Ҡый үләндәре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл:
 
== Биотөркөмдәр буйынса бүленеше ==
Биология үҙенсәлектәре буйынса орлоҡло аҙ йыллыҡтарҙы (емештәре, орлоҡтары ярҙамында үрсегән һәм таратылған бер һәм ике йыллыҡ ҡый үләндәре), вегетатив аҙ йыллыҡтарҙы (орлоҡтар, шулай уҡ бүлбеләр ярҙамында: [[бүлбеле сырмалсыҡ]], [[иренсәскә]]; һуғанбаштар менән:[[күп йыллыҡ миләүшәләр]], [[эт ҡаҡыһы]]) һәм күп йыллыҡтарҙы (үҙәк тамырлылар: [[әсе әрем]], [[ат ҡуҙғалағы]]; кәҫ үҫемлектәре:ҡайһы бер күрәндәр һәм ҡыяҡлылар; үренте тамырлы ҡый үләндәре: сысҡан кәрешкәһе, етенүлән һ.б.; тамырһабаҡлы ҡый үләндәре: [[баҫыу бөтнөгө]], [[ҡамыш]] һ.б.) айырып йөрөтәләр. Бер йыллыҡ ҡый үләндәре иртә яҙғыларға ([[ҡара алабута]], [[ҡара һоло]], [[тиле бойҙай]] һ.б.), һуң яҙғыларға ([[шыртүлән]], [[бесәй тарыһы]] һ.б.), [[ужым]] ([[күстерә]] заты төрҙәре, 2‑се йылына емеш бирәләр) һәм ҡышлаусыларға ([[көтөүсе муҡсаһы]], [[ярут]] һ.б.; иртә яҙғы үҫентеләрҙең вегетацияһы шул уҡ уҡ йылда тамамлана, һуңғылары — ҡышлай) бүленәләр. Был төркөмдәргә ҡараған күп үҫемлектәр ([[ҡауҙы башы]], [[алабута]] һ.б.) уңышты урып‑йыйыуҙан һуң үҫеп китә. Туҡланыу ысулы буйынса (автотроф ҡый үләндәре башҡа) паразит ҡый үләндәрен (һабаҡтарға, мәҫәлән, [[ҡылйебәк]], йәки тамырҙарға, мәҫәлән,[[ шомбоя]], йәбешәләр), ярым паразиттарҙы ([[ҙур шылтырауыҡ]], [[теш үләне]]) айырып йөрөтәләр. Шулай уҡ газондарҙы, тәбиғи мал аҙығы биләмәләрен, [[урман]] парктарын һ.б. ҡыйлаусы төрҙәр билдәле; Ҡый үләндәренә рудераль үҫемлектәрҙе лә индерәләр. Республика биләмәһендә таралыуы буйынса барлыҡ культура сәсеүлектәрендә лә осраған ([[баҫыу билсәне]], [[баҫыу сырмалсығы]], [[ялан һары билсәне]] һ.б.), төньяҡ, ([[ялан шипкәне]], [[йорт йондоҙҡайы]], [[ваҡ бөрлөгән]], [[ябай шәфәҡгөл]], [[теленгән күҙлут]], [[сыбар күҙлут]], [[йәбешкәк бөрмәкәй]] һ.б.), көньяҡ ([[татар латугы]], [[бесәйғойроҡ]], [[ҡаймалы бесәй тарыһы]] һ.б.) райондарға тура килгән төрҙәр айырыла.
 
== Контролдә тотоу ==