Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
21 юл:
 
'''Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы''' — башҡорт яҙыусыһы.
 
 
Әмир Сәлимгәрәй улы Гәрәев 1928 йылдың 18 февралендә Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында тыуған. Урта мәктәптә белем ала, колхозда эшләй. Тымыҡ океан флотында биш йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң, 1953—1970 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь булып эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1971—1975 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1975 йылдан — «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары, аҙаҡ 1988 йылғаса баш мөхәррире булып эшләй.
Ә. Гәрәев — башҡорт әҙәбиәтенә үҙ темаһы менән килгән яҙыусы. Китаптары исемдәренән үк шуны ҡеүәтләй: «Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ», «Аҡсарлаҡтар һыуға төшә», «Диңгеҙ елдәре», «Һандуғас сыбығы», «Мичман улы», «Диңгеҙ бүреһе»… Моряктар хаҡындағылар менән бер рәттән, ябай ер кешеләре һүрәтләнгән әҫәрҙәре, мәҫәлән, «Ҡарамалы яҙҙары», «Боролмала», «Һағыныу һағыштары» повестары, байтаҡ хикәйәһе уҡыусыларға таныш.
 
«Почет Билдәһе» ордены кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
 
[[Категория:Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары]]