Байымов Берйән Сафа улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ib, категория
1 юл:
{{Яҙыусы
'''Байымов Берйән Сафа улы''' (1948 йылдың 7 феврале, [[БАССР-ҙың]] [[Баймаҡ районы]], [[2-се Этҡол ауылы]] — 2004 йылдың 26 ноябре, Өфө, тыуған яғында ерләнгән) — башҡорт фольклорсыһы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист.
|Исеме = Берйән Байымов
|Рәсеме =
|Киңлек =
|Рәсем аңлатмаһы =
|Тыуған ваҡыттағы исеме = Байымов Берйән Сафа улы
|Псевдонимдары =
|Тыуыу датаһы = 7.2.1948
|Тыуған урыны = [[Башҡорт АССР-ы]], {{ТУ|Баймаҡ районы}}, [[2-се Этҡол]] ауыл
|Вафат булыу датаһы = 26.11.2004
|Вафат булған урыны = {{ВафатБулыуУрыны |Өфө}}
|Гражданлығы = СССР, Россия
|Эшмәкәрлек төрө = фольклорсы, яҙыусы, журналист
|Әүҙемлек йылдары =
|Йүнәлеше =
|Жанр =
|Әҫәрҙәренең телдәре =
|Дебют =
|Премиялары =
|Наградалары =
|Ҡултамғаһы =
|Lib =
}}
'''Байымов Берйән Сафа улы''' (1948 йылдың 7 феврале, [[БАССР|БАССР-ҙың]] [[Баймаҡ районы]], [[2-се Этҡол ауылы]] ауыл — 2004 йылдың 26 ноябре, [[Өфө]], тыуған яғында ерләнгән) — башҡорт фольклорсыһы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист.
 
== Тормошо ==
* Байымов Берйән Сафа улы 1948 йылдың 7 февралендә БАССР-ҙың [[Баймаҡ районы]] [[2-се Этҡол]] ауылында тыуған.
* Урта мәктәпте тамамлағас, [[Өфө музыка-педагогия училищеһында]] белем ала.
* Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
* [[Сибай интернат-мәктәбе|Сибай интернат-мәктәбендә]] музыка уҡытыусыһы булып эшләй.
* 1980 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты|Башҡорт дәүләт университетының]] филология факультетын]] ситтән тороп тамамлай.
* 1980—1982 йылдарҙа [[СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының [[Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты]] аспирантураһында уҡый.
* 1983—1998 һәм 2000—2002 йылдарҙа шул уҡ институттың фольклор һәм сәнғәт бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
* 1998—1999 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында]] эшләй.
* 2004 йылда Өфөлә вафтвафат була, тыуған яғында ерләнә.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге һәм ижады ==
Байымов Берйән Сафа улының фәнни эшмәкәрлеге [[Башҡорт фольклоры|башҡорт фольклорының]] [[йыр]], [[таҡмаҡ]] һәм [[Бәйеттәр|бәйет]] жанрҙарына арналған. Ул шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә сыға килгән күп томлы баҫманы төҙөүселәрҙең береһе. [[Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы|М. Буранғоловтың]] «Сәсән аманаты», [[Мөхтәр Сәғитов|Мөхтәр Сәғитовтың]] «Ғүмерлеккә ҡалған яра» китаптарын һәм «Башҡорт фольклоры. II сығарылыш» йыйынтығын төҙөүсе, башҡа коллектив хеҙмәттәрҙә авторҙаш. Урта мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы буйынса дәреслектәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә.
 
Б. Байымов башҡорт яҙыусыһы һәм ғалимы [[Ғабдулла Амантай|Ғабдулла Амантайҙың]] тормошо һәм ижадына арналған «Атылған йондоҙ Амантай» китабы (1998); балалар өсөн «Урман бүләге» шиғыр (1987) һәм «Мажаралы төн» хикәйәләр (1993) йыйынтыҡтары, «Ҡон» повесы (2004) авторы.
 
== Маҡтаулы исемдәре ==
* Филология фәндәре кандидаты (1993);
* Башҡортостан Республикаһы Яҙыусыларяҙыусылар союзы ағзаһы (1993);
* [[Сәғит Мифтахов]] исемендәге премия лауреаты (1987).
 
== Әҫәрҙәре ==
* Урман бүләге. — Өфө, 1987.
* Мажаралы төн. — Өфө, 1993.
* Ал гармуның, әйт таҡмағың… — Өфө, 1993.
* Атылған йондоҙ Амантай. — Өфө, 1998.
* Өҙөлгән сәфәр: повесть, хикәйәләр. — Өфө, 1999.
* Ижадсылар (ижади портреттар). — Өфө, 2008.
 
== Сығанаҡтар ==
* {{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1804-bajymov-b-rj-n-safa-uly}}
* Башкирская энциклопедия. — Уфа, 2005. С. 278.
* [[Галин Салауат Әхмәҙи улы|Галин С. Ә]]. Тел асҡысы халыҡта. — Өфө, 1999, 15-1615—16-сы биттәр.
 
 
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Башҡортостан шәхестәре]]
[[Категория:Башҡорт яҙыусылары]]
[[Категория:Башҡорт фольклорыфольклорсылары]]
[[Категория:Башҡортостан яҙыусылары]]
[[Категория:БашҡортБашҡортостан әҙәбиәтежурналистары]]
[[Категория:Башҡорт балалар әҙәбиәте]]
[[Категория:Башҡорт фольклоры]]
[[Категория:Төрки халыҡтар фольклоры]]
[[Категория:Баймаҡ районы]]
[[Категория:Баймаҡ районында тыуғандар]]
[[Категория:Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары]]
[[Категория:Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар]]
[[Категория:Филология фәндәре кандидаттары]]