Ғәбәши Солтан Хәсән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
категория
1 юл:
{{Музыкант
|Имя = Солтан Ғәбәши Солтанәхмәт Хәсәнғата улы
|Изображение = S.Gabyashi.jpg
|Описание изображения =
|Фон = non_performing_personnel
|Дата рождения = 1.5.1891
|Место рождения = [[Ҡазан губернаһы]] Кесе Сулабаш ауылы
|Дата смерти = 8.1.1942
|Место смерти = БАССР‑ҙың {{ВБУ|Борай районы}} [[Салҡаҡ]] ауылы
|Страна = {{Российская империя}} {{USSR}}
|Профессии = {{Композитор|СССР|XX быуат}}
14 юл:
}}
 
'''Ғәбәши Солтан Хәсән улы''' (Солтан Ғәбәши, Солтанәхмәт Хәсәнғата улы) ([[1 май]] [[1891 йыл]], [[Ҡазан губернаһы]] Кесе Сулабаш ауылы  — [[8 ғинуар]] [[1942]], [[БАССР]]‑ҙың [[Борай районы]] [[Салҡаҡ]] ауылы)  — композитор, фольклорсы, музыка-йәмәғәт эшмәкәре.
 
 
== Биографияһы ==
1898 йыджайылда [[Ғосмания мәҙрәсәһе]]ндә, һуңыраҡ Өфө реаль училещеһында һәм [[Ғәлиә мәҙрәсәһе]]ндә, 1916—17 йылдарҙа Ҡазан университында уҡый, бер үк ваҡытта [[Өфө]] һәм [[Ҡазан]]дың танылған музыканттарынан музыка дәрестәре ала. 1917 йылдан алып Ҡазандың музыка һәм педагогия техникумдарында уҡыта. 1932 йылдан башлап Өфөлә йәшәй: Башҡортостан милли мәҙәниәт ҒТИ хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта [[Башҡорт сәнғәт техникумы]]нда уҡыта; 1936 йылдан алып [[БАССР]] ХКС эргәһендәге Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ хеҙмәткәре. 1941 йылдан башлап [[Салҡаҡ]] урта мәктәбе уҡытыусыһы. Композиторҙың ижадына милли аһәң һәм классик музыка тәьҫирлелеге берлеге хас.
 
== Эшмәкәрлеге ==
Ғ. С. Әлмөхәмәтов һәм В. И. Виноградов менән берлектә “Сания”«Сания» (Ф. Әмирхан либреттоһы, 1925) һәм “Эшсе”«Эшсе» ([[М. Ғафури]] либреттоһы, 1930; икеһе лә Ҡазанда татар телендә ҡуйыла) операларын, шулай уҡ БАССР‑ҙың барлыҡҡа килеүенә 10 йыл тулыуға арнап симфоник оркестр өсөн “Тантаналы«Тантаналы марш”марш» (1929) һ. б. ижад итә. “Вальс”«Вальс», “Ҡайғы”«Ҡайғы», “Пикник”«Пикник», “Ҡайғынан«Ҡайғынан һуң шатлыҡ”шатлыҡ», “Марш”«Марш», “Йәшлек”«Йәшлек» һ. б. инструменталь пьесалар; Ғ. Исхаҡиҙың “Зөләйхә”«Зөләйхә», Ф. Бурнаштың “Таһир«Таһир менән Зөһрә”Зөһрә», Ғ. Рәхимдең “Буҙйегет”«Буҙйегет», М. Джанандың “Шаһнамә”«Шаһнамә» һ. б. спектаклдәргә музыка; [[М. Хәй]] һүҙҙәренә “Ҡурай”«Ҡурай» һәм а cappella хоры өсөн “Кәкүк”«Кәкүк» вокаль циклы авторы; башҡ. һәм татар халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртә. СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. Өфөлә һәүәҫкәр хорҙар һәм оркестрҙар ойоштора, лекциялар менән сығыш яһай, башҡорт һәм татар милли музыкаһы тураһыда мәҡәләләр яҙа.
 
== Әҫәрҙәре ==
1909 йылда Өфө “Милли«Милли көйҙәр, сәхнә һәм әҙәбиәт”әҙәбиәт» түңәрәге концерттарында ҡатнаша, Әлмөхәмәтов менән бергә Көньяҡ Урал буйлап һәм Волга буйында гастролдәрҙә була. 1932—34 йылдарҙа Башҡортостан буйлап музыкаль-этнографик экспедицияларҙа Ғ. (А. С. Ключарёв менән берлектә) 50 башҡорт халыҡ йырын яҙып алып нотаға һала, улар “Башҡорт«Башҡорт халҡ йырҙары”йырҙары» (1935) йыйынтығына инә. 1932 йылда Өфө эшселәре һәм ҡыҙылармеецтары араһында йыйған фольклор әҫәрҙәре өлгөләре “Фабрика«Фабрика һәм завод йырҙары”йырҙары» (“Песни«Песни фабрик и заводов”заводов»), “Ҡыҙылармеецтар«Ҡыҙылармеецтар йырҙары”йырҙары» (“Красноармейские«Красноармейские песни”песни») йыйынтыҡтарына нигеҙ була. “Башланғыс«Башланғыс мәктәптәр өсөн музыканан программа”программа» (1933; Х. К. Ибраһимов һәм И. В. Салтыков м‑н берлектә) төҙөүселәренең береһе.
 
Композиторҙар союзы ағзаһы (1940).
 
== Әҙәбиәт ==
* Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани: материалы и док. Уфа, 1995;
* Султан Габяши: материалы и исслед. Казань, 2000;
* Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества. Уфа, 2002.
 
{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/5194-b-shi-soltan-kh-s-n-uly}}
{{БЭ}}
 
[[Категория:Башҡорт композиторҙары]]
[[Категория:Ғосмания мәҙрәсәһен тамамлаусылар]]
[[Категория:Ғәлиә мәҙрәсәһен тамамлаусылар]]
[[Категория:Ҡаҙан университетын тамамлаусылар]]