Зарипов Хәкимйән Сәрйәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Хәкимйән Сәрйәр улы Зарипов 1929 йылдың 18 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[1-се Бәләбәй кантоны]] (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Миәкә районы]]) [[Ҡаран-Ҡуңҡаҫ]] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлағандан һуң тыуған колхозында хисапсы, аҙаҡтан бухгалтер булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн [[Өфө]] кооператив техникумына уҡырға ебәрелә. Унан һуң [[Ҡаҙан (Иҙел буйы) федераль университеты|Ҡазан дәүләт университеты]]ның юридик факультетын тамамлай. Юғары белем алып республикаға йүнәлтмә менән ҡайтҡан юрист 1955 йылда [[Өфө]] ҡалаһы [[Орджоникидзе]] район халыҡ судының судьяһы итеп һайлана. 1960 йылда билдәләнгән ваҡытты тулғандан һуң [[Башҡортостан (гәзит)|«Совет Башҡортостаны»]] гәзите редакцияһына эшкә алына һәм 1968 йылға тиклем баҫманың [[Башҡортостан]]дың көньяҡ-көнбайыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе була. Журналист хеҙмәте менән бер рәттән ижадҡа Хәкимйән Зарипов нәҡ ошо ваҡытта тотона, үҙенең тәүге хикәйәләрен һәм повестарын яҙа. Әҙәби оҫталығын артабан кәмилләштереү маҡсатында [[СССР Яҙыусылар союзы]] ҡарамағындағы [[Юғары әҙәбиәт курстары]]на ебәрелә. Уҡыуын тамамлағас, 1974 йылға тиклем [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй. Артабан хеҙмәт эшмәкәрлеген тәүҙә алған юрист һөнәре буйынса дауам итә: 1977 - 1987 йылдарҙа [[Өфө]] ҡалаһының [[Ленин районы]] юридик консультацияһында адвокат вазифаһын башҡара.
Хәкимйән Зарипов оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2012 йылдың 4 апрелендә вафат булды. Тыуған ауылында ерләнгән.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Хәкимйән Зариповтың исеме республика матбуғаты биттәрендә ХХ быуаттың илленсе йылдары аҙағында күренә башлай: халыҡ судьяһы вазифаһын башҡарған осорҙа юрист эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәҡәләләр, әхлаҡ һәм этик темаларға арналған очерктар менән ул гәзит һәм журналдарҙа әүҙем сығыш яһай. Артабан республиканың төп матбуғат баҫмаларының береһе – [[Башҡортостан (гәзит)|«Совет Башҡортостаны»]] гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән ваҡытында буласаҡ яҙыусы үҙенең тәүге хикәйәләрен һәм повестарын ижад итә. Әҙиптең беренсе ҙур күләмле әҫәре - «Фәнисәнең мөхәббәте» исемле повесы 1961 йылда айырым китап булып донъя күрә. Артабан «Һуңғы хөкөм» повесы (1970), «Яҙмыштар эҙенән» исемле хикәйәләр йыйынтығы (1974), «Ғашиҡтарҙы хөкөм итмәйҙәр» тип аталған повестар йыйынтығы (1983) һәм башҡа китаптары нәшер ителә. Был әҙәби әҫәрҙәрҙең төп темаһы һәм проблематикаһы – юристар һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең бик тә еңел булмаған, әммә беҙҙең йәмғиәт һәм айырым кеше өсөн ныҡ кәрәкле эшмәкәрлеге. Бер үк ваҡытта яҙыусы шәхестәр араһындағы төрлө ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе сағыу образдар аша асып бирә, дөрөҫлөктең бер ниндәй ауырлыҡтарға ла ҡарамай тантана итәсәген, һәр саҡ еңәсәген ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй, изгелек кеүек матур сифаттарға дан йырлай, уларҙың һәр беребеҙҙә лә булырға тейешлеге тураһында туранан-тура бәйән итә. Йәмғиәттәге законлыҡты, кешеләрҙең тыныс шарттарҙа йәшәү нормаларын һаҡлау һәм яҡлау мәсьәләре юрист һөнәренә эйә булыусы әҙиптең әҫәрҙәрендә шулай уҡ төп теманың береһе булып тора. Хәкимйән Зариповтың 1977 йылда [[Мәскәү]]ҙә урыҫ телендә баҫылған «Приговор» повестар йыйынтығының [[СССР]] Яҙыусылар союзының һәм [[СССР]] Эске эштәр министрлығының берлектәге әҙәби премияһына лайыҡ булыуы ғына ла уның ижадына юғары һәм урынлды баһа булды тип иҫәпләргә кәрәк.
 
Хәкимйән Зарипов шулай уҡ драматургия өлкәһендә лә уңышлы эшләне. Уның «Намыҫ ғазабы», «Ҡала ҡыҙы – һөйгәнем» пьесаларында беҙҙең тирә-яҡтағы ысынбарлыҡ ышандырырлыҡ образдар аша һүрәтләнә. Был спектаклдәр [[Өфө]]ләге Орджоникидзе исемендәге культура һарайында эшләп килгән халыҡ театрында, шулай уҡ республиканың башҡа ижади коллективтарында ҙур уңыш менән ҡуйылды. Ә драматургтың «Эх, кәләше лә кәләше!» комедияһы [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театры]] сәхнәһендә 10 йылдан ашыу күп тамашасыны йыйҙы.
 
== Китаптары ==
Юл 20 ⟶ 24:
* [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
* [[Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия]] лауреаты (1999)
* [[СССР]] Яҙыусылар союзының һәм [[СССР]] Эске эштәр министрлығының берлектәге әҙәби премияһы лауреаты.
 
== Әҙип тураһында ==
Юл 30 ⟶ 35:
 
== Һылтанмалар ==
* [http://www.kulturarb.ru/ba/news_bash/?ELEMENT_ID=11445 ЯҘЫУСЫ ХӘКИМЙӘН ЗАРИПОВ ВАФАТ БУЛДЫ «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы]
 
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]