Зарипов Хәкимйән Сәрйәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Зарипов Хәкимйән Сәрйәр улы''' (18.10.1929 – 4.04.2012) күренекле [[башҡорт]] яҙыусыһы һәм драматургы, юрист, 1971 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы, [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), [[Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия]] лауреаты (1999).
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Хәкимйән Сәрйәр улы Зарипов 1929 йылдың 18 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[1-се Бәләбәй кантоны]] (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Миәкә районы]]) [[Ҡаран-Ҡуңҡаҫ]] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлағандан һуң тыуған колхозында хисапсы, аҙаҡтан бухгалтер булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн [[Өфө]] кооператив техникумына уҡырға ебәрелә. Унан һуң [[Ҡаҙан (Иҙел буйы) федераль университеты|Ҡазан дәүләт университеты]]ның юридик факультетын тамамлай. Юғары белем алып республикаға йүнәлтмә менән ҡайтҡан юрист 1955 йылда [[Өфө]] ҡалаһы [[Орджоникидзе]] район халыҡ судының судьяһы итеп һайлана. 1960 йылда билдәләнгән ваҡытты тулғандан һуң [[Башҡортостан (гәзит)|«Совет Башҡортостаны»]] гәзите редакцияһына эшкә алына һәм 1968 йылға тиклем баҫманың [[Башҡортостан]]дың көньяҡ-көнбайыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе була. Журналист хеҙмәте менән бер рәттән ижадҡа Хәкимйән Зарипов нәҡ ошо ваҡытта тотона, үҙенең тәүге хикәйәләрен һәм повестарын яҙа. Әҙәби оҫталығын артабан кәмилләштереү маҡсатында [[СССР Яҙыусылар союзы]] ҡарамағындағы [[Юғары әҙәбиәт курстары]]на ебәрелә. Уҡыуын тамамлағас, 1974 йылға тиклем [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй. Артабан хеҙмәт эшмәкәрлеген тәүҙә алған юрист һөнәре буйынса дауам итә: 1977 - 1987 йылдарҙа [[Өфө]] ҡалаһының [[Ленин районы]] юридик консультацияһында адвокат вазифаһын башҡара.
Хәкимйән Зарипов оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2012 йылдың 4 апрелендә вафат булды. Тыуған ауылында ерләнгән.
 
9 юл:
 
Хәкимйән Зарипов шулай уҡ драматургия өлкәһендә лә уңышлы эшләне. Уның «Намыҫ ғазабы», «Ҡала ҡыҙы – һөйгәнем» пьесаларында беҙҙең тирә-яҡтағы ысынбарлыҡ ышандырырлыҡ образдар аша һүрәтләнә. Был спектаклдәр [[Өфө]]ләге Орджоникидзе исемендәге культура һарайында эшләп килгән халыҡ театрында, шулай уҡ республиканың башҡа ижади коллективтарында ҙур уңыш менән ҡуйылды. Ә драматургтың «Эх, кәләше лә кәләше!» комедияһы [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театры]] сәхнәһендә 10 йылдан ашыу күп тамашасыны йыйҙы.
 
Әҙип үҙенең тыуған төйәге — [[Миәкә районы]] хеҙмәтсәндәре менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне һәм ижад итте. Уның 1999 йылда баҫылып сыҡҡан «Хыялдар иленә сәйәхәт» тип исемләнгән документаль повесы данлы яҡташтарына арналды. Был китабы өсөн Хәкимйән Зарипов — райондың [[Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия]] әҙәби премияһына лайыҡ булды.
 
== Китаптары ==