Расизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Расизм''' — кешелек донъяһын сығышынан уҡ «юғары» һәм «түбән», «тулы» һәм «к…" исемле яңы бит булдырылған
 
13 юл:
== Тарихы ==
Расизм нигеҙен расаларҙың физик һәм психик яҡтан төрлө дәрәжәлә булыуы һәм кешелек мәҙәниәте үҫешендә уларҙың берҙәй роль уйнамауын иҫбатлау тәшкил итә. Расалар (фр. race — тоҡом, нәҫел) — кешеләрҙең тарихи барлыҡҡа килгән төркөмдәре. Уларга морфологик, физиологик һәм психологик үҙенсәлектәр хас. Расаларҙың төп төркөмдәре түбәндәгеләр: негроидтар, европеоидтар һәм монголоидтар. Расизм капиталистик дәүләттәр барлыҡҡа килә башлаған осорҙа (XVI—XVIII быуаттарҙа) тыуа. Ул алға киткән капиталистик илдәрҙең колониаль сәйәсәт алып барыуына бәйле була. Расизм [[колониализм|колониаль илдәрҙең]] халыҡтарын рәхимһеҙ иҙеү маҡсатына хеҙмәт итә. Расизм колониаль илдәрҙә төп халыҡтарҙы ҡырып бөтөрөү маҡсатын да дәлилләүгә алына. Мәҫәлән, Америка континентында ошо шәфҡәтһеҙ ғәмәлдәр материктың төп халҡы —индеецтарға ҡарата ҡулланыла. [[Африка]], [[Көньяк Азия]], [[Австралия]], [[Океания]] халыҡтары ла шул уҡ яҙмышты кисерә.
[[Файл:Racistcampaignposter1.jpg |thumb|250px|1866 йылда [[Пенсильвания]]ла губернатор һайлауҙарында расисттарҙың һайлау алды плакаты]]
[[Беренсе донъя һуғышы]]нан һуң расистар нордизм теорияһын (X. Гюнтер) күтәреп сығаралар. Был теория буйынса, герман телендә һөйләшә торған төньяҡ халыҡтары иң юғары раса тип таныла. Немец фашисттары идеологтары, был буталсыҡлыҡтарҙы ситкә ҡуйып, үҙҙәрен, ғөмүмән, иң юғары раса тип тәҡдим итә башлайҙар. [[Икенсе донъя һуғышы]] немец фашисттарының тар-мар ителеүе һәм уларҙың расизм теорияларының селперәмә килеүе менән тәмамланһа ла, кешелеккә каршы теориялар XX быуат аҙағында ла йәшей әле. Был дәүерҙә бигерәк АҠШ ғалимдәре ҙур тырышлыҡ күрһәтә башлайҙар. Уларҙың кешелеккә ҡаршы сәйәсәте бигерәк тә Африка илдәрендә (Родезия, КАР) геноцид төҫөн ала башлай. Расаларҙың аҡыл, психика яғынан «тигезһеҙлеге» бының нигеҙе итеп алына.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Расизм» битенән алынған