Һиндостан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
54 юл:
===Башҡортостан менән бәйләнештәр===
 
* Советтар Союзы осоронда илебеҙҙең һәр республикаһы, крайы һәм өлкәһендә «Совет – һинд дуҫлығы» Бөтөн союз ирекле йәмғиәтенең филиалдарыбүлексәләре эшләп килә. Ул 1973 йылда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә лә ойошторола. Был йәмғиәткә айырым шәхестәр менән бер рәттән төрлө предприятие, ойошма һәм учреждениелар ҙа коллектив ағза булып инә. 1973 – 1985 йылдарҙа «Совет – һинд дуҫлығы йәмғиәте»нең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе вазифаһын күренекле тарихсы-ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәил Кузеев (1929 – 2005) башҡара.
* СССР тарҡалғандан һуң, Рәсәй территорияһында барлығы ете филиал тороп ҡала, уларҙың алтыһы Һиндостандың Рәсәйҙәге илселеге тарафынан финанслана. Тик беҙҙең республикала ғына ул, «Башҡортостан - Һиндостан» дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте тип үҙгәртелеп, үҙ аллы эшләүен дауам итә. Уның президенты – академик Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәров.
* 2015 йылдың 1-3 февралендә Өфөлә Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван етәкселегендәге Һиндостан Республикаһы делегацияһы булып китте.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һиндостан» битенән алынған