Һиндостан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
53 юл:
==Илдең бөгөнгө тормошо==
===[[Башҡортостан]] менән бәйләнештәр===
* [[Һиндостан]]дың республика тышҡы сауҙа тауар әйләнешендәге өлөшө 3 процент (етенсе урын) тәшкил итә. 2014 йылдың 11 айында сауҙа итеү күләме 397,6 миллион доллар тәшкил итте, шуның менән бергә ошо сумманың 95 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. [[Башҡортостан]]дан [[Һиндостан]]ға ебәрелгән төп тауарҙар иҫәбендә машиналар һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән авиация двигателдәре һәм уларҙың өлөштәре, химия һәм металлургия сәнәғәте продукцияһы бар. Республикаға машиналар төҙөү продукцияһы, органик булмаған химия продуктттары, металл изделиелары һәм фармацевтика продукттары индерелә. [[Башҡортостан]] биләмәһендә [[Һиндостан]] капиталы ҡатнашлығында 10 берлектәге предприятие эшләй.
 
* [[Советтар Союзы]] осоронда илебеҙҙең һәр республикаһы, крайы һәм өлкәһендә «Совет – һинд дуҫлығы» Бөтөн союз ирекле йәмғиәтенең бүлексәләре эшләп килә. Ул 1973 йылда [[Башҡорт АССР-ы]]ның баш ҡалаһы [[Өфө]]лә лә ойошторола. Был йәмғиәткә айырым шәхестәр менән бер рәттән төрлө предприятие, ойошма һәм учреждениелар ҙа коллектив ағза булып инә. 1973 – 1985 йылдарҙа «Совет – һинд дуҫлығы йәмғиәте»нең [[Башҡортостан]] бүлексәһе рәйесе вазифаһын күренекле тарихсы-ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре [[Рәил Кузеев]] (1929 – 2005) башҡара.
* [[СССР]] тарҡалғандан һуң, [[Рәсәй]] территорияһында барлығы ете филиал тороп ҡала, уларҙың алтыһы [[Һиндостан]]дың [[Рәсәй]]ҙәге илселеге тарафынан финанслана. Тик беҙҙең республикала ғына ул, «Башҡортостан - Һиндостан» дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте тип үҙгәртелеп, үҙ аллы эшләүен дауам итә. Уның президенты – академик [[Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәров]].
* 2015 йылдың 1-3 февралендә [[Өфө]]лә [[Һиндостан]]дың [[Рәсәй Федерацияһы]]ндағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван етәкселегендәге [[Һиндостан|Һиндостан Республикаһы]] делегацияһы булып китте. Илсе [[Башҡортостан Башлығы [[Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Һөйләшеү барышында яҡтар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. 2015 йылдың июлендә [[Өфөлә үтәсәк [[ШОС һәм БРИКС саммиттары [[Башҡортостан]] менән [[Һиндостан]] араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк тип билдәләнде. Пунди Шринивасан Рагхаван иҡтисади хеҙмәттәшлекте ил кимәлендә генә түгел, төбәктәргә ҡағылышлы ла киңәйтергә кәрәк, тине. - [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Һиндостан]]дағы Харьяна штаты менән туғандарса мөнәсәбәт ойошотороға теләүен беләм. Беҙ ошо бәйләнештәрҙе булдырыу һәм нығытыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип айырып әйтте илсе.
 
<gallery>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һиндостан» битенән алынған