Абҙан районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Абҙан районы'''  — [[БАССР]]‑ҙың көньяғында урынлашҡан элекке район (хәҙер [[Ейәнсура районы]] биләмәһенә керә).
 
Төньяҡта  — Ейәнсура, төньяҡ-көнсығышта  [[Йылайыр районы|Йылайыр]], көнсығышта [[Хәйбулла районы|Хәйбулла]] райондары, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта [[Ырымбур өлкәһе]] менән сиктәш булған. 1946 йылдың 20 мартында ойошторолған. [[1956 йыл]]дың 4 июлендә бөтөрөлгән, биләмәһе Ейәнсура районы составына индерелгән. Майҙаны 2234 км2км². Район үҙәге  — [[Абҙан (Ейәнсура районы)|Абҙан]] ауылы. Районда 8 ауыл советы, 58 ауыл торама пункты булған. Халҡы  — 2376 кеше (1950), күпселек башҡорттар йәшәгән. Иҡтисади нигеҙен һарыҡсылыҡҡа, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан ауыл хужалығы тәшкил иткән. 14 колхоз, 2 совхоз, МТС, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 3 урта мәктәп, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, 12 клуб учреждениеһы, район һәм 12 ауыл китапханаһы булған. «Сталинсе» гәзите сыҡҡан.
 
[[Категория:Ейәнсура районы]]