Зенцов Пётр Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә категория
4 юл:
| описание = революционер, совет дәүләт хеҙмәткәре
| дата рождения = 9.06.1889
| место рождения = {{ТыуғанУрыны|Пермь губернаһы|Пермь губернаһындакрайында}} Таушин волосы, Слодка ауылы
| дата смерти = 26.08.1920
| место смерти = {{ВафатБулыуУрыны|Өфө|Өфөлә}}
10 юл:
}}
 
'''Зенцов Петр Иванович''' (909.06.1889  — 26.08.1920)  — революционер, 1925 йылдан РСДРП (б) ағзаһы, Рәсәй Совет Республикаһының сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. [[Өфө губернаһы]] Ғәҙәттән тыш комиссияһының (Уфимская губЧК) беренсе рәйесе (апрель  — июль 1918).
 
== Тормош юлы һәм эшмәкәрлеге ==
Петр Иванович Зенцов 1889 йылдың 9 июнендә [[Пермь губернаһы]] Оса уезы Таушин волосы (хәҙерге [[Пермь крайы]] Чернушка районы) Слудка ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала саҡ йылдарында ата-әсәһе менән [[Өфө губернаһы]]ның Бөрө уезындағы [[Николо-Берёзовка|Николо-Березовка]] ауылына (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Краснокама районы]]ның үҙәге) артабан йәшәргә күсә. [[Николо-Берёзовка|Николо-БерезовкаБерезовкала]]лағығы земство башланғыс училищеһын тамамлағас, 1902 - 19051902—1905 йылдарҙа ауылдан Кама йылғаһы буйлап 20 саҡрымда өҫтәрәк ятҡан Камбаркалағы (хәҙер [[Удмурт Республикаһы|Удмурт Республикаһы]]ндағы ҡала) һөнәрселек техник мәктәптә уҡый. Шул уҡ йылда, 16 йәшендә, [[Өфө]] ҡалаһына килә һәм тимер юлы оҫтаханаһында токарь булып эшләй башлай. Шул уҡ йылда [[большевиктар партияһы]] сафына инә. Икенсе йылға [[РСДРП]]-ның [[Өфө]] ойошмаһы хәрби дружинаһына алына. Ошо йылдарҙа ул ҡурҡыу белмәҫ һәм көслө ихтиярлы революционер булып үҫә. Йәшерен революцион эш алып барғаны өсөн [[Өфө]] жандармерияһы ныҡлы күҙәтеүгә алғас, бер ни тиклем ваҡыт [[Благовещен]] һәм [[Һамар]] ҡалаларында йәшәргә мәжбүр була. 1909 йылдың октябрендә [[Өфө]]гә ҡайтҡас, Зенцовты дүртенсе тапҡыр ҡулға алалар. Ул үлем язаһына хөкөм ителә. Партиялаш иптәштәре ҙур тырышлыҡ менән бәлиғ булмаған революционерҙың был язаһын ғүмерлек һөргөн менән алмаштырыуға ирешә. Аяҡ-ҡулдары бығауланған егет киң билдәле Александр төрмәһенә оҙатыла [[Александровский централ]].
 
1917 йылғы [[Февраль революцияһы]] уны төрмәнән азат итә. Инде сынығып өлгөргән революционер [[Өфө]]гә ҡайта һәм сәйәси көрөшкә сума. Тиҙҙән ул тимер юл оҫтаханаһында [[большевиктар партияһы]] комитеты секретары итеп һайлана, хеҙмәтсәндәр депутатары уны ҡала Советы башҡарма комитеты ағзаһы итә. Был ваҡытта партия ҡушыуы буйынса эшселәрҙең хәрби дружинаналарын ойоштора, [[Ваҡытлы хөкүмәт]]кә бойһонған милицияла етәксе була. Петр Зенцов үҙенең бар яҡтан да әүҙемлеген [[Октябрь социалистик революцияһы]] көндәрендә күрһәтә: властың Советтарға күсеүенә ул ныҡлы булышлыҡ итә, урындағы контрреволюционерҙарҙың һәр төр саботажын баҫтырыу буйынса тәүәкәл һәм ҡыйыу саралар күрә. Артабан Зенцов [[Өфө]]лә [[Ҡыҙыл Армия]] отрядтарын ойоштороусыларҙың береһе була һәм ҡаланы аҡ чехтарҙан һәм аҡ гвардееецтарҙан һаҡлауҙы ойоштора. 1918 йылдың мартында Петр Зенцов ГубЧК-ның коллегия ағзаһы һәм рәйесе итеп тәғәйенләнә. Ул ноябрь айында [[Мәскәү]]ҙә үткәрелгән дзержинсы-чекистарҙың беренсе кәңәшмәһендә ҡатнаша. Үҙенең эш урынына ҡайтҡас, ойошмаға ҡушылған бурыстарҙы үтәүҙә төрлө әүҙем саралар ойоштора. 1919 йылдың апрель аҙаҡтарында Зенцов [[ВЧК]]-ның Үҙәк аппаратына эшкә саҡырыла, ул унда [[Ф. Э. Дзержинский]], [[С. Г. Уралов]], [[Я. Х. Петерс]]тарҙың туранан-тура етәкселеге аҫтында йәшерен-сәйәси бүлектә сектор мөдире була. 1920 йыл башында [[ВЧК]] органдары етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашҡандан һуң [[Екатеринбург]]ҡа - — Беренсе Армияға [[ВЧК]] уполномоченныйы итеп ебәрелә. Июль уртаһында яңы тәғәйенләнеү - — [[Пятигорск]]иға ревком һәм округтың оборона комитеты ағзаһы булып ҡуйыла.
 
1920 йылдың 26 авгусында [[Кисловодск]]иҙән [[Пятигорск]]иға китеп барғанда Петр Зенцовтың ғүмерен бандит пуляһы өҙә. Уның кәүҙәһен [[Өфө]]гә алып ҡайталар һәм революцияның тоғро һәм ҡыйыу һалдаты 12 сентябрҙә бөгөнгө көндә икенсе бер күренекле революционер [[Якутов Иван Степанович|Иван Якутов]]тың исемен йөрөткән паркта ерләнә.
 
== Хәтер ==
24 юл:
 
== Сығанаҡтар ==
* [http://enc.permculture.ru/showObject.do?object=1803868511 Пермь крайы энциклопедияһында мәҡәлә] {{ref-ru}}
 
== Һылтанмалар ==
* От губЧК до ФСБ // Сборник очерков.  — Уфа: Китап, 2003.  — 280 с. {{ref-ru}}
* [http://www.agidel.ru/?param1=15389&tab=2 Первый председатель Губчека В честь Петра Зенцова в столице открывается мемориальная доска. Газета «Республика Башкортостан», 2009 год, 9 июня] {{ref-ru}}
 
[[Категория:Революционерҙар]]