Йөҙ йыллыҡ һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
өҫтәмә мәғлүмәт
өҫтәмә мәғлүмәт
33 юл:
Һуғышты Англия короле ''Эдуард III'' башлап ебәрә, ул әсәһе яғынан Капетингтар нәҫеленең француз короле ''Филипп IV Сибәр''ҙең ейәнсәре булған. 1328 йылда Капетингтар нәҫеленең туранан-тура һуңғы вәкиле Франция короле ''Карл IV'' үлгәндән һуң һәм Сали ҡанунына ярашлы ''Валуа нәҫеле''нең вәкилен ''Филипп VI'' тәхеткә ултырғандан һуң, Англия короле Эдуард III был тәхеткә дәғүә белдерә. Бынан башҡа монархтар иҡтисади мөнәсәбәтенән бик мөһим булған ''Гасконь'' өлкәһе өсөн бәхәсләшкәндәр. Был өлкә инглиз короленең биләмәһе булып торһа ла, ғәмәлдә уны Франция контролдә тотҡан. Тағы ла Эдуард III атаһы ''Эдуард II'' юғалтҡан территорияларҙы ла ҡайтарырға теләгән. Филипп IV инглиз короленән үҙен дәүләт башлығы булыуын таныуҙы талап иткән. 1329 йылғы компромисслы килешеүҙә ике яҡтарҙыла ҡәнәғәтләндермәгән. Әммә эске сәбәптәр арҡаһында Эдуард III француз тәхетенә дәғүә итмәүен белдерә һәм Филипп VI француз короле булыуын таный, һәм алмашҡа Гасконь өлкәһенә хоҡуҡтарын һаҡлап ҡала.
 
1333 йылда Эдуард III Францияның союздашы булған [[Шотландия]] короле ''Давид II'' ҡаршы һуғыш аса. Филипп VI быны менән файҙаланып Гасконьды ҡушырға уйлай. Әммә һуғыш инглиздәр өсөн уңышлы булған, Халидон-Хилл янындағы алышта еңелгәндән һуң Давид II Францияға ҡасырға мәжбүр була. 1336 йылда Давид II Шотландия тәхетенә ултыртыр өсөн Филипп VI Британ утрауҙарына баҫып инергә һәм параллель рәүештә Гасконь өлкәһен ҡайтарырға уйлай. Ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәтәрендә дошманлыҡ юғары кимәлгә етә.
 
1337 йылда инглиздәр ''Пикардия'' өлкәһенә һөжүм итеп ҡарайҙар, уларға Фландрияның ҡалалары һәм аҡһөйәктәре һәм Франңүцияның көньяҡ-көнбайыш ҡалалары ярҙам итәләр.
 
== Һуғыш алдынан Франция ҡораллы көстәренең хәле ==
Һуғыш алдынан Францияның ҡораллы көстәре феодаль рыцарҙар төркөмдәренән, контракт нигеҙендә саҡырылған һалдаттарҙан һәм сит ил ялланыусыларынан (улар исемлегенңүә Генуяның арбалетсылары ла ингән)<ref name="ReferenceA">''Д. Николле, А. МакБрайд.'' Французская армия в Столетней войне. — М.: АСТ; Астрель, 2004. — (Военно-историческая серия «Солдатъ») — ISBN 5-17-022699-3</ref>. Низағ башланыр алдынан ҡорал күтәрә алған рыцарҙарҙың һаны 2350—4000 яугир тәшкил иткән<ref name="ReferenceA"/>.
 
== Беренсе этап ==
Һуғыштың беренсе осоро Эдуард III өсөн уңышлы була, ул [[Нидерландтар|Түбәнге илдәр]] етәкселәре һәм Фландрия бюргерҙары менән килешеү төҙөргә ирешә, әммә 1340 йылда бер нисә һөҙөмтәһеҙ кампанияларҙан һуң был союз тарҡалыуға дусар була. Тәүге осорҙа Франция флоты диңгеҙҙә өҫтөнлөк тотҡан. Ләкин 1340 йылда Слейс янындағы диңгеҙ алышында француз флоты тулыһынса тиерлек ҡыйратыла һәм Йөҙ йыллыҡ һуғыш тамамланғанына тиклем диңгеҙҙә өҫтөнлөк Англия флотына күсә.
 
1341 йылда ''Бретань герцоглығы'' мираҫы өсөн һуғыш башлана. Бында Жан де Монфорҙы инглиз короле яҡлап сыҡһа, Карл де Блуаға француз монархы ярҙам итә. Артабанғы йылдар дауамында Бретаньдә дауам итә, Ванн ҡалаһы бер нисә тапҡыр бер ҡулдан икенсе ҡулға күсә. 1346 йылда Эдуард III, Ла-Манш аша үтеп, Францияға баҫып инә һәм Нормандия өлкәһенең Кан ҡалаһын ҡулға ала. 1346 йылдың 26 авгусында Креси янындағы алышта француз ғәскәрҙәре тар-мар ителә, һәм бытл бында Францияның союздашы булған [[Чехия|Богемия]] короле ''Иоганн Люксембургский'' һәләк була. 1347 йылда инглиздәр төньяҡ Францияла урынлашҡан Кале портын оҙайлы ҡамалыштан һуң яулап алалар. Шул уҡ йылда Невиллс-Кросс янындағы алышта [[Шотландия]] короллеге ғәскәрҙәрен еңеп, уның короле Давид II ҡулға алығандан һуң, Англияның хәле тағы ла яҡшыра.
 
1346—1351 йылдарҙа бөтә Европа буйлап чума пандемияһы («Ҡара үлем») тарала, ул бик күп кешеләрҙең үлеүенә килтерә һәм һуғыштың әүҙемлеген төшөрә. 1351 йылдың 26 мартында булған утыҙ инглиз рыцаре һәм сквайрҙары бер яҡтан, һәм утыҙ француз рыцарҙары һәм уларҙың ярҙамсылары икенсе яҡтан ҡатнашҡан алыш тарихта «Утыҙ алышы» исеме аҫтында билдәле ҡалған.
 
<!-- 1356 йылда Эдуард III улы ''Эдуард—Ҡара принц'' етәкселегендәге 30-меңлек инглиз ғәскәре
К 1356 году Англия после прокатившейся эпидемии чумы смогла восстановить свои финансы. В [[1356 год]]у 30-тысячная английская армия под командованием сына Эдуарда III [[Эдуард Чёрный принц|Чёрного принца]], начав вторжение из Гаскони, нанесла сокрушительное поражение французам в [[Битва при Пуатье (1356)|битве при Пуатье]], взяв в плен короля [[Иоанн II Добрый|Иоанна II Доброго]]. Иоанн Добрый подписал перемирие с Эдуардом. Во время его пленения французское правительство начало разваливаться. В 1359 году был подписан [[Лондонский мир (1359)|Лондонский мир]], согласно которому английская корона получила [[Аквитания (герцогство)|Аквитанию]], а Иоанн был отпущен на свободу. Военные неудачи и экономические трудности привели к народным возмущениям — [[Парижское восстание|Парижскому восстанию]] ([[1357]]—[[1358 год]]ы) и [[Жакерия|Жакерии]] ([[1358 год]]). Войска Эдуарда в третий раз вторглись во Францию. Используя выгодную ситуацию, войска Эдуарда беспрепятственно перемещались по вражеской территории, осадили Реймс, но позже сняли осаду и двинулись на Париж. Несмотря на тяжёлое положение, в котором находилась Франция, Эдуард не стал штурмовать ни [[Париж]], ни [[Реймс]], целью кампании была демонстрация слабости французского короля и неспособности его защитить страну. [[Дофин]] Франции, будущий король [[Карл V (король Франции)|Карл V]] был вынужден заключить унизительный для себя [[мир в Бретиньи]] ([[1360 год]]). По итогам первого этапа войны Эдуард III приобрёл половину [[Бретань|Бретани]], Аквитанию, [[Кале]], [[Пуатье]], и около половины вассальных владений Франции. Французская корона лишилась, таким образом, трети территории Франции. -->
== Һуғыштың эҙемтәләре ==
Һуғыш һөҙөмтәһендә, 1558 йылға тиклем Англия составында булған Кале портынан башҡа, Англия континенттағы бөтә биләмәләренң юғалта. Шулар араһында XII быуаттан алып уҡ инглиз тәхетенең көньяҡ-көнбайыш Францияла урынлашҡан киң биләмәләре лә була. Англия короленең аҡылдан яҙыуы илде [[Анархизм|анархия]] һәм үҙ-ара һуғыштарға — [[Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы]]на килтерә. Эске һуғыштар арҡаһында, континентта юғалтҡан территорияларҙы ҡайтарыр өсөн Англияның бер ниндәй көстәре һәм саралары ҡалмай. Быға өҫтәп дәүләт ҡаҙнаһы ҙур хәрби сығымдар арҡаһында буш булған.