Будда: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә wikidata interwiki
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
[[Рәсем:Fo-Budda-cn.PNG|right| thumb|Будда (ҡытай)]]
'''Бу́дда''' ({{lang-sa|बुद्ध}}, уянған, асыҡ күлелле) )))— аң-зиһене дөрөҫ булыуға ирешкән ''бодхи''.
 
Будда дине Будда (санскр.— яктыртылган) дине Б.Э.Т VI-V быуатта стихиялы рәүештә барлыҡҡа килгән булһа ла, уға нигеҙ һалыусы тип һинд батшаһының улы Гаутаманы һанайҙар. Боронғонан килгән риүәйәттәр буйынса, Гаутама 29 йәшендә [[ҡартлыҡ]], [[үлем]] тураһында уйлана башлай. Ул, ғаиләһен ҡалдырып, дәрүишлеккә китеп бара, барлыҡ ваҡытын донъялагы бәхетһеҙлектәрҙең сәбәптәренә төшөнөүгә, кешеләрҙе уларҙан ҡотҡарыу юлдарын эҙләүгә бағышлай. Күп йылдар дауам иткән эҙләнеүҙәрҙән һуң, ниһәйәт, уның хыялында ысын хаҡиҡәт асыла. Ошо ваҡиғанан һуңң ул үҙен Будда тип атай.
 
Риүәйәттәр буйынса, Будда — нирванаға, йәғни йәшәүҙең барлыҡ сийфаттарын тойоуҙан арыныу хәләтенә иң беренсе булып керә алған кеше. Ошо хәләткә кереүҙе ул һәр кешенең йәшәү маҡсаты тип ышандырырға тырыша. Будда ҡарашынса, кешегә донъя мәшәҡәттәренән «ҡотолоуының иң дөрөҫ юлы — ғибәҙәтханаға (монастырға) китеү. Будда ошондай беренсе монахтар ханаһын ойоштороусы булып һанала. Ул монахтар алдына ун талап ҡуя: йән эйәләрен рәнйетмәҫкә (үлтермәҫкә, уларҙың итен ашауҙы харам тип һанарға), гиффәтлекте, енси сафлыҡты һаҡларға, алдауҙан, ялған һүҙҙән азат булырға, урламаҫҡа, араҡынан баш тартырға, ашау-эсеүҙә тыйнаҡлыҡ һаҡларға, донъяүи ләззәттәрҙән баш тартырға, еҫле майҙарҙан, биҙәнеү әйберҙәренән йыраҡ булырға, йоҡо түшәктәренең ябайлығын һаҡларға, алтын-көмештән ирекле булырға.
Будда дине Боронғо [[Һиндстан]]да брахманизм принциптарына алмашҡа килеүсе рухи күренеш була. Брахманизм, фәлсәфи яҡтан, донъяның нигеҙен тәшкил итеүсе киммәт булараҡ сағылһа, социаль яҡтан ул юғары синыфтар идеологияһын кәүҙәләндергән. Буддасылар, социаль иерархияға ҡаршы тороп, айырым индивид мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу юлын һайлайҙар. Ләкин уларҙың тәғлимәте был бурыстарҙы үтәүҙән йыраҡ тора. Сөнки донъянан, уның физик һәм рухи киммәттәренән ваз кисеү, барлыҡ ҡаршылыҡтар алдында баш эйеү йәмғиәтте ғәҙеллек нигеҙендә үҙгәртеп ҡороу эшенә булыша алмай. Шулай ҙа будда дине һиндлылар араһында бик тиҙ тарала башлай. Йылдар уҙған сайын Будданың абруйы үҫә бара, ул, ғөмүмән, Алла дәрәжәһендә ҡарала башлай. Будда дине, [[Һиндстан]]да тыуып, унда тамыр йәйгән булһа ла, саф милли күренеш булып ҡына ҡалмай, Ер шарының Көнсығыш регионында урынлашҡан ҡайһы бер башҡа илдәрҙәге халыҡтарға ла үҙенең йоғонтоһын ирештерә. Был яҡтан ҡарағанда, Будда диненең Ҡытай, Япония, Монголия һ. б. илдәрҙә яралыуы тураһында әйтмәй булмай.
 
== Мәғәнәһе һәм төшөнсәһе ==
=== Берҙән- бер булмауы ===
Юл 57 ⟶ 64:
* Самвара
== Сығанаҡтар ==
* Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 2-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек.{{ref-tt}}
 
==Иҫкәрмәләр==
<references/>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Будда» битенән алынған