Башҡортостан Республикаһы Башлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
37 юл:
==Башҡортостан Республикаһы Башлығы ==
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
1)# кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, үҙенең территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә;
2)# Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй;
3)# Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен төҙөй һәм уның эшмәкәрлегенә етәкселек итә; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең отставкаһы хаҡында ҡарар ҡабул итә;
4)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ризалығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрын тәғәйенләй;
5)# Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһын билдәләй;
6)# Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙарын, Башҡортостан Республикаһы министрҙарын, дәүләт комитеттары рәйестәрен һәм ведомство етәкселәрен тәғәйенләй һәм вазифанан бушата;
7)# Башҡортостан Республикаһы закондарын халыҡҡа еткерә йә иһә уларҙы кире ҡаға;
8)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына закон проекттарын индерә;
9)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше программаларын тәҡдим итә;
10)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сыға; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эшмәкәрлегенеңһөҙөмтәләре тураһында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡуйылған мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына һәр йылғы отчеттарын тәҡдим итә;
11)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы эшендә кәңәш биреү тауышы хоҡуғы менән ҡатнашырға хаҡлы;
12)# Башҡортостан Республикаһының яңы һайланған Дәүләт Йыйылышын уның тәүге ултырышына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы өсөн ошо Конституция менән билдәләнгән ваҡыттан алда саҡырырға, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш ултырышын саҡырыуҙы талап итергә хаҡлы;
13)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙарына үҙгәрештәр һәм (йәки) өҫтәмәләр индереү йә иһә уларҙы ғәмәлдән сығарыу тураһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына тәҡдимдәр индерә;
14)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу (таратыу) тураһында указ сығара;
15)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе, Рәйесе урынбаҫары, судьялары вазифаларына тәғәйенләүөсөн кандидатуралар тәҡдим итә;
16)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына мировой судьялар һайлау өсөн кандидатуралар тәҡдим итә;
17)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләүөсөн кандидатура, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләүөсөн кандидатура, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләүөсөн кандидатура тәҡдим итә; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы алдына уларҙы вазифаһынан бушатыу тураһында мәсьәләне ҡуя;
18)# Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы Рәйесе, Рәйесе урынбаҫары һәм аудиторҙары вазифаһына тәғәйенләүөсөн кандидатуралар тәҡдим итә;
19)# Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советын ойоштора;
20)# Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡа органдары менән эшмәкәрлеген координациялауҙы тәьмин итәһәм Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының федераль башҡарма власть органдары һәм уларҙың территориаль органдары, урындағы үҙидара органдары һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеүен ойоштора;
21)# Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһы судьяларының квалификация коллегияһына йәмәғәтселек вәкилдәрен тәғәйенләүөсөн кандидатуралар тәҡдим итә; уларҙың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында тәҡдимдәр индерә;
22)# Башҡортостан Республикаһы исеменән договорҙарға һәм килешеүҙәргәҡул ҡуя;
23)# Рәсәй Федерацияһыныңһәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары ҡарамағындағы, шулай уҡ сит ил федератив дәүләттәре субъекттарындағы һәм сит ил дәүләттәренең административ-территориаль берәмектәрендәге Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен тәғәйенләй һәм саҡыртып ала;
24)# Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтен ойоштора;
25)# үҙ вәкәләттәренә ярашлы Башҡортостан РеспубликаһыныңҮҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләй;
26)# Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары менән бүләкләй;
27)# Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы һәм башҡа исемдәрен бирә;
28)# ошо Конституцияға, федераль закондарға һәм Башҡортостан Республикаһының закондарына ярашлы башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙ бурыстарын ваҡытлыса (ауырыуға йәки ял итеүгә бәйле) үтәй алмаған осраҡтарҙа, федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры башҡара.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, федераль закондарға, ошо Конституцияға һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына таянырға, Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарын һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарҙарын үтәргә бурыслы.»