Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл:
[[1919]] йылдың [[20 март]]ында [[Ырымбур губернаһы]]ның төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) нигеҙендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше [[Өфө губернаһы]]нда урынлашҡан [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡ]] ҡалаһынан идара ителгән.
 
[[1925]] йылдың [[27 март]]ында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса БАССР Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшергә һәм яҙырға хоҡуғын алған. Аҙ һанлы милләттәргә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып [[башҡорт теле|башҡорт]] һәм [[урыҫ теле|урыҫ]] телдәре танылған<ref>[http://www.bashinform.ru/news/257611/ Башинформ: 85 йыл элек БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителгән (урыҫса)] {{ref-ru}}</ref>.
 
[[1990]] йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.