Никотин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
17 юл:
}}
 
'''Никоти́н''' — [[эт ҡарағаты һымаҡтар]] (''Solanaceae'' ) ғаиләлеге үҫемлектәрендә, айырыуса [[тәмәке (үҫемлек)|тәмәке]], махоркала, бик аҙ күләмдә [[томат]], [[бәрәңге]], [[баклажан]], йәшел [[борос]]та тупланыусы алкалоид<ref>Алкалоидтар, (урта быуат лат. alkali — һелте һәм гр. eidos — төр), составында азот булған тәбиғи сығышлы органик нигезҙәр. Структур яҡтан күп төрлө физиологик активлыҡҡа эйә. Алкалоидтар молекулалағы углерод-азот каркасының төзөлөшө (пиридин, хинолин, акридин, изохинолин, хиназолин, фенилэтиламин һ.б. төркем, шулай ук стероидлы, колхицинлы, терпенлы һ.б. төркөм алкалоидтар), һирәк осраҡта — филогенетик билдәләре (бер затҡа ҡараған үҫемлекләр составындағы матдәләр бер төркөмгә индерелә) буйынса классификациялана. Иҙел һәм Урал буйы флораһы алкалоидлы үҫемлекләргә бай: [[айыутабан]], [[ҡамсат сәскә]], [[һөйял үләне]], [[йылан көпшәһе]] һ.б. Алколоидтар (морфин, кофеин, кодеин, пилокарпин, галантамин, папаверин, атропин, резерпин, эфедрин, аймалин һ.б.) медицинала, ветеринарияла ҡулланыла. Ҡайһы бер алкалоидтар – көслө ағыуҙар (аконитин, стрихнин, тубакурарин, гелиотрин һ.б.).Сығанаҡ: [http://nullбашкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/692-alkaloidtar Башҡорт энциклопедияһы]</ref>
Никотин алкалоидтар шулай уҡ кока япраҡтарында бар. Никотин ҡоро тәмәкенең 0,3 - 5 % ауырлығын тәшкил итә, махоркала 2,2%. Никотиндың биосинтезы тамырҙа, ә никотин туплануы япраҡтарҙа уҙа. Никотин — [[бөжәктәр]]гә тәҫир итеүсе нейротоксин һәм кардиотоксин; шунлыҡтан элек инсектицид булараҡ файҙаланылған.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никотин» битенән алынған