Будда: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
Риүәйәттәр буйынса, Будда — нирванаға, йәғни йәшәүҙең барлыҡ сийфаттарын тойоуҙан арыныу хәләтенә иң беренсе булып керә алған кеше. Ошо хәләткә кереүҙе ул һәр кешенең йәшәү маҡсаты тип ышандырырға тырыша. Будда ҡарашынса, кешегә донъя мәшәҡәттәренән «ҡотолоуының иң дөрөҫ юлы — ғибәҙәтханаға (монастырға) китеү. Будда ошондай беренсе монахтар ханаһын ойоштороусы булып һанала. Ул монахтар алдына ун талап ҡуя: йән эйәләрен рәнйетмәҫкә (үлтермәҫкә, уларҙың итен ашауҙы харам тип һанарға), гиффәтлекте, енси сафлыҡты һаҡларға, алдауҙан, ялған һүҙҙән азат булырға, урламаҫҡа, араҡынан баш тартырға, ашау-эсеүҙә тыйнаҡлыҡ һаҡларға, донъяүи ләззәттәрҙән баш тартырға, еҫле майҙарҙан, биҙәнеү әйберҙәренән йыраҡ булырға, йоҡо түшәктәренең ябайлығын һаҡларға, алтын-көмештән ирекле булырға.
Будда дине Боронғо [[ҺиндстанҺиндостан]]да брахманизм принциптарына алмашҡа килеүсе рухи күренеш була. Брахманизм, фәлсәфи яҡтан, донъяның нигеҙен тәшкил итеүсе киммәт булараҡ сағылһа, социаль яҡтан ул юғары синыфтар идеологияһын кәүҙәләндергән. Буддасылар, социаль иерархияға ҡаршы тороп, айырым индивид мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу юлын һайлайҙар. Ләкин уларҙың тәғлимәте был бурыстарҙы үтәүҙән йыраҡ тора. Сөнки донъянан, уның физик һәм рухи киммәттәренән ваз кисеү, барлыҡ ҡаршылыҡтар алдында баш эйеү йәмғиәтте ғәҙеллек нигеҙендә үҙгәртеп ҡороу эшенә булыша алмай. Шулай ҙа будда дине һиндлылар араһында бик тиҙ тарала башлай. Йылдар уҙған сайын Будданың абруйы үҫә бара, ул, ғөмүмән, Алла дәрәжәһендә ҡарала башлай. Будда дине, [[ҺиндстанҺиндостан]]да тыуып, унда тамыр йәйгән булһа ла, саф милли күренеш булып ҡына ҡалмай, Ер шарының Көнсығыш регионында урынлашҡан ҡайһы бер башҡа илдәрҙәге халыҡтарға ла үҙенең йоғонтоһын ирештерә. Был яҡтан ҡарағанда, Будда диненең [[Ҡытай]], [[Япония]], [[Монголия]] һ. б. илдәрҙә яралыуы тураһында әйтмәй булмай.
 
== Мәғәнәһе һәм төшөнсәһе ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Будда» битенән алынған