Китап (нәшриәт) — версиялар араһындағы айырма

категория
(категория)
| веб-сайт = http://www.kitap-ufa.ru/
}}
'''Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» башҡорт нәшриәте'''  — [[Башҡортостан|Башҡортостан республикаһы]]ның [[башҡорт теле|башҡорт]], [[урыҫ теле|урыҫ]], [[татар теле|татар]] һәм башҡа Башҡортостан халыҡтары телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар өсөн, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен һәм һынлы сәнғәт тауарҙарын сығарыусы берләштерелгән дәүләт ойошмаһы
 
== Тарихы ==
* Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең ойошторолоу тарихы [[РКП(б)]]-ның [[1919]] йылдың 8 —11 ноябрендә [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡта]] уҙғарылған [[1-се Бөтә башҡорт конференцияһы]]нан башлана. Был конференция үтеү, менән Стәрлетамаҡта [[Башҡорт АССР-ы]]ның Башҡорт дәүләт нәшриәте тигән гәзит-журнал һәм китап нәшриәте барлыҡҡа килә. Ошо йылдарҙа тәү башлап башҡорт телендә [[Шәйехзада Бабич]], [[Дауыт Юлтый]] һәм башҡаларҙың китаптары донъя күрә.
* [[1920]] йылдың 27 авгусында [[Өфө губернаһы|Өфө губерна]] башҡарма комитетының ҡарары менән Өфөлә китап баҫтырыу эшен йәйелдерергә ҡарар ителә. Шулай итеп, [[1922]] йылдың октябрендә баш ҡалала «Башкнига» тигән уртаҡ сауҙа нәшриәте барлыҡҡа килә.
* [[1924]] йылдың октябрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты [[марксизм-ленинизм]] классиктары әҫәрҙәрен башҡорт телендә баҫтырып сығарыу буйынса редакция-нәшриәт комиссияһы ойоштора. Уның рәйесе итеп [[Ғәзим КасимовҠасимов]], секретары итеп языусы [[Ғөбәй Дәүләтшин]] раҫлана. Комиссия ағзалары сафында шулай уҡ [[Ғабдулла Амантай]], [[Булат Ишемғол]], [[Имай Насыри]], [[Дауыт Юлтый]] һымаҡ әҙиптәр ҙә була.
* «Башкнига» китаптарҙы [[1929]] йылда [[Яңалиф|яңалиф әлифбаһында]] баҫтыра башлай. Уға саҡлы ғәрәп-төрөк алфавиты ғәмәлдә булған.
* Халык Комиссарҙары Советы [[1928]] йыддың 28 ноябрендә «Башкнига»ны «Башгиз» (Башҡортостан дәүләт нәшриәте) итеп үҙгәртеп ҡора.
* Беренсе биш йыллыҡ осоронда ([[1928]]—[[1932]] йылдар) Башҡортостан китап нәшриәте 918 исемдәге китап һәм башҡа баҫма продукция сығара. Уларҙың дөйөм тиражы  — 3 миллион 822 мең дана. Икенсе биш йыллыҡта ([[1933]]—[[1938]] йылдар) 1406 исемдәге баҫманың тиражы 8 миллион 350 мең дана тәшкил итә.
* 1930-сы йылдарҙан 70-се йылдарға саҡлы [[урыҫ]] [[совет языусы]]лары һәм [[донъя классиктары]] әҫәрҙәре бик күпләп баҫтырылып сығарыла. Мәҫәлән: [[А. М. Горький]]  — 39, [[А. С. Пушкин]]  — 37, [[М. Ю. Лермонтов]]  — 17, [[В. В. Маяковский]]  — 15, [[Н. В. Гоголь]]  — 12, [[А. П. Чехов]] 11 тапҡыр донъя күргән. Уларзы башҡорт теленә тәржемә итеүгә башҡорт яҙыусылары ифрат ҙур өлөш индерә.
* Башҡортостан китап нәшриәте [[1969]] йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы [[РСФСР]] Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
* Башҡортостан китап нәшриәтенең йылдам үҫеше айырыуса [[1970]]— [[1990]] йылдарға тура килә. Мәҫәлән, [[1990]] йылда, нәшриәт 362 исемдәге 4 миллион 203 мең дана (41 миллион баҫма табаҡ) продукция нәшер итә.
* Башҡортостан китап нәшриәте үҙенең баҫмалары менән бөтә ил, [[Рәсәй]] һәм донъя күләмендәге һәр төрлө китап күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, иҫтәлекле китаптар төрлө мәшһүр дипломдарға лайыҡ була.
* Китап нәшриәте [[1994]] йылда, үҙенең 75 йыллык юбилейы алдынан, рәсми юридик исемен Башҡортостан «Китап» нәшриәте итеп үҙгәртә.
* [[Зәйнәб Биишева]]ның 100 йыллыҡ юбилейы алдынан китап нәшриәтенә Зәйнәб Биишева исеме бирелә.
* "«Йылдың иң яҡшы китаптары"» XXIII Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса 2013 йылда башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә "«Китап"» нәшриәтендә донъя күргән "«[[Урал батыр]]"» башҡорт халыҡ эпосы баҫмаһы "«Иң яҡшы классик нәфис әҙәбиәт баҫмаһы"» номинацияһында еңеүсе булды. [[Зәйнәб Биишева]]ның "«Һөнәрсе менән өйрәнсек"» китабы баҫмаһы "«Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы китап"» номинацияһында Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының дипломына лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә баҫманың йөкмәткеһе һәм әһәмиәте, һүрәттәр кимәле, дизайн үҙенсәлеге иҫәпкә алынды.
 
== Сығанаҡ ==
* [http://www.bashinform.ru/bash/637540/ «Китап» нәшриәте Рәсәйҙә иң яҡшы классик художество әҙәбиәте баҫмаһы тип танылды]
 
 
[[Категория:Мәҙәниәт]]
[[Категория:Башҡортостан әҙәбиәте]]
[[Категория:Башҡортостан матбуғаты]]
[[Категория:МәҙәниәтЗәйнәб Биишева]]
[[Категория:«Китап» нәшриәте]]
38 428

үҙгәртеү