Һиндостан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
50 юл:
Индуизм - яңыртылған Буддизм. Индуизм власҡа оппозицияла булманы.
Дәүләт идеалы - «Артхашастра» трактатта яҙыла .
 
==Халҡы һәм теле==
Һиндостан [[Ҡытай]]ҙан ҡала иң күп кеше йәшәгән дәүләт. Халҡының ҙур өлөшө ауылда көн итә. Ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-ат күберәк. Был иртә никахтарға (ҡыҙҙарҙы 15 – 17 йәштә үк кейәүгә бирәләр) һәм күп балалар тыуыуына (табыуы­на) бәйле ҡатын-ҡыҙ араһында үлем кимәленең юғары булыуы менән аңлатыла.
 
Майҙаны, халҡының һаны буйынса тәүге урындарҙа торһа ла, һиндтарҙың күбеһе ярлылыҡтан интегә һәм белемһеҙ. Хәҙерге көндә былар иң киҫкен мәсьәләләрҙән һанала. Белемле кешеләргә кемдәр инә, ти­һегеҙме? Кем тексты уҡый һәм бер нисә һөйләмде аңлайышлы итеп яҙа белә – шулар.
 
Һиндостан – күп милләтле ил. Унда йәшәгән халыҡтар бер-береһенән тышҡы йөҙө, теле һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә айырыла. Һиндттарҙың 70 проценттан ашыуы [[һинд-арий телдәре]] төркөмөнә ингән­гә күрә, бында күпселек кеше [[һинд теле]]ндә аралаша. Уға дәүләт статусы ла бирелгән. Ярҙамсы рәсми тел булған [[инглиз теле]] башлыса эшҡыуар­лыҡта һәм хакимиәттә киң ҡулланыла. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә, айырыуса урта һәм юғары белем биреүҙә ҙур урын алып тора.
 
Дөйөм алғанда, ил конституцияһында халҡының күпселек өлөшө һөйләшкән 21 рәсми тел билдәләнгән.
 
==Мәғариф==
Һиндостанда мәктәп тормошо бик иртә башлана. 3 йәш ярымда уҡ бала форма кейеп, сумка аҫып, әсәһе менән тәүге дәрескә килә. Унда беҙҙәге ке­үек балалар баҡсаһы юҡ. Бер мәктәп ҡыйығы аҫтында кескәйҙәр ҙә, бәләкәй һәм өлкән төркөм уҡыусылары ла белем ала. Иң бәләкәстәр 2–4 сәғәт уҡый: инглиз алфавитын, иҫәп-хисапты һәм яҙыр­ға өйрәнәләр, шиғыр ятлайҙар.
 
Беренсе синыфҡа 6–7 йәштә баралар. Мәктәпкә йөрөүселәрҙең күптәре был ваҡытта инде уҡый белә. Һинд балаһы X синыф белемле булырға тейеш. XI һәм XII синыфтарҙы йә мәктәптә, йә колледжда тамамлай ала. Колледжда тәүге ике йылда дөйөм фәндәрҙе өйрәнәләр, шунан ғына йәштәр белгеслеген билдәләй ала.
 
Һәр мәктәптең – үҙ формаһы: уға күлдәк, юбка, жакет һәм салбар ғына түгел, шулай уҡ ойоҡ, галстук, ботинка ла инә. Иң бәләкәйҙәр мотлаҡ исеме һәм йәшәгән адресы яҙылған бейджик йөрөтә. Бындай һаҡлыҡ сараһы күреү уҡыусы мәктәп ихатаһынан сығып тайғанда йә ул аҙашҡанда табыуҙа ныҡ ярҙам итә.
 
Шулай уҡ үҙен ихтирам иткән һәр белем усағының үҙ транспорты бар – билдәле бер хаҡҡа уҡыусы уның менән файҙалана ала. Автобустар ҙурлығы, сыҡ­ҡан йылы буйынса айырылырға мөмкин, әммә мотлаҡ һары төҫтә булырға тейеш. Уларҙы шулай ҡала маршруттарындағы ҡыҙыл автобустарҙан айырыр­ға була.
 
Мәктәптә ниндәй дәреслектәр өйрәнәләрме? Рәсәйҙәге уҡыусылар кеүек тарихты, географияны, хоҡуҡ нигеҙҙәрен, химияны, физиканы, биологияны, математиканы һәм информатиканы. Шулай уҡ инг­лиз, һинд һәм шул штаттың урындағы теле, рәсем инә уҡытыу программаһына. Әҙәбиәтте айырым дәреслек булараҡ түгел, ә инглиз телен өйрәнгәндә генә үтәләр. Беҙҙәге ке­үек физкультура ла дәрестәр теҙмәһендә юҡ, ләкин «быуын­дарҙы яҙып алырға», форманы спорт кейеменә алыштырып, йүгереү, күнекмәләр яһау, ярат­ҡан крикет уйынын уйнау өсөн махсус ваҡыт бүленә. Сәйер тойолһа ла, хеҙмәт дәресе лә ҡаралмаған. Был да һинд йәм­ғиәтенең үҙенсәлеге: касталар­ға бүлеп ҡарау әллә ҡасан ҡанун менән тыйылһа ла, әле бул­һа күптәр ҡулына эш ҡоралы алыуҙы дәрәжәһен кәмһетеү тип ҡарай.
 
Өйгә эштәрҙе башҡарыу өсөн ата-әсә репетитор яллай. Берҙән, балаға үҙаллы эшләргә ауыр, икенсенән, тел ҡаршылығы арҡаһында уға ғаилә лә ярҙам итә алмайҙар. Мәктәптә бит күберәк инглиз телендә уҡыталар, ә өйҙәгеләр башҡа телдәрҙә һөйләшә.
Уҡыусының белемен баһалау иһә беҙҙекенән айырыла. Телдән яуаптарға билдә ҡуйылмай, бер уҡытыусы 60 – 70 баланан нисек һорап өлгөрһөн инде. Иң абруйлы мәктәптәрҙә лә һәр синыфта шунсама уҡыусы булыуы ғәҙәти хәл һанала. Шу­ға күрә һәр теманан һуң үткәрелгән яҙма контроль эштәргә генә билдә ҡуйыла. Семестр аҙағында имтихандар ҙа тапшыралар.
Шуныһы ла ҡыҙыҡ: иң юғары балл йыйған сығарылыш синыфы уҡыусыларының портреттарын махсус реклама таҡталарына, метро туҡталыштарына, шулай уҡ ҡала транспортына эләләр<ref>[http://yanshishma.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=4105:2014-09-15-12-21-24&catid=3:2011-03-30-09-43-10&Itemid=74 Йәншишмә. 12.09.2014]</ref>.
 
==Илдең бөгөнгө тормошо==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һиндостан» битенән алынған