила властҡа киләләр. 1410 йылға ҡарай ике яҡтарҙа ярҙамға инглиз ғәскәрҙәрен саҡырырға уйлай, әммә был ваҡытта Англияның [[Ирландия]]һында һәм [[Уэльс]]та ихтилалдар тоҡана, һәм Шотландия менән яңы һуғыш башлана. Быларҙан башҡа илдә ике [[граждандар һуғышы]] була. Ричард II идара итеүенең күп өлөшөн Ирландия менән һуғышып үткәргән. Ричардты тәхеттән ҡолатып ''Генрих IV'' король булғанға тиклемдә Ирландияла һуғыш туҡтамаған. Уэльста ''Оуайн Глиндур'' етәкселегендә ихтилал ҡабына, ул саҡ 1415 йылға ҡарай ғына тулыһынса баҫтырыла. Бер нисә йылдар буйы Уэльс ғәмәлдә бойондороғһоҙ айырым дәүләт булып торған. Англияла королдәрҙең алышыныуы менән файҙаланып, шотландтар илгә бер нисә һөжүм ойошторалар. Әммә инглиз ғәскәрҙәрҙе был һөжүмдәрҙе кире ҡаға һәм Шотландия армияһын 1402 йылда булған Хомильдон-Хилл янындағы алышта ҡыйраталар. Артабан инглиз короленә ҡаршы раф Генри Перси етәкселегендә ихтилал ҡабына, ул бик оҙаҡҡа һуҙыла һәм тик 1408 йылға ҡарай баҫтырыла. Англияның был ауыр осоронда, инглиздәр флотына һәм сауҙаһына француз һәм скандинав пираттары һөжүмдәр яһай. Шулай итеп Англияның Францияның эске эштәренә ҡыҫылыуы 1415 йылға тиклем кисетерелә.
 
== Өсөнсө этап (1415—1428). Азенкур янындағы алыш һәм Францияны оккупациялау ==
[[Файл:Hundred years war.gif|мини|350п| Йөҙ йыллыҡ һуғыштың барышы]]
Инглиз короле Генрих IV тәхеттән ултырғандан алып Францияға баҫып инер өсөн пландар ҡора, әммә улар тик уның улы ''Генрих V'' генә атҡара ала. 1414 йылда ул Арманьяктар менән союзға инеүҙән баш тарта һәм Генрих II Плантагенет заманындағы инглиз биләмәләрен ҡайтарырға планлаштыра. 1415 йылдың авгусында Англия ғәскәре Онфлер ҡалаһын баҫып алалар, әммә Парижға юлланыр өсөн хәүефһеҙерәк булған Кале портынан юл һайлай. Шул уҡ ваҡытта инглиз ғәскәренең аҙыҡ-түлеге етешмәүе асыҡлана, һәм Генрих V оборонаға күсергә мәжбүр була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, инглиздәр 1415 йылдың 25 октяберендә булған Азенкур янындағы алышта француздарҙың өҫтөнлөклө көстәрен баҙнат менән еңәләр.
 
Англия короле Нормандия өлкәһенең күп өлөшөн, шул иҫәптән 1417 йылда ''Кан'' һәм 1419 йылда ''Руан'' ҡалаларын баҫып алырға ирешә. 1419 йылда Жан Тәүәкәллене үлтергәндән һуң Парижды Бургундия герцогы Парижды ала һәм инглиздәр менән союзға инә. Был Англия ғәскәрҙәренә биш йыл эсендә Франция территорияһының яртыһын баҫып алырға ярҙам итә. 1420 йылда инглиз короле Генрих V аҡылдан яҙған Карл VI менән осраша һәм уның менән ''Труа килешеүен'' төҙөй. Килешеү буйынса Францияның тәхет вариҫы итеп Карл VI улы дофин ''Карл VII'' түгел, ә Англия короле Генрих V иғлан ителгән. Труа килешеүенән алып 1801 йылға тиклем инглиз королдәре Франция короле титулында йөрөткәндәр. 1421 йылда Генрих V Парижға барып инә һәм был килешеү рәсми рәүештә Генераль штаттар менән раҫлана.
 
Англия короленең уңыштары Францияға алты меңлек Шотландия ғәскәре килеүе менән тамамлана. 1421 йылда граф ''Джон Стюарт'' етәкселегендәге шотланд ғәскәре Боже янындағы алышта һан яғынан күп булған инглиз армияһын ҡыйрата. Был һуғышта Англия армияһының командующийы һәм кенә юғары дәрәжәле инглиз ғәскәре башлыҡтары һәләк була. 1422 йылда ''Мо'' ҡалаһында король Генрих V мәрхүм була. Уның берҙән бер 1 йәшлек малайы шунда уҡ Англия һәм Франция короле тип иғлан ителгән, әммә Арманьяктар дофин Карл яғында ҡалғандар һәм һуғыш дауам иткән.
 
1423 йылдағы Краван янындағы алышта француз-шотланд ғәскәрҙәре бик ҙур юғалтыуҙар кисерәләр. Франция армияһы еңелгәндән һуң уның территорияһы һаманда урталай бүленгән килеш ҡала: Пикардия һәм Көньяҡ Франция менән бәйләнеш өҙөлә. Ике өлөштәрҙә инглиздәр менән айырым-айырым көрөшергә мәжбүр була. Краван янындағы алышта еңелгәндән һуң Карл VII ғәскәрҙәре тағы ла бер нисә уңышһыҙлыҡтарға тарый.
 
1428 йылда инглиз ғәскәрҙәре ''Орлеан''ды ҡамауға алалар. Француздар аҙыҡ-түлек менән барған ылауға һөжүм яһағандар, был ҙур ғына алышҡа әйләнгән һәм тарихҡа ''«Селёдкалар алышы»'' исеме аҫтында ҡалған. Был алышта рыцарь ''Джона Фастольф'' етәкселегендәге инглиздәр еңеү яулағандар. 1428 йыл сәйәси аренала [[Жанна д’Арк]]тың килеп сығыуы менән билдәләнә.
 
== Һуңғы һынылыш. Инглиздәрҙе Франциянан ҡыҫырыҡлау (1428—1453) ==
1424 йылда Генрих VI олаталары регентлыҡ өсөн көрәш башлайҙар. Уларҙың берәүһе Глостер герцогы ''Хамфри Ланкастерлы'', Геннегау графиняһы ''Якоба''ға өйләнеп һәм уның биләмәләрен ҡайтарырға теләп, [[Нидерланды|Голландияны]] баҫып ала. Был Бургундия герцогы ''Филипп III'' менән низағ тыуыуына килтерә.
 
1428 йылға ҡарай Орлеанды ҡамап, инглиздәр һуғышты дауам итәләр. Уларҙың ҡаланы алырға хәленән килмәй, әммә француз ғәскәрҙәре лә ҡалаға ярҙам итергә ашыҡмайҙар. 1429 йылда [[Жанна д'Арк]] дофинды (буласаҡ король Карл VII) уға Орлеанды ҡамауҙан сисер өсөн ғәскәр бирергә өгөтләй. Тиҙҙән Жанна д'Арк етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре Орлеандан ҡамауҙы ысҡындырыуға ирешәләр. Жаннан илһамланып, француздар Луара йылғаһы буйындағы бер нисә мөһим ҡәләғәләрҙе алалар. Пат янындағы алышта Жанна д'Арк етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре инглиздәрҙе еңәләр һәм Реймс ҡалаһына юл асалар, тиҙҙән бында дофин Карл VII исеме аҫтында Франция короле тип иғлан ителә.
 
[[Файл:100 Years War France 1435-ru.svg|thumb|1435 йыл]]
1430 йылда Жанна д'Аркты бургундтар тотҡонға алалар һәм инглиздәргә тапшыралар. 1431 йылда уны язалап үлтерәләр. Әммә был ваҡиға һуғыштың артабанғы барышына тәҫьир итмәй. 1435 йылда бургундтар Франция короле яғына күсәләр һәм уларҙың герцогы Филипп III француз короле Карл VII килешеү төҙөп Парижды ҡайтара. Карл VII хөкүмәтте һәм армияны яңынан ҡора. Француз ғәскәрҙәре яйлап күп кенә ҡалаларҙы азат итәләр. 1449 йылда Руан ҡалаһын азат итеүгә ирешәләр, Форминья янындағы алышта граф де Клермон етәкелегендәге француз ғәскәрҙәре тулыһынса тиерлек инглиздәрҙе ҡыйрата. Шул уҡ йылдың 6 июлендә француздар Нормандияның Кан ҡалаһын азат итәләр.
 
Шрюсбери графы Джона Талбот етәкселегендәге инглиз ғәскәренең Гасконь өлкәһен ҡайтарыуға ынтылышы уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1453 йылда Кастильон янындағы алышта инглиздәр емергес еңелеүгә тарыйҙар. Был Йөҙ йыллыҡ һуғыштың аҙаҡҡы алышы булып тора һәм 1453 йылдағы Бордо ҡалаһындағы инглиз гарнизонының капитуляциялауы уның тамаланыуына килтерә.
 
Франция территорияһындағы инглиздәрҙең һуңғы биләмәләһе Кале округы уларҙың ҡулында 1558 йылға тиклем һаҡланған.
 
Һуғыш тамамланыуы тураһындағы Англия һәм Франция араһындағы тыныслыҡ килешеүе 1453 йылда ла, унан һуңғы йылдарҙа ла төҙөлмәй.
 
== Һуғыштың эҙемтәләре ==