Зенцов Пётр Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
}}
 
'''Зенцов Петр Иванович''' ([[9 июнь]] (21 июнь) [[1889]] — [[26 август]] [[1920]]) — революционер, совет1925 йылдан РСДРП (б) ағзаһы, Рәсәй Совет Республикаһының сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. [[Өфө губернаһы]]ның Ғәҙәттән тыш комиссияһы (Уфимская губЧК) рәйесе (апрель 1918 — июль 1918).
 
== Тормош юлы һәм эшмәкәрлеге ==
Петр Иванович Зенцов 1889 йылдың 9 (21) июнендә [[Пермь губернаһы]] Оса уезы Таушин волосы (хәҙерге [[Пермь крайы]]) СлодкаСлудка ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала саҡ йылдарында ата-әсәһе менән Өфө губернаһының Бөрө уезына артабан йәшәргә күсенә. Земство башланғыс училищеһын тамамлағас, 1902 - 1905 йылдарҙа Камбаркалағы (хәҙер [[Удмурт Республикаһы|Удмурт Республикаһы]]ндағы ҡала) һөнәрселек техник мәктәптә уҡый. Шул уҡ йылда, 16 йәшендә, [[Өфө]] ҡалаһына килә һәм тимер юлы оҫтаханаһында токарь булып эшләй башлай. Шул уҡ йылда [[большевиктар партияһы]] сафына инә. Икенсе йылға [[РСДРП]]-ның [[Өфө]] ойошмаһы хәрби дружинаһына алына. Ошо йылдарҙа ул ҡурҡыу белмәҫ һәм көслө ихтиярлы революционер булып үҫә. Йәшерен революцион эш алып барғаны өсөн [[Өфө]] жандармерияһы ныҡлы күҙәтеүгә алғас, бер ни тиклем ваҡыт [[Благовещен]] һәм [[Һамар]] ҡалаларында йәшәргә мәжбүр була. 1909 йылдың октябрендә [[Өфө]]гә ҡайтҡас, Зенцовты дүртенсе тапҡыр ҡулға алалар. Ул үлем язаһына хөкөм ителә. Партиялаш иптәштәре ҙур тырышлыҡ менән бәлиғ булмаған революционерҙың был язаһын ғүмерлек һөргөн менән алмаштырыуға ирешә. Аяҡ-ҡулдары бығауланған егет киң билдәле Александр төрмәһенә оҙатыла [[Александровский централ]].
 
[[Февраль революцияһы]] уны төрмәнән азат итә. Инде сынығып өлгөргән революционер [[Өфө]]гә ҡайта һәм сәйәси көрөшкә сума. Тиҙҙән ул тимер юл оҫтаханаһында [[большевиктар партияһы]] комитеты секретары итеп һайлана, хеҙмәтсәндәр депутатары уны ҡала Советы башҡарма комитеты ағзаһы итә. Был ваҡытта партия ҡушыуы буйынса эшселәрҙең хәрби дружинаналарын ойоштора, [[Ваҡытлы хөкүмәт]]кә бойһонған милицияла етәксе була. Петр Зенцов үҙенең бар яҡтан да әүҙемлеген [[Октябрь социалистик революцияһы]] көндәрендә күрһәтә: властың Советтарға күсеүенә ул ныҡлы булышлыҡ итә, урындағы контрреволюционерҙарҙың һәр төр саботажын баҫтырыу буйынса тәүәкәл һәм ҡыйыу саралар күрә. Артабан Зенцов [[Өфө]]лә [[Ҡыҙыл Армия]] отрядтарын ойоштороусыларҙың береһе була һәм ҡаланы аҡ чехтарҙан һәм аҡ гвардееецтарҙан һаҡлауҙы ойоштора. 1918 йылдың мартында Петр Зенцов ГубЧК-ның коллегия ағзаһы һәм рәйесе итеп тәғәйенләнә. Ул ноябрь айында [[Мәскәү]]ҙә үткәрелгән дзержинсы-чекистарҙың беренсе кәңәшмәһендә ҡатнаша. Үҙенең эш урынына ҡайтҡас, ойошмаға ҡушылған бурыстарҙы үтәүҙә төрлө әүҙем саралар ойоштора. 1919 йылдың апрель аҙаҡтарында Зенцов [[ВЧК]]-ның Үҙәк аппаратына эшкә саҡырыла, ул унда [[Ф.Э.Дзержинский]], [[С.Г.Уралов]], [[Я.Х.Петерс]]тарҙың туранан-тура етәкселеге аҫтында йәшерен-сәйәси бүлектә сектор мөдире була. 1920 йыл башында [[ВЧК]] органдары етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашҡандан һуң [[Екатеринбург]]ҡа - Беренсе Армияға [[ВЧК]] уполномоченныйы итеп ебәрелә. Июль уртаһында яңы тәғәйенләнеү - [[Пятигорск]]иға ревком һәм округтың оборона комитеты ағзаһы булып ҡуйыла.
20 юл:
 
== Һылтанмалар ==
* [http://enc.permculture.ru/showObject.do?object=1803868511 Пермь крайы энциклопедияһында мәҡәлә] {{ref-ru}}
 
== Сығанаҡтар ==