Башҡорт дәүләт университеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
119 юл:
Факультет ғалимдары Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, АҠШ, Германия, Франция, Канадалағы үҙҙәренең коллегалары менән тығыҙ бәйләнеш тоталар.
 
Факультетта дүрт һөнәр буйынса аспирантура эшләп килә: 01.01.01.- математика анализы; 01.01.02 — дифференциаль тигеҙләмәләр; 01.01.07 — иҫәпләү математикаһы; 05.13.18 — математика моделированиеһы, һанау методы һәм комплекслы программа. Факультеттың сығарылыш студенттары түбәндәге һөнәр буйынса аспирантураға уҡырға инә: 08.00.13. — иҡтисадтың математик һәм инструменталь медоттары(иҡтисад факультеты) йәки 01.02.05 — шыйыҡса, газ һәм плазма механикаһы(физика факультеты).
 
Студенттар ғилми-тикшеренеү эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтә һәм Рәсәй, региондар кимәлендә, уҡыу йорттары араһында уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнаша. Йыл һайын факультетта студенттар, аспиранттар, йәш ғалимдар араһында региональ ғилми-практик конференция үтә. Шулай уҡ ике тапҡыр халыҡ-ара конференцияһы ла уҙғарылған. Уны үткәреүҙә Рәсәйҙең нигеҙле тикшеренеүҙәр фонды һәм Маҡсатлы федераль программалар гранттары ярҙам күрһәтә.