Бәләбәй өйәҙе — версиялар араһындағы айырма

к
(к)
}}
 
'''Бәләбәй өйәҙе'''  — [[1781]] йылда [[Өфө наместниклығы]] составында ойошторола.
 
Административ уҙәге  — [[Бәләбәй]] ҡалаһы.
 
== Тарих ==
Өйәҙгә [[Өфө провинцияһы]]ның көньяҡ‑көнбайыш өлөшө инә. [[1796]] йылда бөтөрөлә. [[1804]] йылда [[Ырымбур губернаһы]] составында тергеҙелә; [[1865]] йылдаң [[Өфө губернаһы]]на инә. Административ уҙәге  — [[Бәләбәй]] ҡалаһы. 1803 йылда өйәҙҙә 12‑се башҡорт һәм 5‑се мишәр кантондары ойошторола. [[1865]] йылда өйәҙ 4 станға бүленә. [[1873]] йылдаң улустар һаны  — 31 (Баҡалы, Боғаҙы, Васильевка, Ғәйнәямаҡ, Елдәр, Елизаветино, Зәйет, Измаил, Ильинка, Иҫке Ҡалмаш, Йәрмәкәй, Кескенәш, Ҡаҙанғол, Ҡаҙансы, Ҡаръяуҙы, Ҡорос, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мәнәүезбаш, Надеждино, Никольск, Өҫән-Ивановка, Семён-Макар, Соҡаҙытамаҡ, Стәрлетамаҡ, Төмәнәк, Түреш, Үрге Бишенде, Үрге Троицк, Әлшәй, Әмәкәй, Әсән), [[1922]] йылда  — 44. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 1576 торама пункт була. Халыҡтың төп өлөшө игенселек менән шөғөлләнә. Өйәҙ [[1922]] йылда бөтөрөлә, уның төп территорияһы [[Бәләбәй кантоны]] составына, 2 улусы (Покровка һәм Фёдоровка)  — Стәрлетамаҡ кантонына инә.
 
== География ==
XVIII быуат аҙағында төньяҡта  — [[Бөрө өйәҙе]] һәм [[Минзәлә өйәҙе]], көнсығышта  — [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] һәм [[Өфө өйәҙе]], көньяҡта  — [[Ырымбур өйәҙе]], көнбайышта [[Бөгөлмә өйәҙе]] һәм [[Боғорослан өйәҙе]] менән сиктәш була. Майҙаны  — 22 163 км² (1897).
 
== Халҡы ==
XVIII быуат аҙағында  — 62158 кеше (шул иҫәптән [[башҡорттар]] 17237), 1897  — 433179 ([[башҡорттар]]  — 232960, [[мишәрҙәр]]  — 2604, [[сыуаштар]]  — 31443, [[татарҙар]]  — 48784, [[урыҫтар]]  — 88355 һәм башҡа), 1920 — 6511920—651 мең кеше. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 414122 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар  — 12766, дворяндар  — 5183 һәм башҡа; [[мосолмандар]]  — 283929, православие динендәгеләр  — 140142 (шул иҫәптән 7913 старообрядсы) һәм башҡа.
{| class="wikitable sortable"
|-
! Милләт !! Халыҡ, кеш. !! %
|-
| [[Башҡорттар]] || 232  960 || 53,78
|-
| [[Урыҫтар]] || 88  355 || 20,40
|-
| [[Татарҙар]] || 48  784 || 11,26
|-
| [[Мишәрҙәр]] || 2604 || 0,60
| [[Сыуаштар]] || 31443 || 7,26
|-
| Бөтәһе || 433  179 || 100,00
|}
 
== Иҡтисад ==
XX быуат башында ауыл хужалығы халыҡтың 84 %‑тан ашыуы мәшғүл була. [[1904]] йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең дисәтинә) 453,8 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге  — 164,7, бойҙай  — 104,6, тары  — 55,2, һоло  — 47, ҡарабойҙай  — 24,4, борсаҡ  — 12,5, картуф  — 5,2, борай  — 3,4; һыйыр малы һаны  — 62892 баш, йылҡы  — 49558, һарыҡ  — 129544, кәзә  — 15921, сусҡа  — 6316. XX быуат башында Алафузов буҫтау фабрикаһы, 4 шарап ҡыуыу заводы, 32 кирбес һуғыу һәм 5 поташ заводы, 15 күн эшкәртеү, 60 итек тегеү һәм башҡа предприятиелар эшләй. [[Бәләбәй]]ҙә, Аҙнағол, Байгилде, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Иҫке Турай, Раевка, Шаран ауылдар йәрминкәләр үткәрелә. [[1888]] йылда өйәҙ аша Һамар—Златоуст тимер юлы ([[Кинәле]]—[[Өфө]] участкаһы) үтә, 1911—14 йй.  — Иҙел—Урал тимер юлы ([[Бөгөлмә]]—[[Шишмә]] участкаһы). 298 мәсет, 19 сиркәү һәм 2 часовня (1865); 443 уҡыу йорто ([[1912]]) иҫәпләнә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
 
== Әҙәбиәт ==
* Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.4. Белебеевский уезд. Уфа, 1898;
* Уфимская губерния. Тетр. 1, 2. СПб., 1901—1904.
* Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897  г. Т.45.
 
{{Өфө губернаһының өйәҙҙәры}}
 
[[Категория:Өфө губернаһының өйәҙҙәры]]
[[Категория:Өфө губернаһы]]
38 428

үҙгәртеү