Тәмәке (үҫемлек): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
34 юл:
}}
 
'''Тәмәке''' ({{lang-la|Nicotiána}}) — [[эт ҡарағаты һымаҡтар]] ғаиләһенә ҡараған, аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл суҡ сәскәле, япрағы никотинға бай үлән, шул үләндең тартыу, еҫкәү йәки сәйнәү өсөн киптереп ваҡланған япрағы<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)</ref>; {{bt-ruslat|Эт ҡарағаты|Solanaceae}} ғаиләһенән күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән үҫемлектәр ырыуы. Составында [[никотин]] бар, наркотик сара булараҡ үҫтерелә. Тәмәке ҡулланыу (тартыу, сәйнәү, еҫкәү) [[Аддикция|бәйләнгәнлекә]] килтерә<ref>[http://slovari.yandex.ru/~книги/БСЭ/Курение/ — Курение — Большая Советская Энциклопедия]</ref><ref>[http://www.americanheart.org/presenter.jhtml?identifier=4753 «What causes nicotine addiction?» American Heart Association]</ref>.
 
== Ҡылыҡһырлама ==
Тәмәке — бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үлән үҫемлектәр һәм ҡыуаҡтар. Үҫемле Төньяҡ Америкала таралған, 70-ләп төрҙө берләштерә. Тамыры оҙон, 2 метрға яҡын. Һабағы тура, тармаҡланған. Япрағы тоташ, тигеҙ ситле. Сәскәлеге һепертке һымаҡ. Тажы бүкән һымаҡ формала йәшел, һары, алһыу төҫтә.
 
[[Емеш]]е  — күп нмешле тартма, өлгөлгәс шартлап ярыла. Ваҡ ҡына овал формаһындағы емештәре ҡара-көрән төҫтә,бәтә ерҙә лә шыталар.
 
Тәмәкенең ҡоротҡостары күп, улар араһында [[колорадо ҡуңыҙы]], япраҡ күбәләктәре.