Википедия:Википедияны нисек ҡулланырға: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория
категория
2 юл:
[[Википедия|Википедияның]] бар биттәре '''<nowiki>http://ba.wikipedia.org/wiki/Башлыҡ</nowiki>''' адресы менән башлана, бында ''' ''ba'' ''' — [[Википедия:Интервики|тел коды]] ('''ba''' башҡорт теле өсөн), ә ''' ''Башлыҡ'' ''' — мәҡәләнең исеме йәки башлығы.
 
Википедияның төрлө урынынан кәрәк булған урынға бик тиҙ ике ысул менән күсеп була. Беренсеһе, мәҡәләнең теүәл исемен белһәгеҙ '''Эҙләү''' тигән тәҡдимгә мәҡәләнең исемен яҙығыҙ һәм «Күсеү» исемле төймәгә баҫығыҙ. Икенсеһе, мәҡәләнең теүәл исемен белмәһәгеҙ '''Эҙләү''' тигән тәҡдимгә мөмкин булған һүҙҙәр яҙып «Табыу» төймәһенә баҫығыҙ.
 
Күләме буйынса ҙур мәҡәлә өлөштәргә бүленгән булһа, был өлөштәрҙең исемлеге мәҡәләнең эстәлеге итеп күрһәтелә. Эстәлек инеш һүҙҙән һуң урынлаша һәм мәҡәлә өлөштәренә һылтанма бурысын үтәй.
 
Мәҡәләнең иҫке өлгөләрен «тарих» һылтанмаһы битенән ҡарарға була. Унда иһә һәр бер төҙәтеүҙең авторы һәм ваҡыты күрһәтелгән. Был мәғлүмәттәр Виипедия хәтеренә мәңгелеккә яҙылалар һәм юйылмайҙар, шунлыҡтан уларҙы үҙгәртеп булмай. Үҙгәрештәрҙе теләгән бер кешенең керетә алғанын онотмағыҙ. Әгәр ҙә берәй мәҡәләнең эстәлеге шик тыуҙыра икән, үҙгәртеүҙең авторын ҡарарға йыбанмағыҙ -- мәҡәләнең унан алдағы өлгөһө һеҙ иғтибар иткән етешһеҙлектәргә дусар ителеүе мөмкин. Шуның өсөн дә Википедия тураһында ҡайһы бер авторҙарға йәки мәҡәләләргә ҡарап ҡына фекер йөрөтмәгеҙ.
 
Википедия, [[вики]]-мөхит булараҡ, бер мәҡәләлә булған төшөнсәләрҙең барыһын да шунда уҡ аңлатмай, бының урынына башҡа мәҡәләләргә [[гипертекст]] һылтанмалары бирә. Әгәр таныш булмаған бер төшөнсә менән ҡаршылашһағыҙ гиперһылтанма буйынса барығыҙ һәм ул төшөнсә тураһындағы мәҡәләне уҡығыҙ. Фәҡәт, ул төшөнсәгә гиперһылтанма ҡуйылған булһа ла, уның турала мәҡәлә булмаҫҡа мөмкин. Ундай һылтанмалар [[Башҡа төҫ|башҡа төҫтә ]] була. Ул төшөнсә тураһында мәҡәлә яҙырға теләһәгеҙ шул һылтанма буйлап китегеҙ.
 
=== Ҡарау ===
[[Wikipedia:Википедия ни түгелдер|Википедия ҡәтғи ҡағиҙәләре булған бер китап түгелдер]]. Википедиялағы мәҡәләләр бер тәртиптә урынлашмағандар һәм [[гипертекст]] һылтанмалары һәм [[Wikipedia:Категориялар|категориялар]] менән бәйләнгән бер [[селтәр]] барлыҡҡа килтерәләр. Әгәр булған бер мәҡәләгә гипертекст һылтанмаһы итеп эшләнгән бер термин менән ҡаршылашаһығыҙ һәм был мәҡәләне уҡығанда ул терминды белеүегеҙ кәрәк икән, был төшөнсә тураһындағы мәҡәләгә шунда уҡ күсә алаһығыҙ. Әгәр бер терминдың гипертекст һылтанмаһы ҡыҙыл төҫтә икән, ул төшөнсә тураһында мәҡәлә яҙылмаған әле тимәктер.
 
Әгәр ҙә бер тема буйынса Википедияла булған бар материалдарҙы ҡарағығыҙ килһә, уларҙы Википедияның синыфландырыу системаһы - [[Wikipedia:Категориялар|категорияларҙан]] күрә алаһығыҙ. Һәйбәт мәҡәләләр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙҙәренең тап килгән категорияларына эләгәләр. Әгәр тәғәйен һәм хосуси теманан бер өҫтәге, киңерәк кимәлгә күтәрелергә һәм уға ҡағылышлы мәҡәләләр уҡырға теләй икәнһегеҙ, мәҡәләнең ниндәй категориялар эсендә булғанын ҡарағыҙ.
 
Бер мәҡәләгә ҡағылышлы башҡа мәҡәләләр табыуҙың тағы бер юлы - өҫтәмәләге «Бында һылтанмалар» битен ҡарау.
 
=== Күҙәтеү ===
Һәр бер [[Теркәлеү|теркәлгән]] ҡатнашыусы теләгән бер мәҡәләне үҙенең күҙәтеүҙәр исемлегенә керетә ала. Күҙәтелгән мәҡәләләрҙә эшләнгән бар төҙәтеүҙәр ваҡытына күрә тәртипләнеп [[Ярҙамсы:Watchlist]] битендә күрһәтеләсәк. Был исемлектәге мәҡәләләр [[Ярҙамсы:Recentchanges|яңы төҙәтеүҙәр битендә]] лә күренәсәк.
 
== Һылтанма урыны ==
Әгәр бер баҫмала, хатта йәки [[веб-сайт]]та бик билдәле булмаған терминдарҙы [[спам]], [[TCP/IP]], [[Барлас]] иҫкә төшөрөп китеү һәм аңлатыуҙы бик оҙатмай дауам итеү кәрәкле икән, [[интернет селтәре]]ндә ул терминдарҙы аңлатҡан сығанаҡтарға һылтанма биреү ҙа етә. Был сығанаҡтарҙан береһе ҡулайлы, һәр кемдең керә алған белешмә [[вебсайт]]ы - Википедия булырға мөмкин.
 
Әгәр Википедияла эҙләгән терминдарығыҙҙы таба алмаһағыҙ, улар турында үҙегеҙ мәҡәлә яҙа алаһығыҙ. Бының өҫтөнлөктәре күренеп тора: үҙ веб-битеңде эшләүҙән һәм урынлаштырыуҙан күпкә тиҙерәк һәм ҡулайлыраҡ; Википедиялағы мәҡәләләр ҙә һәр ваҡыт яҡшырып тора. Бер теманың ҡыҫҡаса тасуирламаһын яҙһағыҙ, башҡалар уны тулы бер энциклопедик мәҡәләгә тиклем алып барып еткерерҙәр. Фәҡәт бының өсөн һеҙҙең урынлаштырған мәғлүмәттәр энциклопедик формала һәм йөкмәткеле булырға һәм мәҡәлә бер мәғәнәғә эйә булырға тейеш. Юғиһә, «мәҡәләне» башҡа ҡатнашыусылар хаҡлы рәүештә [[Wikipedia:Биттәрҙе юйыу|юйып таштарға]] мөмкин.
 
 
== Хәҙер булмаһа - аҙаҡтан ==
Википедия бик тиҙ ҙурая, энциклопедик мәғлүмәттәрҙең һаны ла һәм сифаты ла буйынса. Хәҙер кергәндә файҙалы мәғлүмәт таба алмайһығыҙ икән, бер-ике ай аҙаҡтан тағы керегеҙ, был ваҡыт эсендә мәҡәләләр һаны артҡан булыр, бәлки эҙләгәнегеҙҙе таба алырһығыҙ. Әгәр билдәле бер тема буйынса мәғлүмәттәр эҙләйһегеҙ икән [[Wikipedia:Талаптар|талаптар]] битендә мәҡәлә һорап яҙығыҙ.
 
32 юл:
Донъяла таралған [[Wikipedia:Башҡа телдәрҙә|башҡа телдәрҙә]] лә Википедиялар бар. Мөмкин булғансы [[Wikipedia:Интервики|башҡа телдәрҙәге оҡшаш биттәргә һылтанмалар]] мәҡәлә битендә күрһәтеләсәк. Һәм ҡайһы берҙәре һеҙгә файҙалы ла булырға мөмкин.
 
Википедияның «Туғандаш проекттары» төрлө ярҙамсы мәғлүмәттәр бирә.
[http://meta.wikimedia.org Meta-Wikipedia/Мета-Википедия], [http://ba.wiktionary.org Wiktionary/Вики-Һүҙлек], [http://ba.wikibooks.org Wikibooks/Вики-Китапхана], [http://wikiquote.org Wikiquote/Вики-Цитата], [http://wikisource.org Wikisource/Вики-Сығанаҡ]
 
== Ҡатнашыу ==
Википедияла мәҡәләләр төҙәтеү өсөн текстты тамғалауҙың махсус системаһын белеү яҡшыраҡ булыр ине. «[[Вики]]-тамғалау» тураһында [[Wikipedia:Мәҡәләләрҙе нисек төҙәтергә|мәҡәләләрҙе нисек төҙәтергә]] битенән уҡый алаһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта был проекттың асылын һәм маҡсатын аңларға кәрәк, юҡһа һеҙҙең тырышлыҡтарығыҙ бушҡа буласаҡ. Улар бик ябай һәм ап-асыҡ, шулай ҙа Википедия ҡатнашыусылары өсөн яҙылған [[Wikipedia:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр|ҡағиҙә һәм күрһәтмәләрҙе]] уҡығыҙ унда дөйөм ҡағиҙәләрҙән башҡа мәҡәлә төҙәтеүҙең айырым аспекттары тураһында ла ҡағиҙәләр яҙылған.
 
=== Мәҡәлә яҙыу ===
44 юл:
 
=== Аңлатма һәм һорауҙар ===
Һеҙҙең кереткән төҙәтеүҙәрҙең тәғәйенләнеше һәм файҙаһы бик күренеп бармай икән, аңлатма яҙып ҡалдыра алаһығыҙ, бының өсөн мөхәрирләү тәҙрәһендәге «Үҙгәртеүҙең ҡыҫҡаса тасуирламаһы» юлына үҙгәртеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе яҙыу етә.
 
Мәҡәлә тураһында фекер алышыу «Фекер алышыу:''<Мәҡәлә исеме>''» битендә бара. Яҙған фекерҙән һуң ҡатнашыусыға имза (<tt><nowiki>~~~~</nowiki></tt>) ҡуйыу фарыз. Бының өсөн мөхәрирләү тәҙрәһе өҫтөндәге төймәлрҙең уңдан икенсеһенә баҫыу етә.
 
Ә тәүҙә әйтелгән фекерҙәргә яуаптар, киләһе юлдан һәм буш урын ҡалдырып яҙыла. Бының өсөн «":» " билдәһен ҡулланыу урынлы.
 
=== Теркәлеү ===
Википедияла даими ҡулланыусы булып [[Wikipedia:Теркәлеү|теркәлеү]] Һеҙҙе эшләгән төҙәтеүҙәрегеҙҙең авторы итеп күрһәтергә мөмкинселек бирә; бынан башҡа Һеҙгә ҡатнашыусының шәхси бите бирелә. Был биттә үҙегеҙҙе башҡа ҡатнашыусыларға таныштыра алаһығыҙ, ошолай уҡ шәхси фекер алышыуҙар алып бара алаһығыҙ. Шәхси биттәге үҙгәрештәр Һеҙгә тәү сиратта хәбәр ителәсәк.
 
Теркәлеү Һеҙгә Википедияның [[Ҡулланыусы йөҙө | Ҡулланыусы йөҙөн]] н теләгәнсә көйләү мөмкинселеге бирәсәк.
 
== Уңайлыҡ ==
[[Wikipedia:Ҡоралдар]] битендә Википедияны уңайлы рәүештә ҡулланыу өсөн кәрәкле ҡоралдар тәҡдим ителгән.
 
[[Категория:WikipediaВикипедия|{{PAGENAME}}]]
[[Категория:WikipediaВикипедия:Белешмә|{{PAGENAME}}]]