Хисмәтуллин Сисәнбай Хисмәтулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
к
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
Сисанбай Хисматуллин 13 йәшендә [[Рәсүлев, Зәйнулла|Зәйнулла ишандың]] [[:ru:Стерлибашевское медресе|Стәрлебаш ауылындағы мәҙрәсәһенә]] (хәҙерге [[Стәрлебаш районы]]нда) уҡырға китә. Бик яҡшы уҡығаны өсөн Ҡазанда [[Ҡасимиә (мәҙрәсә)|Ҡасимиә мәҙрәсәһендә]] уҡыуын дауам итеү хоҡуғуна эйә була. Ҡасимиә мәҙрәсәһен уңышлы тамамлай һәм [[Сәғүт Ғәрәбстаны|Ғәрәбстанға]] Мәккә ҡалаһына уҡырға китә. Унда өс йыл ярым табиблыҡҡа уҡый. Сисәнбай Ғәрәбстандан туры Ҡазанға ҡайта һәм Ҡасимиә мәҙрәсәһендә табип булып уҡыта.
 
Атаһы Хисмәтулла Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында улы ҡайтыуына тип мәсет һалдыра. Хисмәтулла мәсетен килешеү буйынса Мәләкәҫтән килгән Әхмәтйән муллаға тапшыра. Әхмәтьйән мулла атаһы Хисаметдин менән указной мулла булып Ләмәҙ-Тамаҡ ауылына килгән булалар. Улар үҙҙәре лә мәсет һалдыралар. Был ике мәсет йорто [[ХХXX быуат]] быуаттыңтың 70-се йылдарына тиклем ауылға хеҙмәт итте. Хисмәтулла ҡарт һалдырғаны клуб булып ҡулланылды. Ул мәсет урынында бөгөн яңы клуб баҡсаһы, Бөйөк Ватан һуғышында үлеп ҡалған Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы яугирҙәренә һәйкәл тора. Әхмәтйән мулла һалдырған мәсет Сүсәкәй тауы итәгендә булған. Өҫкө урамдағы Ғиниятов Фәрит Баязит улының йорто артына тура килә.
 
Сисәнбай Хисмәтуллин 40 йәштәрҙә Ҡазандан ауылға ҡайта. Дыуан-Мәсетле ауылынан Ҡәнзәфәр кантондың Сәмсинур исемле ҡыҙына өйләнә. Дини дәрәжәһе ишан булыуына ҡарамаҫтан, дин эштәре менән шөғөлләнмәй. Мәсетен ауыл файҙаһына биреп ҡуя. Үҙе балалар уҡыта, табибсылыҡ менән шөғөлләнә.