Ҡылым: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Кылым.jpg|thumb|350px|right|Ҡылым таблицала]]
'''Ҡылым'''  — үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ниндәй ҙә булһа заттың, предметтың, эшен, хәрәкәтен йә торошон белдергән [[һүҙ]]ҙәр ҡылым тип атала. Ҡылымдар ''нимә(ни) эшләй, нимә(ни)эшләне, нимә(ни) эшләй ине, нимә(ни) эшләй торғайны, нимә(ни) эшләр'' тигән һорауҙарҙың береһенә яуап була: Дәрес ''бара''. Имтихандар ''башланды''. Атай иртәгә ''әйтер''. Бөтәһен дә ''һөйләп бирәсәкмен''.
 
== Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше ==
17 юл:
! Зат !! Берлектә !! Күплектә
|-
| 1-се зат|| беләм, уҡыйым || беләбеҙ, уҡыйбыҙ
|-
| 2-се зат ||беләһең, уҡыйһың || беләһегеҙ, уҡыйһығыҙ
|-
| 3-сө зат||белә, уҡый ||белә(ләр), уҡый(ҙар)
35 юл:
Үҙ аллы ҡылымға эйәреп, ул бедергән эш-хәрәкәттең биҙәктәрен, торошон, нескәлектәрен аңлатҡан ҡылым ярҙамсы ҡылым тип атала.
 
Әсәйемә хат яҙҙым - — ''Урамда ҡолай яҙҙым.''
 
Иртәгә иртә кил - — ''Һин дәрескә бара тор.''
 
Бишектә бала ята. - — ''Беҙгә кемдер килә ята.''
 
Килтерелгән миҫалдарҙа яҙҙым, ята, тор ҡылымдары үҙ аллы һәм ярҙамсы мәғәнәлә ҡулланылған.
45 юл:
Ярҙамсы ҡылымдар үҙ аллы ҡылымдар менән бергә һөйләмдең хәбәре булып килә һәм зат менән үҙгәрә.
 
1 -се зат һөйләп тор инем
 
2-се зат һөйләп тора инең
 
3-сө зат һөйләп тора ине.
 
== Тамыр һәм нигеҙ ҡылым ==
Башҡорт телендә тамыр һәм нигеҙ ҡылымдар була. Яһаусы ялғауы булмаған, тамырҙан ғына торған ҡылым тамыр ҡылым тип атала.
 
Ҡылым яһаусы ялғауҙар ярҙамынды башҡа һүҙ төркөмдәренән(исем, сифат, рәүеш, ымлыҡ, оҡшатыу һүҙҙәренән) яһалған ҡылым нигеҙ ҡылым тип атала: ''баш- башла, ҡуйы- ҡуйырт, шәп- шәбәй, күп, күбәй, гөж- гөжөлдә, ух- ухылда.''
 
== Ҡылым һөйкәлештәре ==
Башҡорт телендә ҡылымдың дүрт һөйкәлеше бар
 
=== Бойроҡ һөйкәлеше ===
Бойроҡ һөйкәлешендәге ҡылым ниндәйҙер бер эште, хәрәкәтте башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә:'' Дәрес әҙерлә. Балаларҙы уят. Иртә тор.''
Юл 67 ⟶ 69:
3. Рәсми бойороуҙы: ''Ҡыр эштәрендә барыһы ла ҡатнашһын.''
 
4. Үтенес: ''әйтегеҙ инде, кил инде, бир инде.''
 
Бойроҡ һөйкәлеше ҡылымдары зат, һан менән үҙгәрә, барлыҡ- юҡлыҡта килә ала. Заман менән үҙгәрмәй. Бойроҡ һөйкәлешенең 1-се заты булмай.
 
=== Хәбәр һөйкәлеше ===
Хәбәр һөйкәлеше эш хәрәкәттең эшләнеүен, эшләнмәүен белдерә: ''Уҡыған, әйтә, белә, һөйләй торғайны.'' Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары үткән, хәҙерге. киләсәк замандарҙа килә.
 
=== Шарт һөйкәлеше ===
Башҡорт телендә шарт һөйкәлеше ниндәйҙер бер эш -хәрәкәттең үтәлеүенә икенсеһенең шарт булып килеүен белдерә. ''Килһә, апайыңдарға шылтыратырбыҙ. Күп көлһәң, иларһың.''
Юл 79 ⟶ 83:
 
== Ҡылым төркөмсәләре ==
Ҡылымдар эшләнгән эштең исемен, сифатын, ваҡытын, рәүешен, сәбәбен, эште эшләргә йәки эшләмәҫкә кәрәклеген белдереп тә киләләр. Ошо мәғәнәләре буйынса башҡорт телендә ҡылымдың түбәндәге төркөмсөлөре бар: исем ҡылым, сифат ҡылым, уртаҡ ҡылым. хәл ҡылым.
 
=== Исем ҡылым ===
Башҡорт телендә эш-хәрәкәттәр, хәл-тороштар аталып та йөрөтөлөргә мөмкин. Ул исем ҡылым тип атала. Тимәк. исем ҡылым эш-хәлдең, хәрәкәттең исемен белдерә. Ул нимә, ни эшләү һорауына яуап бирә: Көн дә йәйәү йөрөү(нимә? ни эшләү?)арытты. Башҡа барыу (нимә? ни эшләү?) булмаҫ.
 
 
==== Яһалышы ====
Исем ҡылымдар тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -ыу, -еү, -оу,-өү, -у, -ү ялғауҙары ҡушылыуҙан яһала: килеү, эшләү, ҡайтыу, башлау, һуғыу, көлөү, бороу һ. б.
 
==== Эйәлек заты менән үҙгәреше ====
Исем ҡылымдар эйәлек заты һәм килеш менән үҙгәрәләр, күплек ялғауҙарын да ҡабул итәләр.
Юл 95 ⟶ 99:
Уртаҡ ҡылым менән бәйләнешкә ингән һүҙҙәр тейешлек, теләк, ниәт, йөкмәтеү, бойороу, саҡырыу, мөмкинлек һәм мөмкин түгеллек кеүек мәғәнә биҙәктәрен сағылдыра.
Һөйләмдә ул күбеһенсә маҡсат хәле функцияһын үтәй, бер составлы инфинитив һөйләмдәрҙең төп киҫәге булып сығыш яһай.
Уртаҡ ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымдарға -рға, -ргә (башҡа фонетик варианттары менән) аффиксы ҡушылып яһала. Йәнле һөйләү телендә -ыр, -ер, -р аффикслы ҡыҫҡа вариант та йыш ҡулланыла: эшләр кәрәк, йөрөр кәрәк, йөрөр булғас; Бөгөн уйынға сығыр булғас, егеттәр үҙ-ара өсәр-бишәр тин аҡса йыйып, Ғәлимйән купецтың лавкаһынан керәндилдәр килеп алып киттеләр. ([[Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы|Ж. Кейекбаев]].)
 
=== Сифат ҡылым ===
Юл 102 ⟶ 106:
 
Сифат ҡылым түбәндәге формалар һәм категорияларға эйә:
1) күсемлелек-күсемһеҙлек: а) яҙышыуын туҡтатҡан кеше, б) экскурсиянан -ҡайтыусы уҡыусылар һүҙбәйләнештәрҙең беренсеһендә  — күсемле, икенсеһендә күсемһеҙ ҡылым сифат ҡылым функцияһын башҡара;
 
2) йүнәлеш: уҡылған әҫәр, әйткән һүҙгә һөйөнгән бала; өй эшләшкән өмәсе, килешелгән эш;
Юл 119 ⟶ 123:
2) Сифаттар кеүек үк исем урынында ҡулланылғанда исем вазифаһын башҡара: килеш менән үҙгәрә, һөйләмдең эйәһе, тултырыусыһы булып та, хәбәр составында ла килә ала: ''Бөтәбеҙҙе лә халыҡ һайлап ебәргән. Беҙ уларҙың ҡушҡанын үтәйбеҙ. (Ғ. Ибраһимов.)
''
3) Сифат ҡылымдың төп вазифаһы  — һөйләмдә аныҡлаусы булып килеү: ''Ғинуар айында һыуыҡтар бик көслө булды бит: өшөп килгән Ҡансыуаровҡа колхозсының йылы өйө бик килешеп ҡуйҙы. ([[С. Агиш]].)''
Үткән заман сифат ҡылым предметтың, заттың үткәндәге һөйләү моментына тиклем булған эшмәкәрлеге буйынса билдәһен белдерә һәм һөйләмдә аныҡлаусы вазифаһын башҡара, -ған, -гән, -ҡан, -кән ялғауҙары менән яһала. Мәҫәлән: «"Шулай ҙа эҫе була икән ул күңелгә тыуған-үҫкән ер,» « — ағай кеше быныһын ололарса һиммәт менән бер килке хисләнеп шым торғандан һуң әйтте. (С. Шәрипов.)
Хәҙерге заман сифат ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -ыусы, -еүсе, -усы, -үсе (төрлө фонетик варианттарҙа) ялғауы ҡушылып яһала: йыуыусы, йыйыштырыусы, уҡыусы, эшләүсе, ярҙамлашыусы, ярҙам итеүсе һ. б.
Киләсәк заман сифат ҡылым нигеҙҙә өс төрлө формала була. Беренсе форма нигеҙ һәм тамыр ҡылымға -ыр, -ер, -ор, -өр, -р аффикстары, юҡлыҡ формаһы -маҫ, -мәҫ ялғауы ҡушылып яһала: ''Хәҙер бына һырға һабағы алып, килен булырға әҙерләнеп йөрөр сағы ла бит, ул рәхәтләнеп уҡып тик йөрөй. (Һ. Дәүләтшина.)''
Сифат ҡылымдың икенсе формаһы нигеҙ йәки тамыр ҡылымға -асаҡ, -әсәк һәм -ясаҡ, -йәсәк ялғауҙары ҡушылып яһала: Мәскәүгә осасаҡ самолет, Стәрлетамаҡҡа китәсәк машина һ. б.
Сифат ҡылымдың был формаһының мәғәнә үҙенсәлеге шунда, ул аңлатҡан эш-хәрәкәт киләсәктә мотлаҡ үтәләсәк.
Өсөнсө форма киләсәк заман сифат ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -аһы, -әһе, -йһы, -йһо, -йһе, -иһә аффикстары ярҙамында барлыҡҡа килә: ''Йыуатаһы, кәңәш итәһе урынға Әмир уны рәнйетте. ([[Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы|Х. Ғиләжев]].)'' Бараһы ер хәтһеҙ бит әле.  — ''Саҡыраһы кешеләр бар, ҡәйнеш ҡайтыуға ик-өс өйлө ҡунаҡ йыйырбыҙ, тип еңгәң дә йомартланырға уйлай. (С. Шәрипов.)''
 
=== Хәл ҡылым ===
► Хәл ҡылым зат, һан менән үҙгәрмәй, һәм ул икенсе бер ҡылымдан аңлашылған эш-хәлдең, хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен сағылдыра. Семантикаһы, грамматик һыҙаттары яғынан ул үҙендә ҡылым менән рәүеш билдәләрен берләштерә. Мәҫәлән: ''Бәләкәс кенә 'ҡураныс -ҡына әҙәм аяҡ баҫҡан һайын ҙурая, оҙоная, мыҡтылана бара, имеш; уны ер ҙә тартмай, күк тә баҫтырмай, йәш сағындағы һымаҡ атлай-йүгерә талпынып килә. (М. Кәрим.)''
Хәл ҡылымға хас булған ҡылым билдәләре: а) мәғәнәһе менән предметтың эшмәкәрлек процесын белдерә: Һин ҡайтҡансы бында матур-матур йырҙар сығарып торҙолар бит әле. (М. Кәрим.)
б) юҡлыҡ формаһының -ма, -мә ялғауы ҡушылыуы: ''Йәмғи, әйткәнде лә көттөрөп тормайынса, гәзит башын күтәреп, уға ҡарап торған Фәтих янына барып ултырҙы. (Х. Ғиләжев)'';
Хәл ҡылымға рәүеш үҙенсәлектәре лә хас: а) икенсе бер эш-хәрәкәттең, тороштоң башҡарылыу рәүешен сағылдыра: ''Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. (Мәҡәл.) Уны (Баҙлый ҡартты) тимерлеккә йәки малсылыҡ фермаһына ҡуйһалар, ул үзенең егәрлелек стихияһына бирелеп, бөтә күңелен һалып эшләр. (Б. Бикбай)'';
б). күләм категорияһының рәүештәрҙә була торған төрлө дәрәжә яһаусы аффикстарҙың булыуы: ''Хәким: «Дә„Дә-ә, тыуып уҫкән ер...» ер…“ — тип һүҙен теүәлләй биреберәк ҡуйҙы ла муйыл курепте ығыштыра-ығыштыра аяҡтарын боҙлауыҡлы тапандыға әйләнгән ҡарға терәне. (С. Шәрипов.) Уларҙың аяҡ аҫтынан тиерлек үҙ өшәләктәренә боҫҡан ҡуяндар сығып ҡасты, туғайға еткәсерәк бер төлкө шырлыҡҡа инеп китте. (Ғ. Ибраһимов);''
в) рәүештәр һымаҡ морфологик категорияларҙың береһе менән дә үҙгәрмәүе; шулай ҙа айырым ситуацияларҙа хәл ҡылым күплек ялғауын ҡабул итеүе мөмкин. Мәҫәлән: ''Рәйес итеп һайлагастары, ҡайҙан белгәндәр, иртәгеһенә ук килеп етте. ([[Вәхитов Әнүр Хисмәт улы|Ә. ВахитовВәхитов]].)''
 
== Ҡылым йүнәлештәре ==
Юл 148 ⟶ 152:
! Йүнәлештәр !! Ялғауҙар !! Миҫалдар
|-
| Төп йүнәлеш || - || ҡайтыу, һаҡлау
|-
| Ҡайтым йүнәлеше ||-н; -ын, -ен || һаҡла-н-ды
|-
| Төшөм йүнәлеш||-л; -ыл, -ел. ||Һаҡла-л-ды
|-
| Уртаклыҡ йүнәлеше || -ш; -ыш, -еш || Һаҡла-ш-ты
|-
| Йөкмәтү йүнәлеше || -т; -дыр, -дер, –тер-тер, -тыр, -һәт|| Һаҡла-т-ты
|}
 
== Ҡылым күләмдәре ==
 
► Арауыҡ һәм ваҡыт эсендә ҡылымдан аңлашылған эш-хәрәкәттең, тороштоң, хәлдең башҡарылыу дәрәжәһен күбәйтеү йәки әҙәйтеү, дауамлы булыу йәки бөтөү, бер йәки бер нисә ҡабат эшләнеү йәһәтенән күрһәтеүсе ҡылым формаларын "кылым„кылым күләмдәре тип йөрөтәләр.
Хәҙерге башҡорт телендә ҡылым күләмдәре нигеҙҙә ике төрлө юл менән яһала: синтетик (йәки морфологик) юл һәм аналитик (синтаксик) юл.
Синтетик юл менән яһалғанда, нигеҙ йәки тамыр ҡылымға айырым аффикстар ҡушыла: килгеләү (ҡабатланған эш-хәрәкәт), китеңкерәү (көсәйтелгән эш-хәрәкәт).
Юл 169 ⟶ 173:
 
== Ҡылым рәүешлеге ==
'''Ҡылым рәүешлеге категорияһы( ҡылым модаллеге) тип тел белемендә ысынбарлыҡта булып торған эш-хәрәкәтткә, төрлө хәл-ваҡиғаларға мәнәсәбәтен сағылдырусы лексик-грамматик категорияға әйтәләр.'''
 
рәүешлегә эшкә, хәрәкәткә, торошҡа, хәл-ваҡиғаларға кәмһетеп ҡарауҙы, инсафлыҡты, түбәнселекте, эш-хәрәкәттең ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен, башҡарылып ятҡан эш-хәрәкәткә ышанып етмәүҙе (икеләнеүҙе, шикләнеүҙе), теге йәки был эште башҡарыу мөмкин һәм мөмкин булмауҙы белдерә.
Хәҙерге башҡорт телендә ҡылымдарҙың түбәндәге рәүешлек формалары йыш осрай.
1. Ысынбарлыҡ рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары; был төп рәүешлек һанала:
а) хәбәр һөйкәлешенең үткән һәм хәҙерге заман формаларын ''-сы, -се, -со, -сө'' киҫәксәләре ҡушылған ҡылымдар эшмәкәрлекте, һөйләүсе әсән көтөлмәгән хәл булыуын аңлата: ''Мин, иҫәүән, һыр бирмәгән булып, Сәлмәндең үҙенә лә шул мәрәкә хаҡында һүҙ ҡуҙғатып торманымсы...торманымсы… (С. Шәрипов.) Һай, ҡалай киләләрсе! Тас алыҫ походтан ҡайтҡадағыса, ҡушарланған аттарын сығырлатып атлайҙар. (Ғ. Ибраһимов.)''
б) теге йәки был эштең үтәлеүенә тулы ышаныс булыуын раҫлауҙы, һөҙөмтә яһауҙы аңлатыусы рәүешлек формаһы хәбәр һөйкәлеше ҡылымының үткән, хәҙерге, киләсәк заман формалары икән киҫәксәһенең йәнәш тороуынан яһалған аналитик ҡылымдан килә. Мәҫәлән: Ҡарауылсы һаман төпсөнә икән: ''«Ә“Ә был ҡауындарҙы кем өҙҙө һуң?» Бер көндө Хужа юлдан аҡса тапҡан икән. ([[Көләмәс]].)''
2. Ысынбарлыҡҡа тап килмәгән рәүешлекте белдергән ҡылым формалары:
а) үткән заман сифат ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымы йәнәш тороп яһалған форма: ''Мөхәррәм ишектән ингәндә шәкерттәр көйләп, дәрестәрен уҡып ултырган булалар ине. һеҙ әрәмтамаҡтарға ышанып, улдарым бар тигән булып йөрөгән булам. (Ж. Кейекбаев.)'' Ярым мыҫҡыл итеү, көлөү мәғәнәһе һалынған булһа, ул саҡта -ған, -гән аффикслы ҡылымдан һуң «кеше» һүҙе ҡуйылырға мөмкин: Ҡыңғырау шылтыратып йөрөнөләр: ҡыңғырау тауышына байтал кешнәп килеп сыҡмаҫмы тип уйлаған кеше булдылар. Ж. Кейекбаев.) ''Алтын еңгәм аптыраған кеше булды. ([[Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы|Һ. Дәүләтшина]].)''
3. Түбәнселек (инсафлыҡ, итәғәтлелек, күнеүсән лек, кәмһетеү) рәүешлеген белдереүсе формалар. Был төр ҡылым формаларының мәғәнәләре, уларҙың төрлө биҙәктәре бик күп: улар һөйләмдәге эйәнең йәки субъекттың эшенә һәм хәрәкәтенә, хәл-торошона кәмһетеп, түбәнһетеп, меҫкенләнеп ҡарауҙы; мыҫҡыллауҙы, көлөүҙе, йәлләүҙе, иркәләүҙе белдерәләр. Ундай ҡылым формаһы ''-ған, -гән, --ҡан, -кән'' аффикслы төп мәғәнәне белдереүсе ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымдың ҡушарлап килеүенән яһала: ''Байҙар уның менғн «баймын» тигән булып, кәртә тулы йылҡы аҫраган булалар. (Ж. Кейекбаев.) Атайым шулай тигәс, табаҡ-һауыттарымды, самауырымды йыйыштырған булдым. (Һ. Дәүләтшина.)''
4. Мөмкинлек һәм мөмкин түгеллек рәүешлегә. Улар түбәндәгесә яһала:
Юл 186 ⟶ 190:
== Ҡылымдарҙың яһалышы ==
 
== Әҙәбиәт ==
* [[Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы|Усманова М. Ғ.]], [[Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы|Абдуллина Ф. Ф. ]] Башҡорт теле. Өфө-2000йыл, 2000. — ISBN 5-295-02619-1
* [[Толомбаев Хәсән Абдулла улы|Толомбаев Х. А.]], [[Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы|Солтанбаева Х. В.]] Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. — Өфө-2008, йыл2008. — ISBN 978-5-295-04288-1
* [[Псәнчин Вәли Шәғәли улы|В. Ш.  Псәнчин]], [[Псәнчин Юлай Вәли улы|Ю. В.  Псәнчин]]. Әсә теле. 10-1110—11 кластар өсөн дәреслек. — Өфө-, 2009 й. — ISBN 5-295-02834 -8−8
{{Башҡорт теле (тел ғилеме)}}
{{викилаштыр}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡылым» битенән алынған