Австрия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
текст
категория
43 юл:
}}
 
'''А́встрия''' ({{lang-de|Österreich}}), рәсми исеме '''А́встрия Республика́һы''' ({{lang-de|Republik Österreich}})  — [[Үҙәк Европа]]ла урынлашҡан ил, идара итеү формаһы буйынса парламентар һәм демократик республика. Австрия 9 федераль штаттан тора.
 
[[1955]] йылдан башлап Австрия [[Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы]] ағзаһы, [[1995]] йылдан  — [[Европа Берләшмәһе]] ағзаһы.
 
Дәүләт төньяҡтан [[Германия]] һәм [[Чехия]] менән, көньяҡтан [[Словения]] һәм [[Италия]] менән, көнбайыштан [[Швейцария]] һәм [[Лихтенштейн]] менән, көнсығыштан [[Словакия]] һәм [[Венгрия]] менән сиктәш.
 
== Дәүләт төҙөлөшө ==
[[1920]] йылда ҡабул ителгән Конституция буйынса Австрия  — федератив һәм парламентар демократик дәүләт. Шул Конституция буйынса Австрия 9 федераль штаттан ({{lang-de|Bundesländer}}) тора. Дәүләт башлығы  — Федераль Президент, хөкүмәт башығы  — Федераль Канцлер.
 
== Австрияның административ-территориаль бүленеше ==
81 юл:
== Халҡы ==
 
Халҡы  — 8,4  млн кеше (2010), 98 %  — австрийҙар. Рәсми тел  — немец теле. Диндарҙарҙың күпселеге  — католиктар.
 
== География ==
Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. Майҙаны 83 871 км². Австрия 70 % майҙаны диңгеҙ кимәленән 900  м бейеклектә урынлашҡан таулы ил. Илдең ҙур өлөшөн Көнсығыш Альр тауҙары биләп тора. Тауҙың иң юғары нөктәһе   [[Гросглокнер]] (3797 метр) тауы, был тауҙа Европалағы иң ҙур [[Пастерце]] боҙлоғо урынлашҡан. Иң түбән нөктә  — диңгеҙ кимәленән 145 метр түбәнлектә урынлашҡан [[Нойзидлер-Зе]] күле == Климат ==.
 
== Климат ==
Австрия климаты уртаса, континенталь климатҡа күсеүсе, һәм бейеклеккә бәйле.
Йылы ҡояшлы йәйҙең уртаса температураһы +20ºС. Юғарыраҡ күтәрелгән һайын төнгө температура нульгә етергә мөмкин. Ҡыш тигеҙлектәрҙә йомшаҡ, температура −2  °C тирәһе. Таулы урындарҙа ҡыш һалҡын, температура −14ºС тирәһе. Яуым-төшөм бейеклек һәм рельефҡа ҡарап йылына 500 — 3000  мм.
 
 
== Башҡортостан менән бәйләнеш ==
Башҡортостан Республикаһының Австрия менән бәйләнештәре РФ менән Австрия араһындағы мөнәсәбәттәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
 
БР Сауҙа‑сәнәғәт палатаһы менән Австрия Федераль Иҡтисади палатаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындада (1992), Австрия Иҡтисади һәм хеҙмәт министрлығы менән Башҡортостан Республикаһы Иҡтисад министрлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында (1999) килешеүҙәргә, Башҡортостан менән Австрия араһында тышҡы иҡт. мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү тураһында протоколға (1994), БР‑ҙа целлюлоза һәм ҡағыҙ етештереүҙе ойоштороу тураһында меморандумға һәм БР‑ҙа йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын модернизациялау буйынса килешеүгә (2002) ҡул ҡуйылған.
 
БР Президенты [[Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы|М. Ғ. Рәхимов]] РФ Хөкүмәте делегацияһы составында Австрия рәсми визит менән була (2002).
 
1993 йылда Австрияла БР‑ҙың Сауҙа миссияһы асыла.
 
1995 йылда Венала БР‑ҙың Тышҡы бәйләнештәр министрлығы вәкиллеге ойошторола,
 
1997 йылда  — Австрия БР вәкиллеге, ул бер үк ваҡытта БР‑ҙың Европа Союзы илдәрендәге вәкиллеге лә булып тора.
 
Австрия делегаттары 2‑се [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы]] эшендә ҡатнаша.
 
БР‑ҙың БДБ‑нан башҡа илдәр менән тышҡы сауҙаның дөйөм күләмендә Австрияның өлөшөнә 0,2 % тура килә (2002).
 
БР менән Австрия тышҡы сауҙа әйләнеше 6,2 млн АҠШ доллары тәшкил итә (1998 й. ҡарағанда 1,7 тапҡырға күберәк).
 
БР‑ҙың Аастрия экспорты 2,3  млн доллар (1998 йыл  — 0,6  млн доллар); тауар структураһында металдар һәм металл изделиелар, ағас һәм ҡағыҙ изделиелар, химия продукттары, каучуктар өҫтөнлөк итә.
 
Австрия машиналар, ҡорамалдар, транспорт, металдар һәм металл изделиелар, фармоцевтик продукция һ.б. импорты 3,9  млн доллар тәшкил итә (1998 йыл  — 3  млн доллар). БР‑ҙың төп экспортлаусы предприятиелары  — [[Белорет металлургия комбинаты]], [[Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы]]; импортлаусы  — [[Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе]], «[[Сода, ААЙ|Сода]]», «[[Уфаоргсинтез]]», «[[Уфанефтехим]]», «[[Газпром нефтехим Салауат]]» ААЙ‑лары һ.б. 1998 йылға ҡарата БР терреторияяһында Австрия капитал йәлеп итеп, 7 берлектәге предприятие эшләгән. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙеңүҫеүен көйләгестәр институты “Singenta”«Singenta», “Dau”«Dau» Австрия компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә. Зальцбург ҡалаһы
 
Халыҡ‑ара йәрминкәлә (1992) БР менән таныштырыу күргәҙмәһе үтә, уның эшендә Башҡортостандың 60‑ҡа яҡын предприятиеһы ҡатнаша, “Халыҡ‑ара«Халыҡ‑ара эшлекле осрашыуҙар: Өфө  1997”1997» конференцияһы ойошторола.
 
=== Тарих ===
Беренсе донъя һуғышы йылдарында Башҡортостанда Австро‑Венгрия империяһынан хәрби әсирҙәр була. Икенсе донъя һуғышы осоронда Башҡортостан яугирҙары, шул иҫәптән П. И. Анпилогов, М. И. Белов, В. М. Варфоломеев, А. С. Горин, Г. М. Подденежный, Ә. Ә. Фәтҡуллин, И. М. Цыбин, А. территорияһында Германия ҡораллы көстәрен тар‑мар итеүҙә ҡатнаша. 1989 й. Әшә—Оло Теләк тимер юлындағы транспорт һәләкәтенән һуң ҡайһы бер Австрия фирмалары ҡаза күргәндәргә медикаменттар һәм медицина ҡорамалдары менән ярҙам итә. Австрия тикшеренеүселәре Й. Вастл, Р. Лах, А. Каппелер һ. б. башҡорттар тураһында хеҙмәттәр яҙған.
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 124 ⟶ 125:
{{Европа Берләшмәһе}}
 
[[Категория:ИлдәрАвстрия]]
[[Категория:Европа берләшмәһе ағзалары]]
[[Категория:Федератив дәүләттәр]]
[[Категория:Республикалар]]
 
{{Link FA|da}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Австрия» битенән алынған