Бал ҡорттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Саган Бал ҡорто битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Бал ҡорттары: икенсе исеме
47 юл:
Һиҙеү ағзалары бал ҡорттарының тереклегендә бик мөһим роль уйнай. Ҡараңғы умарта эсендә тейеп һиҙеү ағзалары иң ҙур әһәмиәткә эйә, улар башлыса мыйыҡтарҙа урынлашҡан. Еҫ һиҙеү һәм күреү һәләте бал ҡорттары [[сәскә|сәскәләр]] эҙләгәндә кәрәк. Бал ҡорттары [[һары]] һәм [[күк]] төҫтәрҙе айыра һәм хатта кеше күрә алмай торған [[ультрафиолет]] нурҙарҙы ла күрә, әмә [[ҡыҙыл]] төҫтө улар күрмәй.
 
Бал ҡотроноңҡортоноң кимереүсе өҫкө яңаҡтары ныҡ үҫешкән. Улар ярҙамында бал ҡорто күҙәнәктәр төҙөгәндә балауыҙҙы иҙеп эшкәртә, ә сәскәләргә ҡунғанда һеркә япраҡтарынан һеркәне йыйып ала. Аҫҡы яңаҡтары һәм оҙон аҫҡы ирене менән бал ҡорто нектарҙы ялай һәм һура, шуға күрә бал ҡортоноң ауыҙ ағзаларын ''кимереүсе-ялаусы'' ағзалар тип атайҙар.
 
Бал ҡорто сәскәнән һурып алған [[нектар]] ҙур ғына боғаҡҡа килеп инә һәм боғаҡ биҙәре бүлеп сығарған [[матдә|матдәләр]] менән ҡушыла. Унан һуң бал ҡорттары нектарҙы кәрәҙ күҙәнәктәренә һала, шунда ул [[бал]]ға әүерелә.