Ҡарамышевтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
категория
1 юл:
'''Ҡарамышевтар'''  — [[башҡорт]] дворяндар нәҫеле. [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] [[Маҡар (Ишембай районы)|Маҡар]] ауылындан (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Ишембай районы]]) [[башҡорттар]]ы. Ҡарамышевтар нәҫеле [[Өфө губернаһы]] дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.
 
== Билдәлеләре ==
Нәҫелде башлап ебәреүсе  — Ҡармыш баба.
 
Иң билдәлеләре:
* Байслан Аҡкөбәк улы Ҡарамышев, йорт старшинаһы. Рус-швед һуғышында (1788—1790) ҡатнаша. Ҡылыс менән бүләкләнә;
* Рәхмәтулла Әбделкәрим улы Ҡарамышев (1804—?), зауряд-хорунжий ([[1841]]). 1820 йылдаң алып 8‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә. 1830—1831 йылдарҙа поляк ихтилалы ваҡытында 4‑се башҡорт полкында, [[1840]] йылда [[Башҡорт-мишәр ғәскәре]] командующийы канцелярияһында, 1855 йылда алып 27‑се башҡорт кантонында хеҙмәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ;
* Ғөбәйҙулла Ниғмәтулла улы Ҡарамышев (1801—?), зауряд-хорунжий ([[1854]]). 1821 йылда башлап 8‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә. 1824, 1830, 1833, 1841 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында, [[1838]] йылда Башҡорт уҡыу полкында хәрби хеҙмәт үтәй, 1846—1853 йылдарҙа йорт старшинаһы, [[1855]] йылдан алып 27‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ;
* Байслан Аҡкөбәк улы Ҡарамышев улдарынан айырыуса билдәлеһе Ибраһим Байслан улы Ҡарамышев (1802—1868), зауряд-сотник ([[1833]]). 1819 йылда башлап 8‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә, [[1836]] йылда  — йорт старшинаһы, [[1842]] йылда  — кантон башлығы ярҙамсыһы. 1849—1852 йылдарҙа [[Башҡорт-мишәр ғәскәре]]нең умартасылыҡ заводында күҙәтсе. [[1830]] йылда Ырымбур сик һыҙығында, 1855 йылда алып 27‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә. Каруанһарайҙы төҙөүҙә ҡатнаша.
 
Уның улдарынан айырыуса билдәлеләре: [[Ҡарамышев Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы|Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев]];
* Ғүмәр Ибраһим улы Ҡарамышев (1836—1915). Неплюев кадет корпусын тамамлаған. [[Стәрлетамаҡ]] һәм [[Ырымбур]] ҡалалар полиция идаралығында хеҙмәт итә, һуңыраҡ сауҙа менән шөғөлләнә. Әрмет-Рәхим ауылы мәҙрәсә һалдыра, Көҙән ауылы (икеһе лә  — Стәрлетамаҡ өйәҙе; хәҙерге [[Ишембай районы]]) һәм «Рәсүлиә» (Троицк ҡалаһы) мәҙрәсәләренә аҡсалата ярҙам күрһәтә. Йософ Ибраһим улы Ҡарамышев улдары: Солтангәрәй Йософ улы Ҡарамышев (1844—1916), Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар улусы старшинаһы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Хәрби хеҙмәттә була, артабан сауҙа менән шөғөлләнә;
* Батыргәрәй Йософ улы Ҡарамышев, Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған. Урыҫ-башҡорт училищеларында, һуңыраҡ Маҡарҙа уҡыта.
 
Уның улдарынан айырыуса билдәлеләре:
* [[Ҡарамышев Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы|Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы Ҡарамышев]] (1888—1922)  — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре;
* [[Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы|Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев]] (1893—1918)  — 1917—1918 йылдарҙа Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре;
* [[Ҡарамышев Мөхтәр Батыргәрәй улы|Мөхтәр Батыргәрәй улы Ҡарамышев]] (1895—?)  — [[Беренсе донъя һуғышы|Беренсе донъя]], Граждандар һәм [[Бөйөк Ватан Һуғышы|Бөйөк Ватан һуғыштарында]] ҡатнашыусы.
 
== Хәтер ==
* [[Башҡорт ғәскәре]]нең 1‑се Башҡорт кавалерия полкына Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы исеме бирелгән (1918).
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Әҙәбиәт ==
* Башкирские родословные. Уфа, 2002.
* ''Гайсин Г.'' Башкирские тарханы и дворяне. // «[[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]». 1999. №  10. С. 154—159.
* ''Гумеров Ф. Х.'' Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярах и бобылях. Уфа, 1999.
* [http://www.lib.csu.ru/vch/176/004.pdf ''Ильясова А. Я.'' Особенности формирования дворянского сословия из башкир. // Вестник Челябинского государственного университета. 2009. №  38 (176). История. Вып. 37. С. 26—32]
* {{книга
| автор =
Юл 41 ⟶ 44:
| ref =
}}
* [http://www.ufabist.ru/assets/files/07-14.pdf ''Сайфуллина Л. Ф.'' Правящая элита Башкирии конца XVI  — первой половины XIX  вв.: Основные этапы формирования.// Вестник БИСТ. №  3 (7), 2010. С.132—139.]
 
== Һылтанмалар ==
Юл 47 ⟶ 50:
* {{YouTube|-37z7MnFxXM|Ҡарамышевтар}}
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
[[Категория:Башҡорт дворянлығы]]
[[Категория:Ҡарамышевтар]]