Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
|викисклад =
}}
'''Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы (1884-1920)''' — Күренекле педагог һәм яҙыусы. Ул барлыҡ ғүмерен халҡыбыҙҙың аң-белем, мәҙәни кимәлен күтәреүгә бирә. Милләте - [[башҡорт]].
 
== Тормошо ==
 
Мәғариф хеҙмәткәре һәм әҙип 1884 йылдың 12 февралендә Ырымбур губернаһының Ҡарғалы ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Башҡортостан ауылдарында мәктәптәр асыуға, уҡытыу-тәрбиә эшен яңыса ойоштороуға, әҙәби әҫәрҙәре менән башҡорт драматургияһын һәм милли театрын барлыҡҡа килтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
 
Юл 38 ⟶ 37:
Был йылдарҙа Ғәбделрәүеф Хәким улы Ниязбаев Башҡортостандың Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантон халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй. Кантондың алыҫ төбәктәрендә уның байтаҡ яңы мәктәптәр асыуы, уларҙың эштәрен яйға һалыуы, уҡытыусыларға ҙур ярҙам күрһәтеүе, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу өсөн курстар асыуы һәм уларға етәкселек итеүе киң билдәле. Мәктәптәрҙә, уҡытыусылар араһында инспекторҙың исеме оло ихтирам менән телгә алына. Был уның мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн күп эштәр башҡарыуына бәйле.
 
Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Ғ.Х.Ниязбаев яңы мәктәп эшенә тейешле йүнәлеш биреүе, уны яҡшы ойоштороуы, мәғариф эштәрен үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүе менән бер рәттән, әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә. Уның «Көслөләр һәм көсһөҙҙәр» («Брәдаран Ғәлимовтар»), «Беренсе таң» драмалары сәхнәлә ҙур уңыш менән бара. Быларҙан тыш, ул «Ҡараңғы төндәр», «Башҡортостан тормо¬шонатормошона ғаъид» («Гөлбоҫтан»), «Ҡыҙыл истиҡбал өсөн көрәш» тигән пьесаларын да яҙа.
 
1920 йылда «Мәғариф эштәре» журналының 3-сө һанында КХ.Ниязбаевтың вафат булыуы айҡанлы баҫылған некрологта шундай юлдар бар: «Уның яҙған әҫәрҙәре тулы мөндәрижәһе, матур яҙылыуы, замандың ысын тормошонан алыныуы менән әҙәбиәтебеҙҙә беренсе урында торалар. Октябрь инҡилабынан һуң яҙған драмалағы башҡорт әҙәбиәтенә беренсе нигеҙ ташы урынын алалар».