Буддизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Gandhara Buddha (tnm).jpeg|thumb|Баҫып тороусы Будда. (I—II быуат)]]
'''Будди́зм''' ({{lang-sa|बुद्ध धर्म}}, {{IAST|buddha dharma}}; [[пали]] बुद्ध धम्म, ''buddha dhamma'', «Асыҡ яҡты күңелленең ғилеме»<ref>[http://sanskritdocuments.org/dict/ Online Sanskrit Dictionary] {{ref-en}} Buddha  — Просветленный (The Enlightened One). Dharma  — Закон, Истина, Учение (Law, Truth, Doctrine).</ref>) —яңы эраға тиклемге VI б. аҙағында Төньяҡ Һиндостанда барлыҡҡа килеп, [[Тибет]], [[Монголия]], [[Һинд Ҡытайы]], [[Ҡытай]], [[Мьянма]] (Бирма), [[Япония]] һәм башҡа ҡайһы бер Көнсығыш илдәрҙә таралған дин <ref>Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)</ref>.
 
Нигеҙ һалыусыһы булыа [[Будда Шакьямуни|Сиддхартха Гаутама]] иҫәпләнә.
 
Уның ғилемен дауам итеүселәр уны «Дхарма» (ҡанун, ғилем) йәки «Буддхадхарма» (Будда ғилеме) тип атайҙар. "«Буддизм"» терминын европалылар [[XIX быуат]]та ҡуллана башлай <ref name=autogenerated1>''Торчинов Е. А.'' [http://anthropology.ru/ru/texts/torchin/buddhism_01.html#n1 Введение в буддологию]  — стр. 5.</ref>.
 
Төрлө ғөрөф-ғәҙәттәре булған бик күп халыҡтар ҡабул иткән, донъяғы иң боронғо диндәрҙең береһе тип һанала.
10 юл:
[[Файл:Buddhist_distribution_(version2).png|left|thumb|450px| Донъя илдәрендә буддистар һаны проценттарҙа]]
 
Бөтә донъяла Буддизм динен тотоусылар һанын билдәләү, һанау ысулына ҡарап, төрлөсә тирбәлә, иң әҙе 350-500 350—500 млн тип билдәләнә <ref>[http://www.adherents.com/Religions_By_Adherents.html#Buddhism Major Religions Ranked by Size]; U.S. State Department’s International Religious Freedom Report 2004. http://www.state.gov/g/drl/rls/irf/2004/ Accessed 20 September 2008; Garfinkel, Perry. «Buddha Rising», National Geographic Dec. 2005: 88-109; [https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/xx.html#People CIA  — The World Factbook]</ref>.
Буддистар күберәк [[Көньяҡ Азия]], [[Көньяҡ-Көнсығыш Азия]] илдәрендә йәшәй: [[Бутан]], [[Вьетнам]], [[Һиндостан]], [[Камбоджа]], [[Ҡытай]] (шулай уҡ [[Сингапур]] [[Малайзия]]), [[Корея]], [[Лаос]]та йәшәгән ҡытай халҡы), [[Монголия]], [[Мьянма]], [[Непал]], [[Таиланд]], [[Тибет]], [[Шри-Ланка]], [[Япония]].
Рәсәйҙә буддизм динен [[Бурятия]], [[Ҡалмыҡстан]], [[Тыва]] халҡы тота. Һуңғы йылдарҙа будда общиналары [[Мәскәү]], [[Санкт-Петербург]] һәм башҡа эре ҡалаларҙа барлыҡҡа килде.
 
Йылдар уҙған сайын Будданың абруйы үҫә бара, ул, ғөмүмән, Алла дәрәжәһендә ҡарала башлай. Будда дине, [[Һиндстан]]да тыуып, унда тамыр йәйгән булһа ла, саф милли күренеш булып ҡына ҡалмай, Ер шарының Көнсығыш регионында урынлашҡан ҡайһы бер башҡа илдәрҙәге халыҡтарға ла үҙенең йоғонтоһын ирештерә. Был яҡтан ҡарағанда, Будда диненең Ҡытай, Япония, Монголия һ. б. илдәрҙә яралыуы тураһында әйтмәй булмай.
 
=== Буддизм Ҡытайҙа ===
Ҡытайҙа ул I быуаттың уртаһында махаяна шәкелендә барлыҡҡа килә. Быны бигерәк тә Ҡытайҙың саүҙа элемтәләре үҫә башлау менән аңлатырға кәрәк. Ill—IV быуаттарҙа Ҡытайҙағы төньяҡ династияларе башлыҡтары будда динен көньяҡ династияларе менән көрәштә файҙаланырға тырышалар. Буддизмға конфуцианлыҡ ҡаршы төшә, будда дине монастырьҙары көстәрен юғалта, ә конфуцианлыҡ идеологияһы буддасыларҙы ҡыҫырыҡлай бара. Ике дин араһындағы көрәш [[XX быуат]]та ла дауам итә әле.
 
=== Буддизм Японияла ===
[[Япония]]ға будда дине [[VI быуат]] урталарында Ҡытай аркылы үтеп керә башлай. Был илдә буддизм күп төрлө секталарҙа кәүҙәләнә. XII быуатта Японияла амидаизм сектаһы барлыҡҡа килә. Уның төп эстәлеген йәннәт менән тәмуғ тәғлимәте тәшкил итә. Был динде тотоусыларға «ҡотҡарылыу» өсөн ябай ғына ҡағиҙәне үтәү һорала, ул да булһа, Амида (Амитаба) буддаһының исемен туҡтамайса ҡабатлау таләп ителә (кара: Краткий научно-атеистический словарь.— M., 1964.—С. 98). Японияла буддизмдың мөһим үҙенсәлеге шунда: ул, Һиндстан буддасыларынан айырмалы булараҡ, әхлаҡи нормаларҙы үтәүҙән азат. Хатта, киреһенсә, бында монахтарҙан һуғышсан рух талап ителә. Самурайлыҡты Японияла будда диненең үҙенсәлекле бер сағылышы тип ҡарарға кәрәк.
 
=== Буддизм Монголияла ===
[[Монголия]]ла буддизмдың иң таралған сектаһы ламаизм тип атала. Ул [[XVI быуат]]та барлыҡҡа килә, [[XVI быуат]]та [[Бурятия]]ға, һуңыраҡ [[Тува]]ға һәм [[ҡалмыҡтар]]ға үтеп керә. Лама, ҡағиҙә буларак, барлык монахтарҙы (ҡалмыҡтарҙа Лама — дин башлығы) аңлата, ә будда дине башында тороусолар «далай-лама» тип аталалар. Ғөмүмән, Монголия һәм Бурятияла лама «тере Будда» тип һанала. Был илдәрҙә ламаизм — киң йәйелгән күренеш. Будда дине нормаларын үтәү улар өсөн мәжбүри талап һанала, ләкин был региондарҙағы буддизмға шаманлыҡ сифаттары ла хас. Улар тәбиғәт предметтары (тауҙар, йылғалар) рухына ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡағиҙә итәләр, ҡайһы бер хайуандарҙы (мәҫәлән, [[эт]]те) «изге» тип һанайҙар.
 
Будда дине шаҡтай төрлөсә. Ләкин ул, ниндәй генә шәкелдә булмаһын, үҙенең төп үҙенсәлеген, эске аҫылын юғалтмаған. Будда диненең төп принцибы — йәшәү бығауынан ҡотолоу, уның гүзәл сифаттарынан арынырға тырышыу. Нәтижәдә — социаль тормоштан ситләшеү, индивидуальлеккә бирелеү, ысынбарлыҡтағы рухи һәм физик сығанаҡтарҙан баш тартыу, ваз кисеү. Ләкин, донъялағы башҡа нәмәләр кеүек үк, Будда дине лә бер урында ғына тормай, үҙгәрә бара. Мәҫәлән, [[XX быуат]] уртаһында [[Вьетнам]] буддасылары Көнбайыш империалисттарына ҡаршы йәйелгән милли азатлыҡ хәрәкәтендә актив ҡатнаштылар, социаль тормоштан ситтә ҡалманылар.
 
==Ҡарағыҙ==
* [[Будда]]
== Сығанаҡтар ==
* Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 2-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек.{{ref-tt}}
 
== Һылтанмалар ==
* Рон Хаббард "«Гимн Азии"» {{ref-ru}}
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Буддизм» битенән алынған