Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә вики
82 юл:
Үрҙәге «Килешеү» буйынса, Автономлы Башҡорт Совет Республикаһының баш ҡалаһын Советтар съезы (йыйын) билдәләргә тейеш була; бығаса ваҡытлыса рәсми баш ҡала тип Бөрйән олоҫының Орск өйәҙенең Темәс ауылы билдәләнә (хәҙерге [[Баймаҡ районы]]нда урынлашҡан).
 
[[Совет власы]]нан килешеүгә Совнарком рәйесе [[В. И. Ленин]], [[:ru:ВЦИК|Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты]] рәйесе вазифаһын башкарыусы М. Ф. Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары [[И. СВ. Сталин]], ВЦИК секретары А. Енукидзе ҡул ҡуя. [[Башҡорт Хөкүмәте]] яғынан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|М. А. Ҡулаев]], Башҡорт шураһы (советы) ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|М. Д. Халиҡов]], Башҡорт ғәскәрҙәре адъютанты Ә. И. Бикбауов ҡул ҡуя.
 
Был килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. [[Граждандар һуғышы]] киң ҡолас ала, башҡорт ерҙәре берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар ҡулына күсә. Был документ — ике яҡ араһында барған оҙайлы, ауыр һәм әүҙем һөйләшеүҙәр нәтижәһе. [[Башҡортостан]]дың сәйәси-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытыла. Ғәмәлдә [[Рәсәй]] составында, сағыштырмаса үҙаллы иҡтисадҡа һәм айырым ғәскәргә эйә булған башҡорт республикаһы барлыҡҡа килә.