Кинематограф: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
'''Кинемато́граф''' ([[Грек теле|грекса]] κινημα — [[хәрәкәт]] һәм [[Грек теле|грекса]] γραφω — [[яҙыу|яҙырға]], [[һурәт]]ләргә; йәғни «хәрәкәтте һурәтләү») - хәрәкәт иткән [[рәсем]]дәрҙе [[берләштереү|берләштергән]] [[кеше]] [[эшсәнлек|эшсәнлеге]] [[төр]]ө. Кайһы бер [[вакыт]]тарҙа '''синемато́граф''' тип атала ([[Француз теле|фр.]] ''cinématographe''). Кинематограф XIX [[быуат]]та барлыҡҡа килгән. Кинематограф [[һүҙ]]енең [[аңлатма]]һы эсенә [[киносәнәғәт]] ([[иҡтисад]] өлкәһе), [[киносәнғәт]] инә. Кинематограф [[өйрәнү]]е [[эш]]е менән [[кино белеме]] [[фән]]е [[шөгөл]]ләнә.
 
== Башҡортостанда кино сәнғәте ==
=== Тарихы ===
Башҡортостанда тәүге таҫмаларҙы Мәскәү һәм Екатеринбургтан килгән студиялар төшөрә һәм улар, нигеҙҙә, этнографик характерҙа була. 1990 йылда "Урал күренештәре", 1910 йылда "Ырымбур", "Алтын приисккыларын эшкәртеү" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә. 1915 йылда "Ҡымыҙ" исемле фәнни-популяр фильм, 1916 йылда "Ҡылғанлы дала" фильмы донъя күрә. 1915 йылда режиссер В. Гардин Л.Н. Толстойҙың "Кешегә күпме ер кәрәк?" хикәйәһен экранлаштыра.
 
Граждандар һуғышы осоронан байтаҡ ҡына документаль-хроник фильмдар һаҡланған. Артабан "Өфөлә 1 май", "Һабантуй" (1925), "Ҡыҙыл Башҡортостан" (1929), "Азия сигендә", "Совет әкиәте", "Башҡорт ҡыҙы" (1930), "Данлы юбилей" (1939), "Икенсе Баку" (1940) тигән документаль фильмдар ижад ителә. 1937 йылда "Ленфильм"дан режиссер П. Петров-Бытов Башҡортостанда "Пугачев", фильмының ҡайһы бер күренештәрен төшөрә. С. Юлаев ролен К. Мөхөтдинов башҡара. 1940 йылда режиссер Яков Протазанов төп ролдә Арыҫлан Мөбәрәков уйнаған "Салауат Юлаев" фильмын эшләй. 1959-1960 йылдарҙа Свердловск киностудияһы "Сыңрау торна" фильм-балетын экранлашыра.
 
=== Телестудия ===
1959 йылдан башлап Башҡортостан телевидениеһы эшләп килә. Уның кино төркөмө байтаҡ фильмдар ижад итә. Улар араһында "Башҡорт балы" (сценарий авторы А. Филлипов), Заһир Исмәғилевтың кинопортреты булған "Тыуған моңдар" фильмы (режиссеры Ғ. Ҡудашев) иң уңышлы эштәрҙән һанала.
 
=== Башҡортостан киностудияһы ===
1990 йылдың 25 майында республикала "Башҡортостан" киностудияһы эш башлай. Уның етәксеһе итеп юллап астырыусы һәм ойоштороусы билдәле режиссер Әмир Абдразаҡов билдәләнә. "Ишмулла", "Зәки Вәлиди Туған" (режиссеры Ә. Абдразаҡов), "Аксаков һәм Башҡортостан", "Азатлыҡ ҡапҡаһы" (режиссеры Малик Яҡшымбәтов), "Инештәр", "Ғәскәров" (режиссеры Вил Кәримов), "Мин – Салауат Азатлыҡ" (режиссеры Г. Шеверов), һәм байтаҡ документаль фильмдар төшөрөү менән эшен башлап ебәргән киностудия һуңғы йылдарҙа нәфис фильмдары менән тамашасы күңелен яулай башланы.
 
Режиссер Әмир Абдразаҡов яҙыусы Яныбай Хамматов романдары буйынса "Бөртөкләп йыйыла алтын" тигән 4 сериялы нәфис фильм ижад итә.
"Башҡортостан" телерадиокомпанияһында "Ай ҡыҙы" исемле күп сериялы телевизион фильм төшөрөлдө. Был – 33 сериялы беренсе башҡорт сериалы. Режиссеры – Әнүәр Нурмөхәмәтов. Сценарий авторы – драматург Флорид Бүләков. Төп ролдәрҙә драма театры артистары – Эльмира Юлдашева, Эльмира Саматова (Айһылыу), Азат Йыһаншин (Ғайсар), Ғаяз Алтыншин (Ғаяз), Эльвира Юнысова (Рәшиҙә), Сара Буранбаева (Ғәҙилә), Гүзәл Маликова (Йәмилә) уйнанылар.
Юл 26 ⟶ 28:
 
Шулай итеп, бөгөнгө көндә беҙҙең башҡорт киноһы ла яйлап үҫешә, донъя кимәленә сыға, милли колоритлы фильмдарыбыҙ халыҡ-ара фестивалдәрҙә призлы урындар яулай.
 
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 32 ⟶ 33:
 
[[Категория:Кинематограф| ]]
[[Категория: 1895 йыл барлыҡҡа килгәндәр]]