Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә вики
19 юл:
|население = 3 950 482 кеше (1989)
|язык = [[башҡорт теле]]<br />[[урыҫ теле]]
|форма_правления = [[республикаһыреспублика]]
}}
 
'''Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы'''  — [[РСФСР]] составында [[башҡорттар|башҡорт халҡының]] автономлы [[республика]]һы.
 
[[1919]] йылдың [[20 март]]ында [[Ырымбур губернаһы]]ның төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) нигеҙендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше [[Өфө губернаһы]]нда урынлашҡан [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡ]] ҡалаһынан идара ителгән.
44 юл:
 
=== [[Бәләкәй Башҡортостан]]дың барлыҡҡа килеүе ===
[[1917]] йылдың [[Февраль революцияһы]]нан һуң башҡорттар торған төбәктәрҙә милли-территориаль автономия ҡороу өсөн милли хәрәкәт башлана. [[1917]] йылдың июль-август айҙарында [[Ырымбур]]ҙа I һәм II Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы уҙа; был йыйындарҙа башҡорт халҡының вәкилдәре федератив Рәсәй составында «милли-территориаль рәүештә демократик республика» төҙөргә зарур, тип ҡарар ҡабул итә.
 
I Бөтә Башҡорт ҡоролтайы Башҡорт Үҙәк Шураһын һайлай (II Ҡоролтай уны ҡабат һайлай). Үҙәк Шура Ырымбурҙа йыйыла һәм [[1918]]-се йылдың ғинуарында үтәсәк Рәсәйҙең Ойоштороу Йыйынына (Учредительное собрание) әҙерләнә башлай.
Әммә пландарҙы Октябрь революцияһы боҙа.
 
[[1917]] йылдың 16 ноябрендә Башҡорт Үҙәк Шураһы [[Ырымбур губернаһы|Ырымбур]], [[Пермь губернаһы|Пермь]], [[Һамар губернаһы|Һамар]], [[Өфө губернаһы]]ның өлөштәрен Рәсәй республикаһының автономлы өлөшө  — Башҡортостан территориаль-милли автономияһы тип иғлан итә.
 
Был ҡарар [[1917]] йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайында раҫлана. «Бәләкәй Башҡортостан» төшөнсәһе [[1918]] йылдың ғинуарында индерелә  — был ваҡытта «Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында ҡанундар» тигән проект әҙерләнә.
 
Бәләкәй Башҡортостанға түбәндәге төбәктәр индерелә:
63 юл:
[[Һамар губернаһы]]нан: Боғорослан өйәҙенең көнсығыш өлөшө.
 
Бәләкәй Башҡортостанға ингән дөйөм ер майҙаны  — 78 439 км² самаһы, халҡы  — 1 219 900 кеше.
 
Шул уҡ ваҡытта татар милли хәрәкәтенең лидерҙары [[Урал-Иҙел Штаты]] төҙөү буйынса эш алып бара.
 
[[Файл:Bashk37.gif|thumb|250px|right|1937-се йылдан Башҡорт АССР-ы флагы]]
[[1919]] йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Автономлы Совет Башҡортостаны тураһында килешеү» төҙөлә. Был килешеү матбуғатта [[1919]] йылдың 23 мартында баҫылып сыға, был көн республиканың барлыҡҡа килгән көнө тип рәсми рәүештә таныла.
 
Килешеү буйынса Автономлы Башҡорт Совет Республикаһы (АБСР) барлыҡҡа килә. «Бәләкәй Башҡортостан» тигән төшөнсә бынан һуң да АБСР-ға ҡарата ҡулланыла.
 
Республиканың составына Ырымбур губернаһынан Ырымбур өйәҙенең 17 олоҫы, Орск өйәҙенең 28 олоҫы, Үрге Урал өйәҙенең 12 олоҫы, Троицк өйәҙенең 6 олоҫы, Силәбе өйәҙенең 9 олоҫы, Быҙаулыҡ өйәҙенең 1 олоҫы. Пермь губернаһынан Шадринск өйәҙенең 8 олоҫы, Екатеринбург өйәҙенең 4 олоҫы, Красноуфимск өйәҙенең 6 олоҫы һәм 5 айырым ауылы. Өфө губернаһынан Златоуст өйәҙенең 14 олоҫы, Өфө өйәҙенең 4 олоҫы һәм тағы 2 олоҫынан айырым башҡорт ауылдары, Стәрлетамаҡ өйәҙенең 29 олоҫы индерелә.
80 юл:
[[Файл:Bassr25.jpg|thumb|250px|left|[[1925]]-[[1978]]-cе йылдарҙа Башҡорт АССР-ы гербы]]
 
Үрҙәге «Килешеү» буйынса, Автономлы Башҡорт Совет Республикаһының баш ҡалаһын Советтар съезы (йыйын) билдәләргә тейеш була; бығаса ваҡытлыса рәсми баш ҡала тип Бөрйән олоҫының Орск өйәҙенең Темәс ауылы билдәләнә (хәҙерге [[Баймаҡ районы]]нда урынлашҡан).
 
[[Совет власы]]нан килешеүгә Совнарком рәйесе [[В. И. Ленин]], [[:ru:ВЦИК|Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты]] рәйесе вазифаһын башкарыусы М. Ф.  Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары [[И. С. Сталин]], ВЦИК секретары А. Енукидзе ҡул ҡуя. [[Башҡорт Хөкүмәте]] яғынан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|М. А. Ҡулаев]], Башҡорт шураһы (советы) ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|М.  Д.  Халиҡов]], Башҡорт ғәскәрҙәре адъютанты Ә. И. Бикбауов ҡул ҡуя.
 
Был килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. [[Граждандар һуғышы]] киң ҡолас ала, башҡорт ерҙәре берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар ҡулына күсә. Был документ  — ике яҡ араһында барған оҙайлы, ауыр һәм әүҙем һөйләшеүҙәр нәтижәһе. [[Башҡортостан]]дың сәйәси-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытыла. Ғәмәлдә [[Рәсәй]] составында, сағыштырмаса үҙаллы иҡтисадҡа һәм айырым ғәскәргә эйә булған башҡорт республикаһы барлыҡҡа килә.
 
Башҡорт Автономияһы төҙөлөү үҙ-ара килешеү һәм тик шарттар нигеҙендә барлыҡҡа килә. Башҡа милли берәмектәргә автономия хоҡуғы «юғарынан» йәғни [[Совет власы]] декреты менән бирелә.
 
Шулай итеп, [[Башҡортостан]] [[Рәсәй]]ҙәге тәүге милли-территориаль республика булып ойошторола.
 
[[:ru:Колчак|Колчак]] ғәскәре һөжүм итеп килгәс, республиканың идаралығы (Башревком) [[Саранск]] ҡалаһына күсерелә; унда ул [[1919]]-сы йылдың апреленән авгусына тиклем булып, августың 20-һендә [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡҡа]] ҡайта. Стәрлетамаҡ Өфө губернаһында ҡалһа ла, Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһына әүерелә. [[1920]]-сы йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһы, ноябрь айында Стәрлетамаҡ өйәҙенең 16 олоҫы шулай уҡ республикаға тапшырыла.
95 юл:
[[1922]] йылдың 14 июнендә «Автономлы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһының сиктәрен киңәйтеү тураһында» тип аталған ВЦИК декреты менән Өфө губернаһы бөтөрөлә.
 
Уның [[Өфө өйәҙе|Өфө]], [[Бөрө өйәҙе|Бөрө]], [[Бәләбәй өйәҙе|Бәләбәй]], [[Златоуст өйәҙе|Златоуст]] өйәҙҙәре Автономлы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһына ҡушыла. Республика составына шулай уҡ [[Силәбе губернаһы]]ның Мейәс өйәҙенең Торғаяҡ, Сыростан, Мейәс олоҫтары һәм Мейәс ҡалаһы индерелә. Бәләкәй Башҡортостандан Силәбе губернаһына Ялан кантоны тапшырыла. Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе 1920 йылда барлыҡҡа килгән яңы [[ТАССР|Автономлы Татар Социалистик Совет Республикаһына]] тапшырыла.
 
Автономлы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһының рәсми баш ҡалаһы булып [[Өфө]] таныла.
 
Юридик яҡтан Өфө губернаһы административ берәмек булараҡ бөтөрөлә, уның ерҙәре Башҡорт Республикаһына күсә. Өфө губернаһының етәкселәре күпселектә [[Оло Башҡортостан]]дың идаралығына күсә.
 
Советтар Союзы Комунистик Партияһының Башҡорт өлкә комитетының беренсе сәркәтиптәре:
# [[Йомағолов ХәрисХарис ЙомағоллаЙомағол улы]] (1919, ноябрь  — 1919, декабрь)
# Каспранский Ахметҡамал Әхмәтнур улы (1920, март  — 1920, май)
# Викман Пётр Михайлович (1920, июль  — 1921, май)
# Биишев Ахмед Альмухаметович (июнь  — ноябрь 1921)
# Худайбердин[[Хоҙайбирҙин ШагитШәһит АхметовичӘхмәт улы]] (ноябрь 1921  — март 1922)
# Жеканов А. И. (апрель  — сентябрь 1922)
# Нимвицкий Борис Николаевич (1922—1923)
# Восканов Рубен Айрапетович (1923—1924)
# Разумов Михаил Осипович (1924—1926)
# Юревич Эдуард Иванович (1926  — февраль 1930)
# Быкин Яков Борисович (1930  — октябрь 1937)
# Заликин Александр Тарасович (октябрь 1937  — январь 1939)
# Растёгин Григорий Сергеевич (январь  — ноябрь 1939)
# Аношин Иван Семёнович (ноябрь 1939  — январь 1942)
# Задионченко Семён Борисович (январь 1942  — январь 1943)
# Игнатьев Семён Денисович (январь 1943—1946)
# [[Вагапов Сабир Әхмәтйән улы]] (1946  — декабрь 1953)
# Игнатьев Семён Денисович (декабрь 1953  — июнь 1957)
# [[Нуриев ЗияЗыя НуриевичНурый улы]] (июнь 1957  — июль 1969)
# [[Шакиров МидхатМиҙхәт ЗакировичЗакир улы]] (июль 1969  — июнь 1987)
# Хабибулин[[Хәбибуллин Равмер ХасановичХәсән улы]] (июнь 1987  — февраль 1990)
# Горбунов Игорь Алексеевич (февраль / апрель 1990  — август 1991)
 
== Ижтимағи-иҡтисади үҫеше ==
134 юл:
Башҡортостандың Урал аръяғында ([[Белорет (ҡала)|Белоретта]], [[Учалы (ҡала)|Учалыла]], [[Сибай (ҡала)|Сибайҙа]]) тау сәнәғәте районы булдырыла. [[Өфө]], [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡ]] ҡалалары мөһим сәнәғәт үҙәктәренә әүерелә.
 
== 1920-19381920—1938 йылдарҙа республика етәкселәре ==
{{articlereference|БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты }}
<div style="text-align: center;">
148 юл:
 
== Бөйөк Ватан һуғышы осоро ==
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] осоронда Башҡортостанға Рәсәйҙең үҙәгенән һәм көньяғынан йөҙҙән ашыу предприятиелар, тиҫтәләрсә госпиталдәр, ҡайһы бер үҙәк хөкүмәт органдары эвакуациялана; 278 мең ҡасаҡтар күсеп килә, шуларҙың 104 меңе  — Өфөгә.
 
Һуғыш ваҡытында бик күп хәрби частар, шул иҫәптән [[Башҡорт атлы дивизияһы]] әҙерләнә. «Полководец Суворов», «Александр Невский», «Салават Юлаев» һәм «Уфимец» бронепоездарын эшләп, фронтҡа ебәрәләр<ref>[http://www.vatandash.ru/index.php?article=1548 История создания и развития военного комиссариата Республики Башкортостан]</ref>.
155 юл:
 
== Административ-территориаль бүленеше ==
[[1930]] йылғаса Башҡортостанда олоҫ-кантон бүленеше була. Мәҫәлән, [[1926]] йылда Башҡорт АССР-ында 8 кантон була, атап үткәндә [[Арғаяш кантоны|Арғаяш]], [[Бәләбәй кантоны|Бәләбәй]], [[Бөрө кантоны|Бөрө]], [[Йылайыр кантоны|Йылайыр]], [[Мәсәғүт кантоны|Мәсәғүт]], [[Стәрлетамаҡ кантоны|Стәрлетамаҡ]], [[Тамъян-Ҡатай кантоны|Тамъян-Ҡатай]] һәм [[Өфө кантоны]]. Былар 117 олоҫҡа һәм 1 852 ауыл советына бүленә. [[1930]] йылдың 20 авгусында райондарға бүленеш индерелә. [[1952]] йылдың майында Башҡорт АССР-ы Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәһенә бүленә. Киләһе йылдың апрелендә был ҡарар юҡҡа сығарыла, Башҡорт АССР-ы берҙәм төбәк булараҡ 54 районға бүленә.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
169 юл:
 
== Сығанаҡтар ==
* История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001). Сборник документов и материалов.  — Уфа: Китап, 2003.  — 536 с.
* Гатауллин Р.  Ш.  Динамика административно-территориального подчинения исторического Башкортостана. //Материалы IV Всероссийской научно-практической конференции Организация территории: Статика, динамика, управление. / БГПУ им. Акмуллы, Башкортостанстат.  — Уфа: Башкортостанстат, 2007.  — 288 с.
* Уральская историческая энциклопедия. Под ред. [[Алексеев, Вениамин Васильевич|В. В.  Алексеева]]. Екатеринбург, Уральское отделение РАН, 1999
 
== Әҙәбиәт ==
181 юл:
| оригинал =
| ссылка =
| ответственный = Под ред.: [[Смирнов, Алексей Петрович|А. П. Смирнова]], [[Устюгов, Николай Владимирович|Н. В. Устюгова]], [[Харисов, АхнафӘхнәф Ибраһим Ибрагимовичулы|А. И. Харисова]], Г. Ф. Шафикова, [[Кузеев, РаильРәил Ғүмәр Гумеровичулы|Р. Г. Кузеева]]; [[Академия наук СССР]], Башкирский филиал. Институт истории, языка и литературы
| издание =
| место = Уфа
| издательство = [[Башкирское книжное издательство]]
| год = 1956
| том = I, часть первая
192 юл:
| ref =
}} (в пер.)
# История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001): Сборник документов и материалов.  — [[Өфө|Уфа]]: [[«Китап» (издательство)нәшриәте|Китап]], 2003.  — 536 с.
# ''Гатауллин Р. Ш.'' Динамика административно-территориального подчинения исторического Башкортостана // Материалы IV Всероссийской научно-практической конференции «Организация территории: Статика, динамика, управление» / БГПУ им. Акмуллы, Башкортостанстат.  — Уфа: Башкортостанстат, 2007.  — 288 с.
# Уральская историческая энциклопедия / Под ред. [[Алексеев, Вениамин Васильевич|В.  В.  Алексеева]].  — Екатеринбург: Уральское отделение РАН, 1999.
 
== Һылтанмалар ==
* {{YouTube|0ZkoHxhHZG8|logo=1|Образование Большой Башкирии}}
* {{YouTube|_5Pesbf4MvA|«Мятеж». Крестьянские восстания в Уфимской губернии 1918-1920 гг. и образование "Большой Башкирии"}}
* [http://vatandash.ru/index.php?article=1725 Муллаян Давлетшинович Халиков  — государственный и политический деятель]
* [http://www.youtube.com/watch?v=op7LB5LAvwA Муллаян Давлетшинович Халиков  — Личность в башкирской истории]
* [http://store.tv-rb.ru/proekt/ISTORICHESKAYA_SREDA/video/PREEMNIK_VALIDOVA.flv Историческая среда: «Преемник Валидова»]
* [http://whp057.narod.ru/bashk.htm Всемирный исторический проект (whp057.narod.ru)]
* [http://www.youtube.com/playlist?list=PL242BCA6C1C9B75FB ''Рождение Башкирской Республики. В 9-ти частях'']  — {{YouTube}}
* [http://lib.znate.ru/docs/index-252136.html?page=48 Награды - — История Башкирского народа (стр. 48)]
 
[[Категория:Башҡортостан тарихы]]