Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
категория
1 юл:
{{Военный деятель
|имя = Мөхәррирләү Сәлмән Биктимеров
|оригинал имени =
|дата рождения = 14.8.1913
26 юл:
|в отставке =
}}
'''Сәлмән Ғәлиәхмәт улы Биктимеров'''  — [[Советтар Союзы Геройы]].
1913 йылдың 14 авгусында [[2-се Кинйәабыҙ]] ауылында тыуған. Һуғыш алдынан [[Үзбәкстан]]дағы юл төҙөлөшөндә мастер булып эшләй.
[[Совет Армияһы]]на [[Көйөргәҙе районы]] хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың декабрендә саҡырыла.
39 юл:
Немецтар, йылғаны аша сығыусыларҙы күреп, ҡурғаш ямғыры яуҙыра. Шул саҡ беҙҙең артиллерия ла хәрәкәткә килә. Немецтар урынлашҡан ярҙан ҡара төтөн бағаналары күккә күтәрелә.
 
- Бына шулай, кәрәктәрен бир әйҙә. — тип ҡысҡыра Сәлмән. Әммә уның тауышын берәү ҙә ишетмәй.
Взвод яугирҙәре үҙҙәре әҙерләгән ҡулайламала — һалда йылғаның уң ярына яҡынлаша.
 
«Ярға нисек тә барып етергә кәрәк», — ти Сәлмән һәм улар, һыуҙан сығып, дошман позицияһына һөжүм итә. Һуғышсылар, бер туҡтауһыҙ атыша барып, бер ауылға яҡынлаша. Әммә уларға ҡаршы пулемет ут яуҙыра.
 
Биш ҡыҙылармеец менән бергә ул беренсе булып немец блиндажына бәреп инә. Ике фашисты штык менән сәнсә, өсөнсөһөн ҡулы менән дөмөктөрә. Шунан траншеялағы пулеметсыны юҡ итә. Һуғыш ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Өй ҡыйыҡтарында йәшеренгән немецтар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә, ләкин ауыл беҙҙекеләр ҡулына күсә. Шул ваҡыт бында әле «үҙҙәренеке» булыуға ышанған ике немец полковнигы машинала килеп етә. Сәлмән уларҙы ҡулға алып, теге яҡ ярға, штабҡа оҙата.
 
Взвод яугирҙәрен юҡ итеүгә маҡсат ҡуйып, немецтар танкылар менән һөжүм итә. Сәлмән окопта йәшеренеп, яндырғыс шыйыҡсалы шешә менән бер танкыны яндыра. Окоптың тәрәнерәк яғына йәшеренеп, «тигр»ҙы үҙ өҫтөнән үткәреп ебәрә.
- Бына һиңә лә, — тип ырғыта уның артынан икенсе шешәһен.
 
Танкылар факелдар кеүек яна. Контратака тонсоға. Һуғыш яланында тиҫтәләгән немец мәйете ятып ҡала. 15-ен Сәлмән үҙ ҡулдары менән юҡ итә. Сәлмән взводы 15-ләп пулемет һәм башҡа күп ҡоралдар эләктерә. Плацдарм ныҡлы яулана.
53 юл:
Днепрҙы аша сығып, плацдарм яулап алыу өсөн ҡаты алышта Сәлмән үҙенең төркөмө менән 121 немецты юҡ итә, ике танкыны һәм 10 пулеметты юҡҡа сығара. [[Башҡорт атлы дивизияһы]]нда беренселәрҙән булып Сәлмән оло дан ҡаҙана.
 
Полк командиры подполковник Таһир Кусимов Сәлмәнде саҡыртып ала. «Ҙур рәхмәт һиңә, егет, — ти подполковник, уны ҡосаҡлап. — Мин һине иң юғары наградаға — [[Советтар Союзы Геройы]] исеменә тәҡдим иттем». Сәлмәндең иһә яуабы ҡыҫҡа була: «Киләсәктә лә изге [[Днепр]] өсөн һуғышҡан кеүек һуғышырға әҙермен!»
 
== Сығанаҡтар ==
[http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=1132 Биктимиров, Салман Галиахметович]
 
 
[[Категория:Башҡортостан шәхестәре]]
 
[[Категория:Советтар Союзы Геройҙары]]
[[Категория:Башҡортостандың Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)]]
[[Категория:Башҡорттарҙан Советтар Союзы Геройҙары]]
[[Категория:Башҡорт ҡаһармандары]]
[[Категория:Көйөргәҙе районы]]
[[Категория:Көйөргәҙе районында тыуғандар]]