Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Ирек Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә [[Башҡорт АССР-ы]](хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]) [[Ҡырмыҫҡалы районы]]ның [[Абдулла (Ҡырмыҫҡалы районы)|Абдулла]] ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң [[СССР Ҡораллы Көстәре]]нә саҡырыла һәм 1957—1961 йылдарҙа [[Ҡара диңгеҙ флоты]]нда хеҙмәт итә.
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң [[Башҡорт дәүләт университеты]]на уҡырға инә һәм уның филология факультетын 1966 йылда тамамлай. Бынан һуң йылдан артыҡ [[Башҡорт АССР-ы]]ның Радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп ала. 1968 йылда Ирек Кинйәбулатовты [[Башҡортостан (гәзит)|«Совет Башҡортостаны»]] (хәҙер [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан»]]) гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар һәм баҫманың республиканың [[Урал]] аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала етәрлек дәрәжәлә журналист тәжрибәһе туплағас, ул редакцияла бүлек мөдире булып эшләй. 1980 йылдан [[Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел»]] һәм [[Һәнәк (журнал)|«Һәнәк»]] журналдарында әҙәби хеҙмәткәр, [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә мөхәррир була. 1987 - 1998 йылдарҙа [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзында эшләй, шул иҫәптән союздың пропаганда бюроһын етәкләй.
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң [[Башҡорт дәүләт университеты]]на уҡырға инә һәм уның филология факультетын 1966 йылда тамамлай.
Юғары ижади ҡаҙаныштары һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн 2014 йылдың апрелендә Ирек Кинйәбулатов [[Салауат Юлаев (орден)|Салауат Юлаев ордены]] менән бүләкләнде.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Мәктәп йылдарында уҡ ҡулына ҡәләм алған Ирек Кинйәбулатов шағриәткә армия хеҙмәтенән һәм Башҡорт дәүләт университетынан һуң, уның филология факультетында нәҡ ошо йылдарҙа бигерәк тә әүҙем эшләгән "Шоңҡар" әҙәби-ижад түңәрәге аша килде. Радио һәм телевидение журналисына өҫтәп республикаһының төп гәзитендә үҙ хәбәрсе, артабан унда, журналдарҙа әҙәби хеҙмәткәр булып эшләү уны тормош йәһәтенән дә, ижад юҫығынан да ныҡлы аяҡҡа баҫтырҙы. Тәүге шиғри йыйынтығы «Баҫыу юлы» (1970) менән үҙен лирик шағир итеп танытҡан әҙип, артабанғы һәр яңы шиғыр һәм поэмалар китабы менән поэтик образдар һәм формалар, шулай уҡ һүҙ байлығы, һүрәтләнгән темалары, уларҙы асыуҙа ҡулланылған образдары менән үҙенсәлекле һәм даими уҡыусыһы булған шағирҙарҙың береһенә әйләнде. Ирек Кинйәбулатов поэзияһына юғары гражданлыҡ тойғолары, нескә хислелек һәм лирик кисерештәр хас. Уҙған быуаттың һуңғы һәм егерме беренсе быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында донъя күргән «Мин - башҡорт!» (1993), «Арғымаҡта» (1998) һәм «Замана тауышы» (2008) һәм башҡа йыйынтыҡтарында шағир көнитмеш, үҙ халҡының бөгөнгө һәм киләсәктәге яҙмышы хаҡында фәлсәфәүи планда ныҡлап уйлана.
 
Лирик шағирҙың тиҫтәләгән әҫәрҙәренә республикабыҙҙың билдәле композиторҙары Абрар Ғәбдрахманов, Нур Даутов һәм башҡалар ижад иткән йырҙарҙың бихисабы популярға әйләнгән, улар радио һәм телевидение аша йыш яңғырай.
 
Ирек Кинйәбулатовтың әҫәрҙәре урыҫ, украин, нимес, татар, төрөк һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
 
Поэзия өлкәһендә әүҙем һәм егелеп ижад итеүе менән бер рәттән әҙип республиканың гәзит һәм журналдарында даими рәүештә публицистик һәм тәнҡит мәҡәләләре, көнүҙәк очерктары менән сығыш яһап тора.
Юғары ижади ҡаҙаныштары һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Ирек Кинйәбулатов [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы|Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]]на, [[Салауат Юлаев (орден)|Салауат Юлаев ордены]]на лайыҡ булған. Ул шулай уҡ [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бер нисә әҙәби премия лауреаты.
 
== Китаптары ==
* Баҫыу юлы. 1970 йыл.
* Сыйырсыҡтар бала осора: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973. — бит.
* Һөйөү иртәһе: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — бит.
* Мин - башҡорт! — Өфө: Китап, 1993. — йылбит.
* Арғымаҡта. — Өфө: Китап, 1998. — йылбит.
* Замана тауышы. — Өфө: Китап, 2008. — бит.